+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Октябрь 2020, 18:45

Үткәндәрҙе байҡап...

Красноусолда 130-сы һөнәрселек училищеһы тәүҙә 1-се һанлы Стәрлетамаҡ СПТУ-һы филиалы булып тора. 1984 йылдың 15 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Профессиональ-техник белем биреү идаралығы бойороғо менән айырым уҡыу йорто — 130-сы СПТУ итеп үҙгәртелеп, үҙ аллы эшләй башлай. Уҡыу йорто өсөн КПСС райкомының иҫке бинаһы бирелә, элекке кабинеттар уҡыу кластары итеп үҙгәртелә.

Тәүге директоры Николай Александрович Ипатов училищены ныҡлап аяҡҡа баҫтырыуға ҙур көс һала. Тәүге йылдарҙа училище тик тракторсы-машинистар, ташсылар, монтажсылар ғына әҙерләй.
1984 йылдың аҙағына директор етәкселегендә уҡытыусылар, уҡыусылар һәм производствоға өйрәтеү мастерҙары тырышлығы менән водителдәр әҙерләү өсөн база булдырылыуы егеттәрҙе 3 йыл уҡыу ваҡыты менән тракторсы-машинист, “С” категориялы водитель һөнәрҙәренә уҡытыу мөмкинлеген бирә. 1986 йылда тәү башлап 8-се класты тамамлаусыларҙан “Тракторсы” һөнәренә 2 төркөм һәм “Ауыл төҙөлөшө оҫтаһы” һөнәренә 1 төркөм йыйыла.
Һөнәрселек уҡыу йорто асылған тәүге көндәрҙән үк Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен уҡытыусы Николай Иванович Ковешников өйрәтә. Иң тәүге механизаторҙарҙы производствоға өйрәтеү мастерҙары булып Алексей Корнеевич Шевцов, Марат Фәрүәз улы Басариев, Фәрит Хөрмәт улы Хөснөтдинов һәм Миҙхәт Әхмәт улы Иҙрисов эшләй. Трактор һәм автомобилдәр төҙөлөшө буйынса тәүге уҡытыусыларҙың береһе Ғәбиҙулла Шафиҡ улы Абдрахманов, аҙаҡтан Рәшит Ғәлимулла улы Нафиҡов була. Төҙөүселәрҙе уҡытыу базаһы производствоға өйрәтеү мастерҙары Виктор Васильевич Соколов, Николай Александрович Куликов, уҡытыусы Рәшит Зәйнетдин улы Фәхретдиновтың тырышлығы менән булдырыла. Автомобиль йөрөтөү буйынса тәүге инструкторҙар Әсҡәт Ғибәҙәт улы Фәтҡуллин, Николай Николаевич Карташов, Иван Алексеевич Пастухов, ауыл хужалығы машиналары буйынса Ирек Заһит улы Мәҡсүтов белем бирә. Тәүге көндәрҙән үк бухгалтерия менән Миңнинур Ноғоман ҡыҙы Аҡбашева етәкселек итә. Рәйес Әмир улы Кәлимуллин өлкән мастер була, тәрбиәүи эштәрҙе Земфира Мәхмүт ҡыҙы Зыязетдинова алып бара, Гөлира Таһир ҡыҙы Ғәйнуллина - уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире, Тәнзилә Ғилметдин ҡыҙы Фәйзуллина - дөйөм ятаҡтың берҙән-бер алыштырғыһыҙ коменданты, ә Миңнура Хәйрулла ҡыҙы Шириязданова тәрбиәсеһе була.
Дөйөм ятаҡ итеп Красноусолдағы 3-сө мәктәптең иҫке бинаһы бирелә. Мастерҙар, уҡыусылар көсө менән авария хәлендәге бинаның ҡыйығы, йылытыу системаһы ремонтлана, һыу үткәрелә. Ҡаҙанлыҡ өсөн утынды ла курсанттар менән бергә әҙерләйҙәр, һуңғараҡ ятаҡ 3-сө мәктәптең йылылыҡ селтәренә тоташтырыла. Уҡыусыларҙы туҡландырыу Красноусол ОРС-ының үҙәк ашханаһында (хәҙерге “Магнит” магазины) ойошторола. Туҡланыу бушлай була. Ул йылдарҙа уҡыусылар кейем-һалым, бушлай туҡланыу, стипендия һ.б.-лар менән дә тәьмин ителә.
1985-1992 йылдар арауығында дәүләт училищеға трактор һәм автомобилдәр бүлә. Директор Н.А.Ипатов тырышлығы менән училищеның икенсе уҡыу корпусы, автомашина һәм трактор гараждары төҙөлә. 1987 йылда “Д” һәм “Е” категориялы водителдәр әҙерләү өсөн база булдырыла.
1992 йылдан 1997 йылға тиклем етәкселек “дилбегәһе”н Нәжип Нәжметдин улы Шәрәфетдинов тарта. Ул эшләгән ваҡыттa “Умартасы” һөнәренә уҡытыу буйынса база булдырыла. Ул иң ауыр 90-сы йылдарҙа училище коллективын һәм мөмкинлектәрен һаҡлап ҡала.
1997 йылдың авгусынан директор вазифаһында Миҙхәт Әхмәт улы Иҙрисов эшләй. 1999 йылда автодром төҙөлә, “А” һәм “В" категорияһы водителдәре әҙерләү буйынса база булдырыла, ҡыҙҙар “Йорт хужалығы хужабикәһе" тигән яңы һөнәргә уҡытыла башлай, уның нигеҙендә ҡыҙҙарҙы бухгалтер, тегенсе, йәшелсәсе һөнәрҙәренә уҡытыу мөмкинлеге асыла. Район Көнкүреш йорто тарҡалғас, унан 15-ләп теген машинаһы алып, теген оҫтаханаһы асалар. 2000 йылда 1 йыл уҡыу ваҡыты менән “Бухгалтер" һәм “Ветфельдшер" һөнәрҙәренә уҡытыу башлана. Бының өсөн ҡорамалдар һәм күргәҙмә әсбаптар һатып алына, ветфельдшерҙарҙы уҡытыу буйынса кабинет булдырыла. 2003 йылдан 9-сы кластан һуң 3 йыл, 11-сенән һуң 1 йыл уҡыу ваҡыты менән “Дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры" һөнәре буйынса уҡытыу башлана.
2002 йылда хужалыҡ ысулы менән дөйөм ятаҡ төҙөлә. 2004 йылда уҡыу корпусына һәм дөйөм ятаҡ биләмәһенә капиталь ремон уҙғарыла. 2007 йылдан уҡыусылар уҡыу йортоноң үҙ ашханаһында туҡлана.
Хеҙмәткә өйрәтеү маҡсатында 1998 йылда уҡытыу умарталығы булдырыла, унда умартасы һөнәренә уҡыусылар практика үтә. Йыл да бал һатыуҙан 100 мең һумға яҡын табыш алына. Училищеның 300 гектар ерендә "Механизатор" һөнәрен һайлаған курсанттар хеҙмәт практикаһы үтә. Үҙҙәрен йәшелсә, бәрәңге, шәкәр, көнбағыш майы, ярма менән тәьмин итәләр. Артҡанын һатыуҙан алынған аҡсаны аҙыҡ-түлек һатып алыуға тотоналар. Шәкәр сөгөлдөрөнән дә сағыштырмаса һәйбәт уңыш үҫтерәләр. Төргәкләп бесән һатып та килем алалар.
Читайте нас: