+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 16:35

Күңел байрамы булды

Халыҡ-ара Ололар көнө уңайынан Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто алдында ла матур байрам үтте.

Ҡотлау һүҙе менән ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафин, Сәйетбаба урта мәктәбе директоры Рәмилә Ғәзизова, ветерандар советы рәйесе Закир Ишмырҙин, ауыл башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәзим Мәүлетҡолов сығыш яһаны. Улар үҙ теләктәрендә оло быуын кешеләренә ҡоростай һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар юлланы. Изге ҡотлауҙар концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Сираттағы байрам ветерандарыбыҙ өсөн күңел байрамына әйләнде. Оло йәштәге ағай-апайҙарыбыҙ дәртле баян моңдарына күңелле итеп бейешеп тә алдылар. Шулай уҡ килгән ҡунаҡтарға ла һүҙ бирелеп, Зөфәр Юнысовтың баянда уйнауы, Миңлеямал Сатлыҡованың моңло итеп йырлауы барыһының күңеленә хуш килде.
Сара күңелле сәй табыны менән тамамланды. Сәй өҫтәле әҙерләшергә ярҙам ҡулы һуҙған ауыл хакимиәтенә, Ағинәйҙәргә, бағыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Закир ИШМЫРҘИН,
ветерандар советы рәйесе.
Читайте нас: