Башҡортостан халҡы үткән юлда
Ата-бабаларым эҙе бар.
Улар тураһында хәтирәләр
Күңелдәрҙе беҙҙең гел нурлар.
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз тыуған илем
Һин ҡәҙерле беҙгә, берҙән-бер.
Быуаттарҙан ашыу сал тарихты
Һаҡлай бөгөн изге тыуған ер.
Төрлө милләт һиндә татыу йәшәй,
Һин уларҙың уртаҡ Ватаны.
Шәхестәрең исемеңде һинең
Донъя кимәлендә данланы.
Килер таңдар именлектә атһын,
Гөрләп торһон тормош илемдә.
Баҫыу-ҡырҙа иген күкрәп үҫһен,
Бәрәкәте артһын еремдең.
Тыуған илдең йәме, ҡото булған
Сабый тауыштары тынмаһын.
Ғаиләләге бәхет, шатлыҡ йыры
Башҡортостан илен нурлаһын.
Гөрләп торһон Башҡортостан ере,
Өҙөлмәһен өмөт күңелдә.
Килер быуын ҙур ғорурлыҡ менән
Һүҙен әйтһен туған телендә.
Фәрғәт ҒӘЛИН.
Үзбәк ауылы.