+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 16:30

Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан

Республикабыҙҙа бер нисә йыл инде “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” уңышлы бойомға ашырылып килә. Районыбыҙ биләмәләре лә был проектта әүҙем ҡатнашып, бихисап мәсьәләләрҙе хәл итте.

Халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу өсөн байтаҡ файҙалы эштәр башҡарылды, ауылдарҙа бик тә кәрәкле техникалар һатып алынды. Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе лә ошо программаға ҡушылып, 2019 йылда “МТЗ-82” тракторлы булһа, быйыл тракторға тағылмалы арба һәм роторлы ҡар өрҙөргөс, КУН алыуға өлгәште. Йәшәйешебеҙҙе яҡшыртыуға мөмкинлек биргән был проект 1080000 һум тора ине. Төп ярҙам – 800 мең һумы республика ҡаҙнаһынан булһа, ҡалғанын бағыусылар һәм халыҡ индерҙе.
Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе ошо программала еңеп сығыуға ҙур өлөш индергән халыҡҡа һәм бағыусыларға рәхмәт еткерә. Эшҡыуарҙарҙан айырыуса Р.Р.Йомағолов, Р.Ә.Ибраһимов, Ю.Р.Ғәйнуллин, Л.Р.Иванова, Э.Э.Рәхмәтуллина, Р.А.Таһирова, А.А.Хөснөтдинованы әйтеп китергә була.
Арба һәм КУН төрлө йөк ташыуҙа, экологик өмәләрҙә, төҙөкләндереү эштәрендә ҡулланылһа, ҡар өрҙөргөс ҡышын урамдарҙы, ауылдар араһындағы юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуҙы күпкә еңелләштерер тип уйлайбыҙ. Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, күмәк көс менән кәрәкле тағылмаларҙы алыуға өлгәштек.
Алынған техника оҙаҡ йылдар халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итһен, бергә һәм берҙәм булғанда алда тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр булыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Рита ШАҺИЕВА.
Читайте нас: