Байрам сараһын алып барыусылар Гөлназ Мирхәйҙәрова менән Фәнзил Ғәлин хөрмәтле уҡытыусыларға, мәғариф ветерандарына ҡайнар ҡотлауҙарын матур шиғыр аша еткерҙе.
Тантаналы сараға йыйылған барлыҡ педагогтарҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова тәбрикләп, үҙе һәм район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов исеменән ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
- Был байрам барыбыҙға ла ҡәҙерле. Белем тауына әйҙәгән остаздарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдереү мөмкинлеге лә бирә. Изге уҡытыусы хеҙмәтенең ҙур әһәмиәтен билдәләй. Һеҙ уңышлы эштәрегеҙ аша уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен арттырыу өсөн күп көс һалаһығыҙ. Уҡыусылар алдында өр-яңы белем донъяһын асаһығыҙ. Уларҙа үҙаллылыҡ, даими үҫешкә ынтылыш тәрбиәләйһегеҙ. Юғары әхлаҡи йүнәлеш биреү йәһәтенән өлгө күрһәтәһегеҙ. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, аҡыл ҡеүәһе һәм фиҙаҡәрлегегеҙ, сабырлығығыҙ, балаларға ихлас һөйөүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тине ул үҙ сығышында.
Шулай уҡ Красноусолдағы 2-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Ғәлиә Халиҡова менән Аҡкүл урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы Петр Лебедевҡа 2020 йылда Ғафури район территорияһында Берҙәм дәүләт имтиханын юғары һөнәри кимәлдә ойош-
тороп, уңышлы үткәргән өсөн БР Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау хаты һәм бер төркөм уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары тапшырылды.
Район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов та район уҡытыусыларына һөнәри байрамдары уңайынан ҡайнар ҡотлауҙарын еткерҙе һәм йәнә бер төркөм хеҙмәт алдынғылары уның ҡулынан район Советының Маҡтау грамоталарын алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Район мәғариф бүлеге етәксеһе Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов та уҡытыусыларҙы хеҙмәттәре өсөн ысын күңелдән тәбрикләп, бер төркөм уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
“Тирмән” икмәкханаһы хужабикәһе Светлана Фомина барлыҡ уҡытыусыларға еңел булмаған эштәрендә уңыштар, һаулыҡ теләп, үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм мәктәптәр өсөн әҙерләгән бүләген тапшырып үтте.
Сара район мәҙәниәт һарайы артистарының сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы. Уҡытыусыларға “Самауырлы ритайым” да ойошторолғайны. Улар ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашты, рәхәтләнеп бейеп, күңел асты. Шунда уҡ байрам сараһына йыйылыусылар “Алтын ҡурай” ойошмаһы (Г.Урманшина) әҙерләгән өҫтәлдә тәм-том менән һыйланды.
Был көндө балаларға булған күңел йылыһы, тынғыһыҙ хеҙмәттәре өсөн ихтирам һәм хөрмәт күрһәтелде мәғариф хеҙмәткәрҙәренә.