+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 18:40

Уңыш зарланырлыҡ түгел

Районыбыҙ хужалыҡтарында ураҡ эштәре дауам итеп, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш уңышын йыйыу эштәре ҡыҙыу төҫ алды. Быйыл район буйынса “татлы тамыр” дөйөм 1285 гектарҙа сәселгәйне. “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” МБУ-һынан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, 15 октябргә ҡарата 895 гектарҙың уңышы йыйып алынған, был дөйөм майҙандың 70 процентын тәшкил итә. Уртаса гектар ҡеүәте 350 центнер булған. 23007 тонна сеймал Раевка шәкәр заводына оҙатылған.

Район буйынса 3400 гектарҙы биләгән көнбағыштың 2600 гектарында эштәр теүәлләнгән, һәр гектар уртаса 13,1 центнер уңыш бирә.
Уңыш йыйыу менән бер рәттән киләһенә әҙерлек эштәре лә киң йәйелдерелгән, 14 мең гектар баҫыуҙар туңға һөрөлгән.
Читайте нас: