“ШЭ Тахтаров” К(Ф)Х-һында шәкәр сөгөлдөрө 300 гектар майҙанда сәселһә, шаршамбы көнгә уның 240 гектары ҡаҙып алынған да инде. Хужалыҡ етәксеһе Г.М.Тахтаров әйтеүенсә, ошо көнгә хужалыҡ дәүләткә 6 мең тонна “татлы тамыр” оҙатһа, тағы ла 4 мең тонна йыйып алыу күҙ уңында тотола. Көндәр ошолай матур торғанда эште оҙаҡҡа һуҙмай тамамлап ҡуйырға ла уйлашалар. Сөгөлдөр тейәгестә Алексей Тахтаров, комбайнда Максим Тахтаров, Андрей Беляев, Дмитрий Пастухов, уларҙың ярҙамсыһы Максим Павлов, Ринат Кокорин, тракторсылар Евгений Дашков, Владимир Шестаков, Нияз Хәкимов тырышып эшләй. Диспетчер Надежда Гутарова килгән, сөгөлдөр тейәп киткән машиналарға иҫәп алып барһа, Алина һәм Люба Сәйетбатталовалар ҡойолған, ҡалған сөгөлдөрҙәрҙе бөртөгөн дә әрәм итмәй йыйып алалар. Раевка шәкәр заводына ташыу өсөн төрлө ерҙән машиналар йәлеп ителгән. Эшселәрҙе Гөлдәр Аралбаева менән Әсмә Мостаева алмашлап эшләп, ҡайнар аш менән һыйлай.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, эш ошондай темпта барһа, оҙаҡҡа һуҙылмаҫ.