+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 13:25

Ғүмер көҙөндәгеләрҙе тәбрикләп

Октябрҙең тәүге көнө сағыу байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән башлана. Был көндө уларға иғтибар, хөрмәт күрһәтеп, рәхмәт белдереүҙең һәм өлкән быуынға ихтирам күрһәтеүҙең айырым көнө лә булып тора.

Коронавирус пандемияһы һаман үҙен һиҙҙертеп торғанлыҡтан быйылғы байрам сараһы М.Ғафури майҙанында, асыҡ һауала үткәрелде. Ололар өсөн йәрминкә ойошторолоп, ра-йон мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре матур концерт та әҙерләгәйне.
Алып барыусылар Гөлназ Мирхәйҙәрова менән Фәнзил Ғәлин сараны асып, ғүмер көҙөнә кергән оло йәштәгеләргә ялҡынлы, изге теләктәрен еткерҙе. Муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова оло быуын кешеләрен ра-йон хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов исеменән ҡайнар ҡотлап, ҡоростай сәләмәтлек, тыныс тормош, бәхетле ҡартлыҡ кисереп ғүмер итеүҙәрен теләне. Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Дамир Ҡунафин да был сараның мөбәрәк булыуын теләп, оло йәштәгеләргә үҙенең изге, матур теләктәрен юлланы.
Ололар көнөнә “Алтын ҡурай” ойошмаһы 200 кеше өсөн тәм-том менән сәй эсеп китеү өсөн бай өҫтәл әҙерләгән. Бында арып киткән оло быуын кешеләре сәй менән һыйланып, ултырып концерт ҡараны.
Йәрминкәгә ауыл биләмәләренән шәхси эшҡыуарҙар, күпләп ҡош-ҡорт, мал-тыуар тотҡан ауыл уңғандары иртә менән килеп етеп, һәр береһе алыусыларҙың “кеҫәһен тишмәҫлек” хаҡҡа үҙ тауарын тәҡдим итә башланы. Теҙелеп киткән сауҙа рәттәрендә йәшелсә, ит, һөт, бәрәңге күпләп һатыуға ҡуйылғайны. Һатып алыусыларға һайлап алыу мөмкинлеге лә булғас, һәр кем магазиндарҙыҡынан осһоҙораҡ хаҡҡа, етмәһә үҙ еребеҙҙә үҫкән, етештерелгән аҙыҡ-түлекте алып ҡыуанды.
Красноусолдан Иҙрисовтар татлы бал, Фәйруза Ғибаҙуллина буҙа, ҡаҡ, 4 һыйыр тотоусы Әлфиә Хажиева күпләп ҡаймаҡ, ҡорот, һөт, Хәлиҙә Әйүпова ҡаҙ, тауыҡ, бәйләнгән йылы башалтайҙар, Аҡкүлдән Әхмәтғәлиева ҡаҙ, Елена Ерофеева, Мәндемдән Зилә Мөхәмәтйәнова, Ташбүкәндән Роза Кәримова, Әлиә Ғөбәйҙуллина, Байымбәттән Светлана Ғәлина эремсек, ҡаймаҡ, һөт, Йөҙимәндән шәхси эшҡыуар Илзирә Рәхмәтуллина бал, һөт, май, ҡаймаҡ, һуған, бәрәңге, петрушка, Үтәктән Динара Ғиззәтуллина көс еткеһеҙ итеп үҫтерелгән бройлер тауыҡтары түшкәләре, йомортҡа тәҡдим итте йәрминкәгә килеүселәргә.
Буруновканан Илдус Әминов төргәген 80 һум менән һалам һәм 2 меңгә сусҡа бәрәстәре тәҡдим итте. Шул уҡ ауылдан Илшат Әбйәлиловтың көнбағыш майын, игенен, һаламын, бәрәңгеһен дә һатып алыусылар өйгә алып барып биреү шарты менән теләп алдылар. Ҡотлоғужанан шәхси эшҡыуар Азат Маннанов алып килгән кәзә ҡымыҙы, сыр, эремсеген ауыҙ итеп ҡарап, һатып алды. Мораҡтан Йәрмөхәмәтовтар ҡып-ҡыҙыл алма, бәрәңге, һарымһаҡ, шифалы үләндәр алып килгән. “Фәйзуллин” икмәкханаһы тәҡдим иткән икмәк-кондитер изделиелары ла үҙенә тартып тора ине был байрамда.
“Хәләл Еҙем” кооперативы үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Юлыҡтан Гөлфинә менән Вәкил Юлмөхәмәтовтар, Таш-Аҫтынан Зәйнешевтар, Аҡташтан Иҙрисовтар, Ташлынан Узелковтар, Юрмаштан Илнур Йомағолов, Миңнулла Шәмсетдинов тана, һыйыр ите алып килгәндәр.
Сыуаш Ҡарамалы ауылынан Светлана менән Олег Никифоровтар йәрминкәгә һуған, кәбеҫтә, кишер, бәрәңге һәм башҡа йәшелсә, шул уҡ ауылдан Валерий Журавлев хризантема үҫентеләрен килтергән. Төрлө төҫкә бөрөләнгән хризантема сәскәләре бер ялан булып ултырһа ла, “һә” тигәнсе һатып алып бөттөләр.
Көндөң аяҙ, сағыу тороуы ла барыһына күтәренке кәйеф, көс-ҡеүәт өҫтәп, байрамды йәнләндерҙе. Ололар район мәҙәниәт һарайы артистары әҙерләгән бай концертты ла ҡараны, үҙҙәренә кәрәкле аҙыҡ-түлеген, әйберен алып, күтәренке кәйеф менән рәхмәттәрен әйтеп таралышты майҙандан.

Читайте нас: