+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 10:30

Байрам менән, хөрмәтле райондаштар!

Һеҙҙе төп байрамыбыҙ – Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан ихлас ҡотлайым.

Был байрам күп милләтле республика халҡының берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыуған еребеҙгә сикһеҙ һөйөү, тарихи берлегебеҙ һәм республика потенциалы символы булып тора.
Яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәт һөйөүсәнлеге, яуаплылығы, илһө-йәрлеге, үҙ-ара ихтирамлылығы, толерантлығы республикалағы өҫтөнлөклө социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә этәргес була, рух ныҡлығы бирә. Йылдан-йыл халыҡтың йәшәү кимәле арта, ҡала-райондар төҙөкләндерелә, ауыл хужалығы һәм төбәк иҡтисады тотороҡло үҫешә. Һеҙҙең һәр берегеҙ фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән республикабыҙҙың сәскә атыуына үҙ өлөшөн индерә.
Был матур байрам көнөндә барығыҙға ла сәләмәтлек, бәхет, бар изге башланғыстарығыҙ-ҙың тормошҡа ашыуын, районыбыҙ һәм республикабыҙ мәнфәғәтенә уңышлы эшмәкәрлек, именлек, тыныслыҡ теләйем.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: