Был – бер ерҙә йәшәүсе халыҡтарҙың татыулығын, тыныслығын кәүҙәләндереүсе, тыуған төйәген эскерһеҙ яратҡан, уның тарихын ҡәҙерләгән, ата-бабалар мираҫы һәм бөгөнгө ҡаҙаныштар менән ғорурланған һәммә кешене берләштереүсе мөһим дәүләт байрамы.
Күп милләтле һәм күп динле Башҡортостан өсөн ошондай берләштереүсе халыҡсан байрамдың булыуы айырыуса мөһим. Был изге йола алдағы күп йылдарға еребеҙҙә татыулыҡ һәм тотороҡлолоҡ гаранты булып тора, өлкән быуындар миҫалында йәштәр йөрәгендә татыу күршелек хисе тәрбиәләй, иҡтисад үҫеше, мәҙәниәт сәскә атыуы өсөн ныҡлы нигеҙ булдыра.
Ғафури районы - Башҡортостандың терәк муниципалитеттарының береһе. Унда йәшәүселәрҙең хеҙмәт һөйөүе, бар итергә ынтылышы алға ышаныслы барыуҙың, тотош район, республика халҡының һәм һәр айырым ғаиләнең имен тормошоноң ышаныслы нигеҙе булып тора.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, барлыҡ изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар, һәр ғаиләнең сәскә атыуын теләйем.
Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ,
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары.