+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Октябрь 2020, 14:40

Битлекте нисек кейергә?

Медицина битлектәре, фильтр бурысын башҡарып, кешене төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡлай. Бигерәк тә эпидемия осоронда, көндәр һыуынып, киҙеүҙәр мәле башланғанда битлек бик кәрәкле әйбер булып тора.

Битлекте күпме ваҡыт кейергә?
Тәҡдим ителгән сроктар:
Ҡағыҙ фильтр ҡуйылғанын һәр ике сәғәт һайын алмаштырырға кәрәк.
Бактерияларға ҡаршы махсус эшкәртелгәнен өс-биш сәғәт кейергә мөмкин.
Йүткергәндән-сөскөргәндән һуң йәки тын алыуҙан битлек еүешләнһә, уны шунда уҡ алмаштырыу мотлаҡ.
Бер тапҡыр файҙаланылыусы медицина битлеген ҡат-ҡат кейергә ярамай, нисек кенә стерилләһәгеҙ ҙә, уның һаҡлау сифаттары тергеҙелмәй.
Нисек дөрөҫ йөрөтөргә?
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: битлек ауыҙҙы, танауҙы, эйәкте ҡапларға тейеш.
Пластик нығытмаһын бармаҡтар менән бөгөбөрәк, танауға терәтергә кәрәк.
Битлектең бөрмәләнеп, йыйылып торған өлөшөн үҙегеҙгә уңайлыраҡ итеп, биткә яҡшы терәлерлек итеп асығыҙ.
Кейгәс, битлеккә ҡул менән ҡағылмағыҙ.
Уны эйәккә төшөрөп йөрөргә, йә булмаһа кеҫәгә һалып ҡуйып, яңынан файҙаланырға ла ярамай.
Еүешләнгән, бысранған икән, битлекте шунда уҡ ырғытығыҙ.
Битлекте тышҡы яғынан тотоп сисмәгеҙ, элгестәренән эләктереп тартып төшөрөгөҙ.
Битлекте халыҡ күп йыйылған урындарҙа (поликлиникаларҙа, мага-зиндарҙа, театрҙарҙа, йәмәғәт транспортында) кейергә кәңәш ителә, бигерәк тә – эпидемия осоронда.
Ә бына урамда уны кейеүҙең кәрәге юҡ.
Иң мөһим һорау –
ҡайһы яғы менән кейергә?
Битлекте яңылыш кейһәң, файҙаһы кәмей, вирус эләктереү хәүефе арта.
Уның аҡ яғын биткә ҡаратып кейәләр.
Танауға терәлә торған фиксаторы, ғәҙәттә, эс яҡлап тегелгән була.
Битлекте дөрөҫ кейегеҙ һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Читайте нас: