Берҙәм “Үҫеш нөктәһе” асыу көнөндә Бөтә Рәсәй марафоны сиктәрендә 2020 йылда асылған бөтә үҙәктәр тура бәйләнешкә сыҡты. Район хакимиәттәре вәкилдәре муниципаль райондарҙа “Мәғариф” милли проекты үтәлеше, уҡыусылар алдында асылған яңы мөмкинлектәр тураһында һөйләне. “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрендә уҡыусылар заманса яңы компьютерҙарҙа, 3D-принтерҙарҙа эшләй, квадрокоптерҙар менән идара итә, виртуаль донъя менән таныша. Шулай уҡ уҡыусылар түңәрәктәргә йөрөй, шахмат уйнарға өйрәнә йәки үҙенең шәхси медиапродуктын булдыра ала.
Районда 2019 йылда Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында һәм Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре асылып, әлеге көндә улар уңышлы ғына эшләп килә. 29 сентябрҙә иһә тағы ла бер - Красноусолдағы 1-се мәктәптәге “Һанлы һәм гуманитар профилле белем биреү” үҙәге асылып, уҡыусылар һанлы һәм гуманитар йүнәлештә заманса белем алыу мөмкинлегенә эйә булды. Улар “Робототехника”, “Мәктәп телевидениеһы”, “Хәүефһеҙлек мәктәбе”, “Йәш информатик”, “3D моделләү”, “Легоконструкторлау”, “Сәнәғәт дизайны”, “Шахмат ҡунаҡханаһы” модулдәре буйынса шөғөлләнәсәк. Уларға информатика уҡытыусыһы Э.Ғ.Кәримова, физика уҡытыусыһы И.В.Соколов, балаларҙы шахматҡа өйрәтеүсе физик культура уҡытыусыһы Л.Д.Хәкимова, технология уҡытыусылары Р.Р.Скрипачева, Б.Р.Шәрипов һәм “Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” уҡытыусыһы О.С.Николаев белем бирәсәк.
Үҙәкте асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов, уның урынбаҫары Айҙар Рафиҡов, мәктәп коллективы, ата-әсәләр һәм уҡыусылар ҡатнашты. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған был мөһим проект тураһында Гүзәл Зөфәр ҡыҙы һөйләп, уҡыусыларға тирә-яҡты танып белеүҙә уникаль мөмкинлектәрҙән файҙаланып, яңы технологияларҙы уңышлы ҡулланып, тырышып белем алыуҙарын, олимпиада-конкурстарҙа һәр ваҡыт беренсе булыуҙарын теләне. Р.Ғ.Солтанморатов был үҙәктәрҙә уҡыусылар төплө белем алыу менән бергә, һөнәри белемгә лә эйә буласаҡтарын билдәләне. 2024 йылға тиклем бындай үҙәктәр районда 7-гә етергә тейеш, тине ул.
Мәктәп директоры Галина Петрова “Үҫеш нөктәһе”ндә шөғөлләнеүсе балаларҙа логик фекерләү, уйлап табыу һәләте үҫешеүен, төрлө фәндәргә ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килеүенә баҫым яһаны. “Педагогик эшмәкәрлегебеҙгә заманса технологиялар ҡушылып, үҫешкә этәргес булып тора. Ул уҡытыусылар өсөн дә үҫеш нөктәһе булырына шик юҡ,” - тине Галина Викторовна.
Үҙәктең символик асҡысын мәктәп директорына тапшырғандан һуң ҡунаҡтар “Үҫеш нөктәһе” кабинеттарын ҡараны. “Технология” кабинетында балалар уҡытыусылары – Роза Рәйес ҡыҙы Скрипачева менән Булат Ришат улы Шәрипов етәкселегендә 3D принтерҙа Ғафури районы гербы төшөрөлгән эмблема сығарып бирҙе, ҡунаҡтарға ошо уҡ принтерҙа баҫылған брелоктар бүләк итте. “Информатика” кабинетында уҡыусылар йәнһүрәт төшөрөү менән мәшғүлдәр ине. “Проект эшмәкәрлеге” кабинетында 8-се класс уҡыусыһы Алексей Фомин үҙе эшләгән “Кондитер ҡулы” проекты тураһында һөйләне. 5-се класс уҡыусыһы Максим Кочешков “Йәшлек” паркы макеты менән таныштырҙы. Уларҙың үҙ проекттары тураһында илһамланып, мауыҡтырғыс итеп һөйләүе, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә етди проекттар башҡарыуҙары үҙәктең балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуын күрһәтте. “Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” кабинеты ла тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, балаларға заманса белем биреү өсөн бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған.
Артабан ҡунаҡтар мәктәптең “Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү” музейында булып, бай күргәҙмә материалдар ҡараны. Уҡыусылар башҡорт, рус, инглиз телдәрендә музей тураһында һөйләне. Мәктәп директоры Галина Викторовна әйтеүенсә, музейҙа “Үҫеш нөктәһе”нең гуманитар йүнәлешен үҫтереүгә ныҡлы нигеҙ бар.
Үҙәкте асыу тантанаһын йәмләп “Быҙыбыт” балалар өлгөлө ансамбле солистары (етәксеһе Илшат Хәбибуллин) һәм “Балалар ижады үҙәге”нең бейеү коллективтары (етәкселәре Айгөл Фәйзуллина, Светлана Бакаева) сығыш яһаны.
Теүәл фәндәрҙе яңыса өйрәнеү мөмкинлеген биргән заманса уҡыу техникаһы менән йыһазландырылған юғары технологиялы майҙансыҡтар уҡыусыларҙың белем алыу, һөнәр һайлауҙа, һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеренә ышаныс ҙур.