+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 11:25

Гимназияла көрәш залы үҙ ишектәрен асты

9 октябрь көнө Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында көрәш залы асылыу уңайынан матур тантана үтте.

Был һөйөнөслө сарала ваҡытлыса район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Рафаил улы Әхмәтов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, район мәғариф бүлеге етәксеһе Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, тренерҙар, уҡыусылар ҡатнашты.
Ошондай уҡ зал туйлаған республиканың башҡа 46 мәктәбе менән бәйләнеш булдырылып, БР Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров онлайн режимда көрәш залы асылыусы мәктәптәргә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. “Беҙҙең республика һәр саҡ милли көрәш буйынса күп быуатлыҡ традициялары, үҙенең батырҙары менән дан тота. Шуның өсөн дә «Мәктәптәргә – көрәш!» федераль проектын һынау өсөн беҙҙе пилот төбәк итеп һайлауҙары аңлашыла. Көрәш - беҙҙең мәҙәниәтебеҙ, милли характерыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө. Беҙҙә һәр малай көрәшсе, рухлы һәм еңеүсе итеп тәрбиәләнә. Төп милли байрамыбыҙ булған Һабантуйҙа көрәш һаман да иң күп тамашасыны йәлеп иткән ярыш, ә уның еңеүсеһе - ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡлы батыр”, - тигәйне ул ошо проектты ҡабул иткәндә үҙенең сығышында.
Гимназия-интернат Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрендә уҡыусыларға физик тәрбиә һәм спорт менән даими шөғөлләнеү буйынса өҫтәлмә мөмкинлектәрҙе үҫтереү маҡсатында ойошторолған “Мәктәптәргә - көрәш!” проектында ҡатнашып еңеп сыҡҡан һәм көрәш залы йыһазландырылған. Бында Әлфрит Мотаһар улы Мәүлетҡолов 2-сенән 6-сы класҡа тиклемге балаларҙы грек-рим, милли көрәш серҙәренә өйрәтәсәк. Әлегә 36 бала шөғөлләнә башлаған да инде.
- Гимназия уҡыусылары милли көрәш һәм спорт буйынса йыл һайын район, зона, республика кимәлендә ҙур еңеүҙәр яулап килә. Шулай уҡ йыл һайын районыбыҙҙа Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса район-ара ярыштар үткәрелә.
Был маҡсатлы проектта еңеп сығыуыбыҙ тотош район өсөн мәртәбә һәм ҡыуаныс. Көрәш залында швед стеналары, көрәш балаҫтары түшәлгән һәм уҡыусыларға шөғөлләнеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Иң ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ошо проектты республикаға таратыу идеяһы менән яныусы хөрмәтле Башлығыбыҙ Радий Фәрит улына, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында спорт һәм резерв әҙерләү бүлеге начальнигы Марсель Жәлил улы Йосоповҡа төбәйбеҙ. Беҙҙең ҡул арты еңел булып, районыбыҙҙың башҡа мәктәптәрендә лә ошондай көрәш майҙансыҡтары асылыр тигән өмөттәбеҙ, - тип һөйләп үтте гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова был ҡыуаныслы тантананы асып.
- Борондан килгән милли спорт төрө – көрәште үҙ итеүселәр артыр, уҡыусылар сәләмәт һөм көслө булып үҫер, шундай матур көрәш залында шөғәлләнеүсе балалар яңынан-яңы еңеүҙәргә ирешер”, - тигән теләктәрен белдерҙе муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова.
Артабан "Батыр" көрәш клубында (етәкселәре Флорид Ғибаҙуллин) шөғөлләнеүселәр үҙҙәренең күнекмәләре менән таныштырҙылар.
Милли спорт төрө булған көрәштең районыбыҙҙа артабан туҡталып ҡалмауы өсөн нигеҙ һалынды, тиһәң дә була. Уңайлы ла, матур ҙа көрәш залында балалар теләп шөғөлләнер, киләсәктә батыр ҙа, көслө лә ул-егеттәребеҙ үҙҙәренең уңыштары менән һөйөндөрөп торорона өмөт бар.
Читайте нас: