+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Октябрь 2020, 19:45

Уҡытыусы исеме мәңгеләштерелде

9 октябрҙә Ҡауарҙы мәктәбендә РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипова иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

9 октябрҙә Республика көнө уңайынан районыбыҙҙа бик күп әһәмиәтле саралар үтте. Шуларҙың береһе – Ҡауарҙы урта мәктәбенә РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипова (Ҡалмырҙина) исемен биреү һәм уның иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Билдәле сәбәптәр менән бәйле, сара мәктәп биләмәһендә, саф һауала ойошторолдо.
“Ваҡыт уҙған һайын тарихта булып үткән ваҡиғалар кешелек хәтерендә тоноҡлана бара. Ә инде хәтерҙә һаҡланып, мәңге йәшнәр өсөн шәхестәребеҙҙе ололоҡлау, исемдәрен мәңгеләштереү кәрәкле һәм мөһим. Сөнки беҙҙең киләсәк быуындар менән бәйләнеш өҙөлмәйәсәк. Мәктәбебеҙгә Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипова исемен биреү – беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә”, тигән һүҙҙәр менән тантанала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, сараны асты алып барыусылар - мәктәп уҡытыусылары Әлфиә Хәмзина менән Ләйсән Исхаҡова.
Мәктәп коллективының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, район мәғариф бүлеге етәксеһе Рауил Солтанморатов, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Абдрахманов килде. Тантанала шулай уҡ байрамдың сәбәпсеһе Н.Х.Ғарипованың балалары, туғандары, мәғариф ветерандары, уҡыусылары, мәктәптең уҡытыусылары, уҡыусылар ҡатнашты.
Тантаналы сараға йыйылыусыларҙы район хакимиәте исеменән Гүзәл Байдәүләтова етеп килгән байрам – Республика көнө айҡанлы ҡотланы.
- Бөгөн беҙҙең өсөн икеләтә байрам: район кимәлендә Республика көнө киң ҡолас алһа, икенсе ҙур ваҡиға – Ҡауарҙы мәктәбендә үҙенең хеҙмәт юлын башлаған, иң абруйлы, изгелекле, маҡтаулы педагог, мәктәптәге һәм көндәлек тормоштағы фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн бик күп наградаларға лайыҡ булған Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипова (Ҡалмырҙина) исеме тап ошо мәктәпкә бирелде,- тине Гүзәл Зөфәр ҡыҙы. - Ябай уҡытыусы Назафат Хәлил ҡыҙының тырыш хеҙмәте өсөн бирелгән баһалар менән беҙ хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Үҙе иҫән саҡтағы Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары, СССР-ҙың 50 йыллығы миҙалы, "IX биш йыллыҡ ударнигы", “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “Хеҙмәт ветераны” билдәләре һәм башҡалар. Мәктәп, район халыҡ мәғарифы бүлеге, колхоз, ауыл һәм район Советы, КПСС райкомы, Мәғариф министрлығынан бирелгән Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. Шулай ҙа ошо наградалар араһында айырылып торғаны РСФСР Юғары Советы президиумының 1963 йылдың 11 майындағы Указы менән бирелгән “РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем уның хеҙмәтен Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә танытты. Нисәмә быуынға белем һәм тәрбиә биреү менән бер рәттән мәктәп профкомы рәйесе, башланғыс класс уҡытыусыларының район методик берекмәһенең алмаштырғыһыҙ етәксеһе, ауыл Советы депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе кеүек барса эштәрҙе намыҫ менән еренә еткереп башҡарған. Ауыр һуғыш йылдарын үткән, оло рухлы уҡытыусының исемен Ҡауарҙы мәктәбе киләсәктә хаҡлы рәүештә аҡлаясаҡ, - тине Г. Байдәүләтова. Һәм матур тарихи ваҡиға – исем туйы айҡанлы Ҡауарҙы урта мәктәбе директоры Фәймә Зөлҡәрнәйеваны район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Гүзәл Зөфәр ҡыҙы байрамға буш ҡул менән килмәүҙәрен билдәләп, Фәнзил Сыңғыҙов исеменән бүләккә мәктәптең матди базаһын тулыландырыуға 30 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.
Артабан һүҙ мәғариф бүлеге етәксеһе Рауил Солтанморатовҡа бирелеп, ул:
- Тыуған республикабыҙ суверенитетының 30 йыллығын билдәләгән көндә Ҡауарҙы урта мәктәбенә РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Н.Х.Ғарипова исемен биреү һәм уның исемен мәңгеләштереү – таҡтаташ асыу тантанаһы үтә. Бөтә ғүмерен Ҡауарҙы мәктәбенә, балаларға белем-тәрбиә биреүгә арнаған уҡытыусының тамырҙары Башҡортостандың беренсе мөфтөйө Мансур Халиҡовҡа барып тоташа. Бәләкәйҙән балаларҙы яратҡан һәм уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙ ошо хөрмәтле, мәртәбәле һөнәргә эйә булып, уңыштарға өлгәшә. Ҡауарҙы мәктәбе киләсәктә лә матур-матур уҡыусылары менән дан ҡаҙаныр, тип ышанғы килә. Мәктәпкә ошондай исем биреү уҡытыусы хеҙмәтенә ҙур баһа ул. Ошо уҡытыусы өлгөһөндә уҡыусыларҙы тәрбиәләргә кәрәк, - тине. Рауил Ғәбдрәшит улы уҡытыусылар: Гөлсинә Нафиҡованы район Советының һәм Әлфиә Хәмзина, Әнисә Әбелғужина, Әнисә Сурағолованы мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләп үтте.
Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Абдрахманов үҙ сиратында сараға йыйылыусыларҙы ауыл хакимиәте һәм ауыл Советы депутаттары исеменән тәбрикләп: “Назафат Хәлил ҡыҙы кеүек күренекле кешенең исеме бирелеүе үтә лә ҡыуаныслы, уның исеменә тап төшөрмәҫкә, был исемде тағы ла юғарыраҡ дәрәжәләргә күтәрергә тейешбеҙ. Уҡыусыларҙы уның өлгөһөндә тәрбиәләп, ауылдың, районыбыҙҙың, республикабыҙҙың лайыҡлы кешеләре итеп тәрбиәләп сығарырға тырышырға кәрәк”, тине. Исем туйын үткәреүҙә күп көс һалыусылар Рәфис Ғәлинур улы ҡулынан Ҡауарҙы ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын һәм бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Артабан һүҙ мәктәпкә исем биргән шәхестең улы Ғәлинур Ҡалмырҙинға бирелде. Ул был байрамдың изге йома көндө, халыҡ-ара Уҡытыусылар һәм Республика көндәре араһында уҙғарылыуы символик мәғәнәгә эйә булыуын билдәләп үтте.
-Бынан бер йыл элек Ҡауарҙы мәктәбенең берҙәм коллективы Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипованың (Ҡалмырҙина) исемен мәңгеләштереү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне һәм ул, район хакимиәте, мәғариф бүлеге ярҙамы менән, уңышлы рәүештә бойомға ашырылды. Бөгөн беҙ барыбыҙ ҙа уның бәхетле шаһиты. Ҡауарҙы ауылында әһәмиәтле, тәрән мәғәнәле сара уҙа: тыуған мәктәбебеҙгә, бар ғүмерен балаларҙы уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә бағышлаған, халҡыбыҙға аң-белем таратыусы, абруйлы уҡытыусы, мәғрифәтсе, яңылыҡҡа юл ярыусы оло шәхес – РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Н.Х. Ғарипованың исеме бирелеүен тантаналы шарттарҙа билдәләйбеҙ. Әлбиттә, инәйебеҙ, ныҡ ябай, үтә тыйнаҡ һәм баҫалҡы кеше булараҡ, фиҙаҡәр хеҙмәте менән оло абруй яулау ғына түгел, дан-шөһрәт ҡаҙанһа ла, үҙ исемен шулай ололоҡлауҙы хуплап та бөтмәҫ ине, моғайын. Әммә йәне, фани донъяла уның башҡарғандарын онотмауҙарына һөйөнәлер, һүнмәҫ рухы тағы ла сағыуыраҡ яҡтырыр тип ышанам, - тине Ғәлинур Зиннур улы һәм мәктәп уҡытыусы-уҡыусыларына тәҡдимен дә еткерҙе: элекке уҡытыусыларҙың, ғөмүмән, оло быуын кешеләренең мәктәбебеҙ, инәйебеҙ тураһындағы хәтирәләрен, фото һәм башҡа документтарҙы туплау өҫтөндә эшләүҙәре маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Шул эштәр нигеҙендә әҙерләнгән альбомдар, башҡа күргәҙмә материалдар музейға урынлаштырылып, мәктәп һәм музей эшен мәктәп сайтында даими яҡтыртыу ҙа кәрәкле эшкә этәргес бирер. Был йәһәттән хөрмәтле Рим Әхтәри улы Насировтың оло хеҙмәте – Ҡауарҙы ауылы, мәктәбебеҙ хаҡындағы үҙнәшер китабы ҙур иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ, - тине ул.
Бына тантаналы, тулҡынландырғыс мәл етә, мәктәп бинаһына урынлаштырылған таҡтаташты Назафат Хәлил ҡыҙының өлкән улы Винер Зиннур улы, Гүзәл Зөфәр ҡыҙы, Рауил Ғәбдрәшит улы, Рәфис Ғәлинур улы, Фәймә Рәжәп ҡыҙы асты.
Үҙенсәлекле, тәрбиәүи, тарихи әһәмиәткә эйә сарала сығыштар күп булды. Мәктәп директоры Фәймә Зөлҡәрнәйева барыһын да байрамдар уңайынан тәбрикләне, Ҡауарҙы мәктәбенә Н.Ғарипова исеме бирелеүе менән шат булыуҙарын, коллектив алдына тағы ла тырышыбыраҡ эшләү маҡсаты ҡуйылыуын билдәләп үтте. Мәғариф ветераны Рим Насиров Назафат Хәлил ҡыҙына арнап ижад иткән “Уҡытыусы һөнәрен һайлайҙар...” тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Күптән түгел донъя күргән үҙенең “Ҡауарҙы – көслө ил” тигән ижад емешен ҡунаҡтарға һәм китапты әҙерләүҙә ярҙам ҡулы һуҙған ауылдаштарына бүләк итте. Назафат Хәлил ҡыҙының уҡыусыһы, үҙен хәреф танырға, яҙырға өйрәткән уҡытыусыһы - остазының юлын дауам итеп, хәҙер хаҡлы ялдағы уҡытыусы-ветеран Альмира Сәйетмырҙа ҡыҙы хәтирәләрен яңыртты.
Байрамға Юлай Аҙнағоловтың, мәктәп уҡыусылары Илүзә Рәхмәтуллина, Азалия Аҙнағолова, уҡытыусы Ләйсән Исхаҡова һәм 6-сы класс уҡыусыларының йырҙары, Надя Родионованың бейеүе матур биҙәк өҫтәне.
Мәктәпкә исем биреү – таҡтаташ асыуға бағышланған күркәм сара ҡунаҡтарҙың мәктәп музейына (Назафат Хәлил ҡыҙына арналған стенд урын алған, артабан да материалдар менән тулыландырыласаҡ) сәйәхәте менән тамамланды.
Читайте нас: