+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Октябрь 2020, 19:25

“Байыҡ” аҡһаҡалы

Сәйетбаба ауылында ғүмер итеүсе әүҙем, илһамлы кеше Закир Ишмырҙин “Байыҡ” бейеү конкурсының беренсе турында “Ветеран” бейеүе менән сығыш яһап, ҙур баһа алғайны. Сәмләнеп ҡайтҡан ветеран икенсе турға “Көгөш һыуы буйында” бейеүен тәҡдим итеп, еңеүсе тип танылды. Абруйлы жюри 75 йәшлек ил ағаһына баһа ҡуйып тормайынса, “Байыҡ”тың аҡһаҡалы тип билдәләргә ҡарар итте.

- Бәләкәй саҡта ололарҙың мәжлестәрҙә гармун, ҡурай уйнап байрам итеүен һоҡланып ҡарап ултыра торғайным. Мәктәпте тамамлап, төҙөлөшкә эшкә урынлашҡас, беренсе эш хаҡыма гармун алдым. Сәйетбабала колхозда эшләүсе Әсҡәт Фәхретдинов ағай шәп бейеүсе булды. Уның бөтә ере, хатта ҡашы ла бейей, бөркөт кеүек осоп йөрөр ине. Ауылдың 7-8 егетен, шул иҫәптән мине лә бейергә өйрәтте. Шәйхетдин Фәйзуллин ағайҙың юрғалап, артҡа ла, алға ла китеп бейеүен ҡыҙыҡ күреп ҡарай инек. Һәр кемдә талант, дәрт бар. Бейеү оло кешегә дәрт кенә түгел, физкультура ла булып тора. Ҡатыным Рәшиҙә үҙе бейеп йөрөгән кеше булараҡ, мине аңлай, ярҙам итә. Ғаилә менән 1988 йылда Республика тальян байрамында, 1986 йылда ра-йон мәҙәниәт йортоноң агитбригадаһы менән Өфөлә, Ҡазанда ҡатнашып, еңеп сыҡтыҡ. Ҡайҙалыр сығыш яһағанда кеше менән аралашаһың, уларҙан фәһем алаһың. Өйҙә һәр саҡ бейеп, йырлап йөрөйөм. Киләсәктә ир-аттарҙы йыйып, “Һабантуйҙа” бейеүен һалырға ла иҫәп ҙур. Ауыл мәҙәниәт йортонда балалар бейеү түңәрәктәрен асһындар ине тигән теләгем дә бар, - ти Закир Вәлиулла улы.
“Көгөш һыуы буйында” бейеүен Закир Ишмырҙинға Илшат Хәбибуллин һалған. “Байыҡ” көйөнә Алик Шәмситов баянда, Рәмил Ҡотдосов ҡурайҙа уйнай, бейеү йәнле бара. Тамаша йылға буйында һүрәтләнгән. Ҡарт бабай көскә атлап, хәлһеҙ генә йылға буйына килә лә, бит-ҡулдарын йыуып, услап һыу эсә. Йәшәреп, дәрте асылғас, бейергә төшөп китә. “Эх, Усолканың шифалы һыуҙары”, - тип әйтеп тә ала. Был бейеү районыбыҙҙың шифалы һыуҙарын данлай.
“Бейеүҙәр күңелебеҙҙе биҙәй, йәшәртә. Ниндәй генә һөнәр эйәләре булмайыҡ, йәшкә ҡарамайынса бейеп йәшәйек”, - тигән фекерҙә “Байыҡ” аҡһаҡалы Закир Ишмырҙин.
Читайте нас: