+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Октябрь 2020, 12:05

Юлдар - тормош көҙгөһө

Октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә юл хужалығы, шул иҫәптән “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Ғафури юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Зөфәр Мәғәсүм улы ХАФИЗОВ менән коллективтың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләшәбеҙ.

-Зөфәр Мәғәсүм улы, ғәҙәттә, һөнәри байрам алдынан башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау йолаһы йәшәй. Ағымдағы йылда Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре ниндәй?
-Башта шуны әйтеп китергә кәрәк, беҙҙең 67 кешенән торған предприятие коллективы иңенә районыбыҙҙың 536 саҡрым оҙонлоғондағы төрлө өҫлөклө юлдарын тәртиптә тотоу, төҙөкләндереү, ремонтлау бурысы һалынған. Быйыл хеҙмәткәрҙәребеҙ тарафынан планда ҡаралған күләмле генә эштәр башҡарып сығылды, йәғни юлдар төҙөлөшө йылдам темпта барҙы һәм дауам итә. Территориаль заказ буйынса Красноусол-Талбазы йүнәлешендәге Цапаловка-Ҡыҙыл Дубровка ауылдары араһындағы автомобиль юлында асфальт яңыртылды. Бында 4,2 километр оҙонлоҡта юлды ремонтлау күҙалланһа, былтыр 500 метрында эштәр теүәлләнгәйне, ҡалған – 3,7 саҡрым өлөшөндә эштәр дауам итәсәк. Был объект күсмә, йәғни өс йылға иҫәпләнеп, эште 2020, 2021 йылдарҙа тамамлау күҙаллана. Шулай уҡ ике йылға иҫәпләнгән Красноусол-Архангел трассаһында Табын-Родина ауылдары араһындағы автомобиль юлын асфальтлауҙы быйыл уҡ теүәлләнек.
Муниципаль заказға килгәндә, планға ярашлы, район үҙәгендәге Коммунистик
1,5 км оҙонлоҡтағы тротуар төҙөлөшөнөң 200 метрында былтыр эштәр тамамланһа (план шулай уҡ 3 йылға – 2021 йылғаса иҫәпләнгәйне), ҡалғанын быйыл уҡ теүәлләп, файҙаланыуға тапшырылды. Һауа торошоноң аяҙ тороуы ҙур күләмдәге эштәрҙе башҡарыуға булышлыҡ итте лә инде.
Эске заказ буйынса “Восход-СТ” предприятиеһының (етәксеһе – Р.З.Бакиров) ырҙын табағы биләмәһен, Красноусолдағы элекке Матросов исемендәге кинотеатр биләмәһен асфальтлау беҙҙең иңгә төштө, Үтәк, Мораҡ, Сәйетбаба ауыл биләмәләре юлдарының соҡор-саҡырлы урындары ремонтланды, Ҡурғашлы, Ташлы ауылдарының урам юлдары төҙөкләндерелде.
Быйыл 8 июлдә Республика Башлығы Радий Хәбировтың районға эш сәфәре менән килгәнендә Имәндәш-Таш-Аҫты юлының 2,8 саҡрым арауығында ремонт эштәре башҡарыу, шулай уҡ Ҡауарҙы-Иҫке Тайыш ауылдары араһына (7 км) юл төҙөү мәсьәләһе уның тарафынан хуплау тапҡайны. Әлеге мәлдә идаралыҡ юлсылары аяҙ торған көндәрҙе тулы көсөнә файҙаланып ҡалырға тырышып, был ике объектта ла ҡыҙыу эш алып бара. Имәндәштән Таш-Аҫтына илткән юлға асфальт һалыу менән мәшғүл. Нигеҙҙә эштәр тамамланыу өҫтөндә, ярты километр арауыҡҡа ғына һалаһы ҡалды. Ә Иҫке Тайыш-Ҡауарҙы юлы күтәртелеп, ҡырсынташ түшәләсәк. Был юлды ла ике аҙна эсендә һалып бөтөү планлаштырыла.
Юлдар төҙөү, ремонтлау менән бер рәттән беҙҙең иңгә шулай уҡ муниципаль-ара юлдарҙы тәртиптә тотоу бурысы ла һалынған. Был тәңгәлдә лә ҙур эш алып барыла. Юл ситтәрен, юлды ҡаплап үҫкән ҡыуаҡлыҡ-ағастарҙы сабабыҙ, юлдарҙың соҡор-саҡырлы урындарын ямайбыҙ.
-Ошондай күләмле эштәрҙе үҙ ваҡытында теүәлләү өсөн махсус һәм ҡеүәтле техника талап ителә. Матди-техник базағыҙ ни хәлдә?
-Юл-төҙөлөш техникаһы иҫке, барыһы ла тиерлек идаралыҡҡа өс тиҫтәнән ашыу йыл хеҙмәт иткән. Бары тик техникаға капиталь ремонт уҙғарылып, хеҙмәткәрҙәребеҙҙең ҙур тәжрибәһе, үҙ техникаһына һаҡсыл ҡарашта булыуы, даими йүнәтеп тороуы һөҙөмтәһендә төп бурыстар башҡарып сығыла ла инде. Шуныһы һөйөнөслө булды, былтыр үҙебеҙҙең һөнәри байрамыбыҙ уңайынан беҙҙең ДРСУ-ға өр-яңы ике техника – “Т-150” һәм “МТЗ-82” тракторҙары бүленде. Уларҙың асҡысын тантаналы шарттарҙа Республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров тапшырҙы.
-Билдәле булыуынса, һәр бер предприятие берҙәм, татыу, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәре менән көслө.
-Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең береһен дә айырып билдәләү мөмкин түгел, барыһы ла үҙҙәренә еткерелгән бурыстарға яуаплы ҡарай, һынатмай. Традицияға ярашлы, һөнәри байрамыбыҙ уңайынан тиҫтәнән ашыуы БР Транспорт һәм юл хужалығы Дәүләт комитетының, БР “Башкиравтодор” йәмғиәтенең, район Советы һәм хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнәсәк. Араларынан “КамАЗ” водителдәре Альберт Басариев, Рим Ишмаев, тракторсылар Сергей Шестаков (“Т-150”лә эшләй), Владислав Разуваев (“МТЗ-82”) бер йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, тырышлыҡ күрһәтә), юл эшселәре: бригадир Сергей Федосеев, катуклаусы Наил Бәхтейәров, мастер Ирик Стукалов, хеҙмәтте һаҡлау буйынса инженер Салауат Батыршиндар маҡтауға лайыҡ.
-Байрам уңайынан теләктерегеҙ ҙә барҙыр?
-Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙҙы (улар – 32) һөнәри байрамыбыҙ – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ҡотлайым. Иҫәнлек-һаулыҡ, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, бәхетле оҙон ғүмер, именлек, күтәренке кәйеф, ғаиләләрендә һәр ваҡыт көтөп алыуҙарын, аҡсалы объекттарҙың күберәк булыуын теләйем, барыһына ла берҙәм эш һәм дөйөм хеҙмәткә индергән өлөштәре өсөн рәхмәтемде белдерәм.
-Зөфәр Мәғәсүм улы, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Барлыҡ теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын! Уңыштар юлдаш булһын!
Индира ИШКИНА әңгәмәләште.
Читайте нас: