- Әҙерләнеү осоронда балалар командаһы ялан маршрутына сығып, Ташлы юлындағы Алыҫ Төлкәҫ йылғаһы бу-йында эҙләнеү эштәре башҡарып, ориентирҙы билдәләү һәм башҡа конкурс талаптары буйынса видео яҙҙырҙыҡ, - ти түңәрәк етәксеһе Айрат Миңлебаев.
Түңәрәккә бик теләп йөрөүсе Екатерина Вороширина “Рәсәйҙең Алтын ҡаҙығы” темаһын яҡлаған. Уның һөҙөмтәле эше лә командаға уңыш килтергән. Команданан Дмитрий Черкасин, Антон Поляков, Арина Солтанбәкова түңәрәктә өс йыл шөғөлләнеү осоронда бик күп геология серҙәренә өйрәнгәндәр. Шуға ла был команда алдынғылар рәтенә инеп, 16 төбәк араһында беренсе урын алыуға өлгәшкән дә инде. Киләсәктә лә түңәрәк етәксеһе Айрат Ришат улына һәм уның шөғөлләнеүселәренә уңыштарға өлгәшеп, алдарына ҡуйған маҡсаттарға ирешеүҙәрен теләп ҡалабыҙ.