+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Октябрь 2020, 12:00

Ҡулдарында тәүге китаптары!

Ғафури районы сәсәндәр мәктәбе 2019 йылда уҡыусы балалар араһында “Ҡышҡы йәйғор” исемле ижади бәйге ойошторғайны. Был бәйгелә бик теләп райондың Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Красноусолдағы 2-се, 3-сө урта мәктәптәр, Яугилде, Үзбәк ауы-лы мәктәптәре уҡыусылары үҙҙәре ижад иткән шиғыр-ҡобайырҙары, әкиәттәре, хикәйә-иншалары менән ҡатнашты.

Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр был бәйгегә 60-ҡа яҡын уҡыусыны алып килде. Уларға ҙур рәхмәт! Йәш быуынға ижад орлоҡтары сәсеүҙә, башҡорт телен үҫтереүҙә һәм һаҡлауҙа һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙур.
Сәсәндәр мәктәбе тарафынан балаларҙың ижады бер йыйынтыҡ булып донъя күрҙе. Бының республикабыҙҙа иғлан ителгән Башҡорт теле йылында булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы хәл. Күптән түгел Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Алтынбикә сәсәниә гимназия уҡыусыларына үҙҙәренең ижады тупланған тәүге китаптарын ҡулдарына тапшырҙы. Төрлө йәштәге уҡыусы балалар йыйынтыҡты алып һөйөндө. Бәхетленең ҡунағы бер көндә тигәндәй, гимназияла Өфөнән - “Аҡ тирмә” ойошмаһынан килгән ҡунаҡтар ҙа бар ине.
Ғафури балалары ижад итергә оҫталар! Мин улар араһынан киләсәктә шағирҙар, яҙыусылар, сәсәндәр, билдәле шәхестәр сығырына ысын күңелдән ышанам. Уларҙың күңелендә бөрөләнгән Әҙәби ижадты үҫтереүгә әҙ генә булһа ла өлөшөм барлығын тойоу – минең өсөн ҙур бәхет. Ҡыйыу атлағыҙ ошо юлдан, балалар!
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА,
Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе.
Читайте нас: