+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Октябрь 2020, 18:40

Ауыл хужалығы һөнәрмәндәре

Районыбыҙҙың эшсе һөнәрҙәре тимерлеге булып танылған һөнәрселек училищеһы асылыуға 36 йыл тула. Ошо айҡанлы коллективты 1997 йылдан алып етәкләүсе “БР-ҙың мәғариф алдынғыһы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” Миҙхәт Әхмәт улы Иҙрисов һөйләй:

-Бынан 10 йыл элек 130-сы Красноусол һөнәрселек училищеһының 25 йыллыҡ юбилейы тантаналы билдәләп үтелде. Ул ваҡыттан һуң уҡыу йорто тормошонда байтаҡ үҙгәрештәр булды. 2015 йылда, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарарына ярашлы, дүрт райондың – Ғафури, Архангел, Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы һөнәрселек училищелары үҙәге Талбазы ауылында урынлашҡан колледж итеп берләштерелде. Әлеге ваҡытта Красноусолда Ауырғазы күп профилле колледжы Дәүләт бюджет һөнәри белем биреү учреждениеһының филиалы эшләй. Беҙ әле лә, элекке кеүек үк, ауыл хужалығы, төҙөлөш һәм транспорт ойошмалары өсөн эшсе кадрҙар әҙерләйбеҙ.
Беҙ әҙерләгән төп һөнәрҙәрҙең береһе – ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы һәм автомобиль водителе. Үҙ эсенә “Электр-газ менән иретеп йәбештереүсе” һәм “Ташсы” компетенцияларын алған “Дөйөм төҙөлөш мастеры” һөнәре лә бик популяр. Егеттәр һәм ҡыҙҙар “Ашнаҡсы, кондитер” һәм “Йорт хужалығы хужабикәһе” һөнәрҙәренә өйрәтеүсе төркөмдә лә бик теләп белем ала.
Быйылдан беҙ “Умартасы” һөнәренә уҡытыуҙы ла тергеҙҙек, унда умартасылыҡ нескәлектәренә өйрәнеү менән бергә йәштәребеҙ бушлай тракторсы һәм “С” категориялы водитель таныҡлығына ла эйә була ала. Беҙгә ҡалһа, Башҡортостандың күпселек йүкә урмандары урынлашҡан Ғафури районында умартасылыҡ бик тә киләсәкле һөнәр.
Үҙаллы училищенан колледж филиалы статусына күсеүҙең ыңғай яҡтары менән бергә киреләре лә байтаҡ. Гәзит уҡыусылар элегерәк йәрминкәләрҙә башҡорт тирмәһе итеп стилләштерелгән палаткаларҙан 130-сы һөнәрселек училищеһы үҙ уҡыу хужалығында етештергән продукцияны: иген, көнбағыш майы, көнбағыш орлоғо, йәшелсә, шәкәр ҡомо, бал һатҡанын иҫләйҙер әле. Кешеләр фураж игенен, шәкәр ҡомон келәттән үк шундуҡ һатып алып бөтә торғайны. Уҡыу хужалығы һәм хужалыҡ иҫәбендәге төркөмдәр килтергән табыш аҡсаһына уҡыу техникаһы: тракторҙар, автомобилдәр, ауыл хужалығы техникаһы һәм оргтехника һатып алына ине. Артистарыбыҙҙың да уңыштары күп булды: “Йәйғор” бейеү ансамбле республика конкурстарында училищелар араһында даими рәүештә призлы урындар яулап килде. Ауырғазы колледжына ҡушылғас, уҡыу хужалығы кәрәкһеҙгә әйләнде, хәҙер беҙҙең механизатор-студенттар практиканы фермерҙарҙа үтә. Хужалыҡ иҫәбендәге курстар эшләһә лә, алынған килем филиалға ҡайтмай, ә Талбазыла ҡала. Бал ҡорттары менән умарталыҡ та Талбазыға күсерелде.
Әммә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, филиал киләсәккә өмөт менән ҡарай һәм арымай-талмай эшләй. Коллективтың төп көсө күптәнге, уларҙың һәр ҡайһыһы тиҫтәләрсә йыл стажға эйә.
1998 йылдан бирле механизаторҙарҙы алмаштырғыһыҙ производствоға өйрәтеү мастеры, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф алдынғыһы, Worldskills Russia II төбәк чемпионаты дипломанты, М.З.Сиражетдинов әҙерләй, уның менән бергә уҡытыусы И.М.Ҡотов һәм производствоға өйрәтеү мас-теры Н.В.Осипов эшләй. Беҙҙең буласаҡ тракторсылар ер һөрөү буйынса республика һөнәри оҫталыҡ олимпиадаларында колледждар араһында даими рәүештә призлы урындар алалар.
Водителдәрҙе 2007 йылдан алып производствоға өйрәтеү мастеры Р.А.Муканяев уҡыта. Буласаҡ төҙөүселәрҙе бына тиҫтә йыл инде уҡытыусы Р.Ғ.Латипов менән мастерҙар З.Ф.Сөләймәнов (кирбес һалыу буйынса) һәм Ә.Ә.Әбделмәнов (электр менән иретеп йәбештереү буйынса) ҡулға-ҡул тотошоп, ижади берҙәмлек менән уҡыталар. Беҙҙең төҙөүсе мастерҙар үҙ эшенең ысын һөнәрмәндәре, Ғафури районындағы барлыҡ тиерлек социаль-мәҙәни-көнкүреш объекттары: Үҙәк район дауаханаһы, мәктәптәр, балалар баҡсалары тап уларҙың туранан-тура ҡатнашлығында төҙөлгән.
Ашнаҡсыларҙы оҙаҡ ваҡыт Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған туҡланыу системаһы хеҙмәткәре, “Ашнаҡсы-оҫта” Н.Я.Калашникова уҡытып килде, хәҙер инде производствоға өйрәтеү мастерҙары Е.А.Курбатова, С.Е.Ғүмәрова 8 йыл тирәһе уның эш тәжрибәһен ҡабул итеп, дауам итәләр.
Дөйөм белем биреү дисцип-линалары уҡытыусылары ла ҙур эш тәжрибәһенә эйәләр. Тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеүҙән 1998 йылдан бирле Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Й.Р.Әбделмәнова белем бирә, Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен 20 йыл тирәһе Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы В.Ә.Батыршин, ә физкультуранан 17 йыл инде А.Ғ.Килмөхәмәтов уҡыта.
Һәм, әлбиттә, училище асылғандан бирле эшләүсе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары, Рәсәй Федерацияһы башланғыс һөнәри белем биреүенең Маҡтаулы хеҙмәткәрҙәре З.Г.Тихомирова һәм Г.Г.Ситдиҡова беҙҙең төп ғорурлыҡ булып тора. 25 йыл стажлы завучыбыҙ Г.Т.Ғәзетдинова ла ошондай уҡ билдәгә эйә.
Читайте нас: