- Фәнзил Фәйез улы, тормошобоҙҙо мәға-риф һәм медицина хеҙмәтенән, мәҙәниәттән, физкультура һәм спорттан тыш күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Ошоларҙың барыһын да үҙ эсенә алған социаль өлкә районыбыҙҙа һәйбәт үҫешкән һәм ул халыҡтың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә һәм тулыландыра тип әйтергә нигеҙ бар. Социаль тармаҡты үҫтереү йүнәлешендә районда ниндәй эштәр бара?
- Быйыл пандемияға бәйле үҙгәрештәр индерелеүгә ҡарамаҫтан, халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн ярайһы уҡ күп эштәр эшләнә. Мәҫәлән, әлеге көндә Ҡурғашлы ауылында бик тә кәрәкле социаль объект – Күп функциялы үҙәктә төҙөкләндереү эштәре бара. Элекке мәктәп бинаһына ремонт эшләнеп, унда ауыл хакимиәте, башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, почта урынлашасаҡ. Авария хәлендәге клуб, ФАП урынында киләсәктә балалар майҙансығы булыр тип күҙаллана. Ғөмүмән, Ташбүкән ауыл биләмәһендә юлдарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу, сүп-сар реформаһы программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Башлыса Ҡурғашлы ауылында юлдар күтәртелеп, ҡырсынташ түшәлгән. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн майҙансыҡтарҙың барыһына ла контейнерҙар ҡуйылған. Ауылда Ҡурғашлы йылғаһы аша күпергә ремонт яһалды. Түбәнге Ташбүкән ауылында “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөп бөттө. Уға барлыҡ медицина ҡорамалдары алынған, уңайлы эш урыны булдырылған, тирә-яғы кәртәләнгән, яҡтылыҡ үткәрәһе генә ҡалды.
Быйыл Ташлы ауылы китапханаһы яныу сәбәпле, бинаһыҙ тороп ҡалғайны. Хәҙер Ташлы мәктәбендә уларға 2 бүлмә бүленде. Мәрхәмәтлек фонды йыһаздар менән ярҙам итте.
Яңы уҡыу йылына әҙерлек барышында Толпар ауылындағы мәктәптең ҡыйығы ремонтланды.
Аҡкүл ауыл биләмәһендә лә күп кенә эштәр башҡарыла. Рус Саскүлендә мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы ремонтлана. Клуб биләмәһе төҙөкләндереләсәк, Советтар Союзы Геройы А.Ф.Ковальскийға бюст ҡуйылды. Шулай уҡ ауылда модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Аҡкүл ауылында юлдар төҙөкләндерелә, “Ҡала мөхите” программаһы буйынса балалар майҙансығы асылды. Уваровка ауылында яңы ҡоймалар ҡуйылды.
- Фәнзил Фәйез улы, тимәк, республикала иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылы районда тулы ҡеүәтенә бара?
- Торған ер матур һәм таҙа булһа, йәшәүе лә күңелле. Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә Табын, Бурлы, Сәйетбаба ауыл биләмәләрендә ҡоймалар яңыртылды. Аҙна һайын “Таҙалыҡ өмәләре” үткәрәбеҙ. Уларҙа хеҙмәт коллективтары ғына түгел, граждандарҙың әүҙем ҡатнашыуы һөйөндөрә.
- Милли проекттар ҙа йәшәйешебеҙҙе яҡшыртыуҙы күҙ уңында тота бит. Районда ниндәй милли проекттар тормошҡа ашырыла?
- “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә районда 4-се фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инәсәк. Күптән түгел “Мәғариф” милли проектына ярашлы Красноусолдағы 1-се мәктәптә “Үҫеш нөктәһе” асылды. Хәҙер улар беҙҙә өсәү булды. “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса район мәҙәниәт һарайына капиталь ремонт үтте. Мәҙәниәт өлкәһенә туҡталғас, тағы ла шуны әйтергә кәрәк, бер йыл элек Рәсәй Кино фонды грантына заманса кинозал өсөн 5 миллион һумлыҡ ҡорамалдар алынды. Әлеге көндә улар урынлаштырылған. “Башҡортостан” киностудияһы менән килешеү төҙөлгәндән һуң кинолар күрһәтелә башлар тип ышанабыҙ.
- Социаль учреждениелар ремонтына килгәндә, “Әкиәт” балалар баҡсаһындағы ремонт тураһында ла әйтеп үтһәгеҙсе.
- Был объектта капиталь ремонт бара. Аҡсалар күсерелгән, эштәр башланды. Йыл аҙағына тиклем балалар баҡсаһы тулыһынса яңырып, биләмәһе төҙөкләндерелеп, кескәйҙәрҙе заманса матур бина ҡаршы аласаҡ.
- Июлдә районға республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров килгән саҡта, Сәйетбаба ауыл табиплыҡ амбулаторияһын ремонтлау мәсьәләһе күтәрелгәйне. Был йәһәттән эштәр нисек тора?
- Эйе, был беҙҙең өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Проблема хәл ителәсәк. Капиталь ремонт 2021 йылға билдәләнде. Әлеге көндә амбулаторияның ҡыйығы ремонтланып, заманса материалдар менән ябылды. Ошо уҡ сәфәр ваҡытында Имәндәш халҡы Ҡарағай-Таш-Аҫты юлына асфальт түшәүҙе һорағайны. Бөгөнгө көндә эштәр башланды, Имәндәш ауылы аша үткән юлға асфальт түшәлде лә инде.
- Күренекле яҡташ-тарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өсөн нимәләр эшләнә?
- Былтыр исеме донъяға билдәле ғалимыбыҙ Ж.Кейекбаев бюсына конкурс иғлан иткәйнек. Унда билдәле скульптор Х.Хәбибрахмановтың проекты еңеп сығып, был бюсты Ҡаранйылға ауылындағы йорт-музейға урынлаштырабыҙ. Музей биләмәһендә яңы ҡойма, ҡапҡа эшләнде. Бюст ҡуйыласаҡ урынды төҙөкләндереү әле дауам итә.
Конкурстан тыш эшләнгән тағы ла бер бюст (авторы – М.Хәлилов) Сәйетбаба урта мәктәбе биләмәһендә ҡуйылды. Уны асыу тантанаһы тап ошо Республика көнөнә ҡарата 10 октябрҙә үтәсәк.
Еҙем-Ҡаранда Мәжит Ғафуриға бюст ҡуйыу күҙаллана. Шағирҙың октябргә планлаштырылған 140 йыллыҡ юбилейы уңайынан уның исемендәге парк төҙөкләндерелә.
- Йыл аҙағына тиклем тағы ла ниндәй саралар үтәсәк?
- 9 октябрҙә районда Республика көнө, Ҡауарҙы ауыл мәктәбенә РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Назафат Ғарипованың исемен биреү, октябрь аҙаҡтарында Мәжит Ғафуриҙың юбилей сараһы, 4 ноябрь, 12, 24 декабрҙә билдәләнәсәк байрам тантаналарының береһендә райондың Почетлы гражданы исемен тапшырыу күҙаллана. Әлбиттә, барыһы ла эпидемио-логик хәлгә бәйле. Шулай уҡ яҡын арала ветерандарға Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы миҙалдары тапшырыласаҡ.
Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Красноусолдағы Геройҙар Аллеяһында ҙур реконструкция эштәре бара. Унда һуғышта һәм унан һуң һәләк булған яугирҙарҙың исемлеге яңыртылып, тулыландырылып яҙылған мәрмәр таҡтаташтар, Мәңгелек ут һәм Һалдат һәйкәле урын ала.
Дөйөм алғанда, районда төрлө йүнәлештәге программалар уңышлы эшләй, халыҡтың йәшәү шарттары ла яҡшыра. Бөгөнгө әңгәмәнең 11 октябрь алдынан үтеүе лә осраҡлы түгел. Бөгөн Башҡортостанда, шул иҫәптән районыбыҙҙа халыҡ иркен, етеш йәшәһен, үҙенең киләсәген төҙөһөн өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, бары тик уларҙы файҙаланырға, бер төптән булып эшләргә генә кәрәк. Бөтә ғафуриҙарҙы Республика көнө менән тәбрикләп, бәхет, һаулыҡ теләйем.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Фәнзил Фәйез улы. Һеҙҙең ҡотлау-теләктәрегеҙгә беҙ ҙә ҡушылабыҙ.