-Халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы ҡурай сәскәһенең 7 тажы рәүешендә эшләнгән 7 тирмәнән тора. Шуның 4-һе – районыбыҙҙағы башҡорт, татар, рус һәм сыуаш милләттәренең үҙ-ара татыу һәм берҙәм йәшәүен сағылдырһа, 3 тирмә башҡорт халҡының милли биҙәүестәрен, халыҡ ҡоралдарын һәм милли ризыҡтарҙы әҙерләү оҫтаханаһы өсөн тәғәйенләнгән. Әйҙәгеҙ, был тирмәләрҙең шаршауын асайыҡ һәм уларҙың эсенә күҙ һалайыҡ.
Башҡорт тирмәһе бигерәк тә бай йөкмәткеле булыуы, зиннәтле, сағыу балаҫтары, ҡулдан эшләнгән боронғо семәрле һандыҡтар, йыһаздары, үҙенә генә хас биҙәлеше менән күңелде әсир итә. Уға материалдарҙы Юлыҡ, Һабай, Ҡауарҙы, Бурлы ауыл мәҙәниәт йорттары йыйып урынлаштырған. Музей экспонаттары менән Юлыҡ мәктәбе лә ярҙам иткән.
Ҡауарҙы ауылы оҫтаһы Илгизәр Ғәлин үҙенең эштәрен тәҡдим иткән. Ул яңыраҡ ҡына яңы кәсепте – ағас һауыт-һабалар: бал өсөн батман, батмус, тәрилкә, ҡалаҡ, шулай уҡ тәҙрә йөҙлөктәре эшләүҙе үҙләштерә башлаған. Семәрле һандыҡтарҙы Ҡауарҙынан ағас оҫтаһы Әмир Зәйнуллин һырлап-семәрләп эшләгән. Башҡорт балаҫтарын һәм ҡорамаларҙы Юлыҡ ауылының ҡул эштәре оҫталары Нәфисә Ҡужина, Рима Рафиҡова, Минзилә Шаһиева, Ҡауарҙы оҫталары Луиза Сөләймәнова, Миңнира Хәйретдинова, Рәмилә Ғәлина, Әнисә Сурағолова һәм Һабайҙан Сәкинә Басирова тәҡдим итте.
Сәйетбаба ауылының билдәле аҫалы балаҫтар һуғыусыһы Рабиға Йәрмиева һәм заманса туҡыу станогында Нәфисә Ҡужина (Юлыҡ) оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы.
Башҡорттоң һуғышсанлыҡ символы – ҡылыс, уны Марат Исмәғилев әҙерләгән. Ат егеү кәрәк-ярағы - Фәнзил Хәбибуллиндыҡы. Тирмәгә иҙәндәге һарыҡ һәм кәзә тиреләре, милли кейемдәр, башҡорт нағыштары менән сигеүле таҫтамалдар үҙенсәлекле биҙәк өҫтәй.
Татар тирмәһен Игенйылға, Яңғыҙҡайын, Үтәк мәҙәниәт йорттары, Ҡотлоғужа, Туғай ауыл клубтары әҙерләгән.
Тирмәләрҙе биҙәүҙә Яңы Бурлы ауылы клубынан Рәйлә Мырҙағолова менән Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йортонан Рәүилә Килмөхәмәтова ҡатнашҡан. Туғайҙарҙың да (Үтәк ауыл Советы) ғорурланырлыҡтары бар. Ауылдың балаҫ һуғыу оҫтаһы Гөлнара Заһиҙуллина һуҡҡан матур, күҙҙең яуын алырлыҡ аҫалы балаҫтар хатта Мәскәүгә, Питерға, Өфөгә “оса”.
Татар өйҙәрендә борон стенаның буйынан-буйына һике урынлашҡан булған, уларҙы балаҫтар менән йыйыштырғандар. Шунда йоҡлағандар, махсус етен ашъяулыҡтар йәйеп, шунда уҡ ашағандар ҙа. Һике янында сәңгелдәк элеп ҡуйылған. Һәр бер өйҙә һандыҡ булған һәм унда документтар һаҡланған. Кейәүгә сығасаҡ ҡыҙҙарға айы-рым һандыҡ булған. Ҡышҡы оҙон төндәрҙә ҡыҙҙар үҙҙәренә бирнә (һарыҡ йөнөнән кейеҙ, балаҫтар, етен туҡыманан ҡайыулы таҫтамалдар һ.б.) әҙерләгән. Татар ҡатын-ҡыҙҙары нағышлап һәм әүернәләп сигергә ярата. Бындай эштәр тирмәләргә биҙәк өҫтәй ҙә инде. Сигелгән ҡул эштәре Игенйылға ауылынан Зөбәйҙә Йәнешеваныҡы. Ул быларҙы кейәүгә сыҡҡанда сиккән. Ә ветеранға хәҙер 83 йәш! Игенйылға ауыл мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе Зилә Сәйетбатталова татарҙарҙың көнкүреш әйберҙәрен: май яҙғыс көбө, һелкәүес, ағас ҡалаҡтар, сынаяҡтар, тары елгәреү өсөн ялғаш килтергән. Яңғыҙҡайындар менән ҡотлоғужалар үҙҙәренең балаҫтарын, Бурлы менән Үтәк ауылы кешеләре ҡайылған әйберҙәрен тәҡдим итте.
Сыуаштарҙың көнкүрешен һәм мәҙәниәтен Аҡкүл һәм Мораҡ ауыл мәҙәниәт йорттары, Антоновка ауыл клубы күрһәтте. Башҡорт тирмәһе балаҫтары менән дан тотһа, сыуаштыҡы иһә – ҡайылған-сигелгән әйберҙәре менән. Биҙәкләү бик нескә, ҡатмарлы, үҙенсәлекле эш. Ашъяулыҡтар, тәҙрә ҡорғандары, таҫтамалдар – барыһы ла Аҡкүл ауылынан билдәле ҡул эштәре оҫтаһы Лидия Петрованыҡы. Сигелгән шарҙар рәүешендәге матур декоратив әйберҙәр Мораҡтан Олеся Фленко тарафынан башҡарылған. Ул ҙур полотнолар ҙа сигергә ярата. Уларҙың береһе - “Һомай ҡош”то 5 йыл ҡайып эшләгән, ул да тирмәлә урын алған.
Сыуаш халҡы үҙҙәренең әсәй-өләсәйҙәренең кейемен ҡәҙерләп һаҡлай һәм ул быуындан-быуынға күсә килә. Сыуаш ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәктәре көндәлек, эш һәм байрамда кейә торғанға бүленә.
Аҡкүл ауыл мәҙәниәт йортоноң “Тандышсем” ансамбле ағзаһы Юлия Сергеева теккән кәләш өсөн аҡ күлдәк тирмәлә манекенда күрһәтелде. Сыуаш ҡатын-ҡыҙҙарының иң матур биҙәүесе булып баш кейеме – тәңкә һәм сәйләндәр менән тегелгән хушну һәм түшелдерек (селтәр) тора. Ансамблдән Нина Матвееваның әсәһенең баш ке-йеме ошоғаса һаҡланып килгән. Шулай уҡ Ирина Иванованың эштәрен дә билдәләп үтергә кәрәк: ул да ырғаҡ һәм бәйләм энәләре менән япмалар бәйләй.
Тирмәнең сағыу биҙәге – ул етендән туҡылған таҫтамалдар. Ҡайһыларына хатта 100-120-шәр йыл! Улар Мораҡ ауылы музейынан килтерелгән. 70 йыл буйына һаҡланған бишек. Был тирмәлә бына ошондай ҡиммәтле экспонаттар йыйылған.
Урыҫ өйө (избаһы) – Табын ауыл мәҙәниәт йорто һәм Родина ауыл клубы тирмәһенән ҡыҙҙарҙың күңелле тауыштары яңғырай. Эсенә күҙ һалһаң, ғәжәйеп матурлыҡҡа “ах!” итерлек. Бында төрлө йорт йыһаздары урын алған: карауат, буфет, өҫтәл, радиоалғыс. Барыня-карауат матур биҙәкле семәрле, һуғылған киндер япма һәм ҡупшы мендәрҙәр менән йыйыштырылған. Карауат аҫтындағы ояла өйрәк йомортҡа баҫып ултыра. Ыҡсым ғына буфет Родина музейына бында йәшәүсе Зоя Крёхованан мираҫ булып ҡалған. Һандыҡ, йөн иләгес, гармун, балалайка, шулай уҡ мейес тә бында үҙ урынын тапҡан.
Урыҫ өйө төрлө кәрәк-яраҡҡа бай: сөгөндәр, самауырҙар, йәмкәләр, һоҫҡолар. Тупһа янында урыҫ өйөнөң хужаһы – йүкә сабаталар эленеп тора.
Урыҫ өйөнә Архангелка ауыл клубындағы музейҙан матур балсыҡ көршәктәр, сағыу сәскәле, сигелгән таҫтамалдар үҙенсәлекле биҙәк өҫтәй. Улар унда 20-ләп дана. Ә уның хужабикәһе – Родина ауы-лынан Валентина Веретюк – ҡул эштәре оҫтаһы, үтә лә һәләтле! Уның ҡулында бар нәмә йәнләнә: бына сәйнүктәге ҡурсаҡ-йылытҡыстарҙы ысын тип торорһоң! Иҙәндәге йоморо балаҫ-дорожкалар – Табын ауы-лынан Рая Әбелғәйерованың эштәре. Бында шулай уҡ Табын ауылынан халыҡ оҫтаһы, рәссам Иван Георгиевич Пешковтың картиналары (ҡатыны килтергән), билдәле ағас оҫтаһы Олег Зиминдың эштәре урын алған. Константин Соколов эшләгән алма менән тулы кәрзин күҙҙең яуын ала. Стенаға Табын ауылы оҫтаһы Валентина Ғилфанованың бәйләм иконалары эленгән. Өйҙә Табын Алла Анаһы иконаһына айырым урын бирелгән.
Башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарын әҙерләү буйынса тирмә
Илһам Байбулдин – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, импровизатор, республика, Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстар лау-реаты, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары эшләү буйынса оҫта. Үҙ тирмәһендә ул ҡурай, думбыра, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Думбыра – өс кенә ҡыллы был ҡорал йыраусы-сәсәндәрҙең ҡулынан төшмәгән. Илһам Байбулдин боронғо оҫталар яҙып ҡалдырған сығанаҡтарға таянып башҡорт думбыраһын тергеҙеү өҫтөндә эшләй.
Тирмәне биҙәү менән Сәйетбаба мәҙәниәт йорто һәм “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге мәшғүл булған.
Башҡорт биҙәүестәрен әҙерләү буйынса тирмә
Традицион башҡорт биҙәүестәре бетеү, һаҡлаусы, ырыуҙы танытыусы булып хеҙмәт иткән, ғаиләнең статусын да белдергән, башҡорттарҙың эстетик ҡарашын да сағылдырған. Ошолар хаҡында костюмы миҫалында Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе Рәүилә Килмөхәмәтова һөйләне.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың төп биҙәүесе - түшелдеректәрҙе тығыҙ туҡыманан тегәләр, сәйлән, мәрйен, тәңкәләр, сулпылар менән биҙәйҙәр. Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар баштарында ҡашмау йөрөткән. Хәҙер был традицион башҡорт биҙәүестәрен эшләү сәнғәте тергеҙелә башланы. бигерәк тә үҙенең образына ниндәйҙер этно-биҙәк индерергә теләүселәр уны ҡуллана. Ағинәйҙәр коллективтары менән Еҙем-Ҡаран инәйҙәре лә биҙәүестәрҙе эшләү оҫталары. Юлыҡ, Һабай, Баҡраҡ һәм башҡа башҡорт ауылдарында түшелдерек эшләү менән мәшғүлдәр.
Ювелир биҙәүестәр ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына бүленә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына беләҙектәр, алҡалар, муйынсалар, мәрйен беләҙектәр, сулпылар – парлы биҙәүестәр, көмөш һәм еҙ муйынсаҡтар. Бындай биҙәүестәрҙе әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресен Сәйетбаба мәҙәниәт йортонан Рәйлә Сабитова үткәрҙе.
Был тирмәне Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре биҙәгән. Унда яңы ғына һуғылған тиҫтәләгән балаҫ – Яңы Ерек ауылы оҫтаһы Рая Моисеевна Никитинаның эштәре ҡуйылған. Был фонда Рәүилә Килмөхәмәтова эшләгән милли кейемдәге ҡурсаҡтар матур күренә ине. Ҡыҙыл француз яулыҡтары, етендән үҙ ҡулдары менән һуғылған таҫтамалдар, боронғо йыһаздар, кәрәк-яраҡтар, ҡорама юрған – быларҙың барыһы ла тирмәгә ҡабатланмаҫ биҙәк өҫтәй.
Башҡорт милли ризыҡтарын әҙерләү буйынса тирмә
Һәр бер халыҡтың аҙыҡтың ниндәй булыуына үҙ ҡарашы. Быға кешеләрҙең йәшәү рәүеше, уларҙың мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәре ҙур йоғонто яһай. Күсмә тормош алып барған башҡорттарҙың ризыҡтары айырыуса туҡлыҡлылығы һәм әҙерләгәндә ябайлығы менән айырылған. Башҡорт милли аш-һыуын урман төбәге: Толпар һәм Ҡурғашлы, Мәндем ауыл клубтары, Ташбүкән һәм Ташлы ауыл мәҙәниәт йорттары тәҡдим итте. Улар тарафынан ҡыҫтыбый, бәлеш, бауырһаҡ, сәк-сәк, гөбәҙиә, өс мөйөш кеүек ҡамыр ризыҡтары әҙерләнгән.
Красноусол ағинәйҙәре батырҙар эсемлеге – һолонан буҙа һәм ҡымыҙ әҙерләгән. Өҫтәлдә ит һәм балыҡтан деликатестар: йылҡы, мышы, хатта айыу ите лә, йылҡы итенән ҡаҙылыҡ һәм ҡыҙҙырылған балыҡ та бар. Ҡыҙҙар тирмәгә инеүселәрҙең барыһын да үлән сәйе һәм кәрәҙле бал менән һыйланы.Мәндем ауылынан Фәниә Йәнмырҙина ҡорот әҙерләү серҙәрен асты. Ә Толпар ауыл клубынан Гөлназ Фәтҡотдинова өй шарттарында май баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Был этно-тирмә лә тап ошо ауылдарҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көсө менән биҙәлгән. Тирмәгә мышы мөгөҙө, төлкө, һуҫар тиреләре этностиль бирә, Таһир Яҡшыбаев ағастан һунарсының тоғро дуҫы – бөркөттө эшләгән. Матур һандыҡты Толпарҙан Эльвира Шәйәхмәтова, сәңгелдәкте - Флүр Фәтҡотдинов, балаҫтарҙы Эльвира Ғәйнетдинова менән Хәҙисә Ишембәтова килтергән.
Республикабыҙ күп милләтле, шуға ла беҙ был проект өсөн бик тә шатбыҙ, бында һәр кем үҙенең атай-олатайҙарының мәҙәниәте һәм көнкүреше менән таныша ала. Оҫтаханабыҙ тулыланғандан-тулылана, ирке-нәйә барһын. Балаҫ һуғыу, Билбауҙар (поястар) әҙерләү һәм башҡалар буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелһен, башҡа милләттәр ҙә үҙҙәренең ҡул эштәре, үҙ оҫталыҡтары серҙәре менән бүлешһендәр ине. Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙға әйләнеп ҡайтайыҡ!