Ыҡсым ғына мәсетте ошо ауылда тыуып үҫкән Флүр Ғәлихужа улы Мурашов төҙөткән. Үҙе Өфө ҡалаһында эшләп, йәшәһә лә, әсәй-атай йортон һыуытмай һәр саҡ ҡайтып йөрөгән. Тыуған өйҙәренә ҡаршы ғына ҡалҡып сыҡҡан иман йортона “Миңлебикә” тип, әсәһенең исемен ҡушҡан.
- Ауылда мәсет төҙөтөү ниәте күңелемдә күптән йәшәп килә ине. Элек әсәйемдең “мәсет булһа, беҙ ҙә йөрөр инек”, - тип һөйләгәндәре лә күңелгә уйылып ҡалған. Ул ваҡытта дингә ҡараш икенсе ине шул. Икенсенән, ошо ауылды һаҡлап ҡалыу өсөн дә иман йорто кәрәк тип уйланым. Килер көнгә ышаныс яҡтыһы балҡытып, өмөт уята бит. Бына өйҙәр ҙә һала башланылар. Зыяратты ла кәртәләп, тәртиптә тотабыҙ. Иң тәүҙә эште мөфтөй Тәлғәт хәҙрәт Тажетдинға барып, фатиха алыуҙан башланыҡ, - ти ошо мәсетте һалыуға ҙур тырышлыҡ һалып, сауаплы эш башҡарыусы Флүр Мурашов.
Ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға Өфө ҡалаһынан Әхмәт хәҙрәт Әхмәров, Абдулкәрим хәҙрәт Кинйәбаев, Ауырғазы районынан Сәлмән хәҙрәт, Муса хәҙрәт һәм районыбыҙ ауылдары имам-хәҙрәттәре килгәйне.
- Дөйөм тырышлыҡ менән, атап әйткәндә, Яңыҙҡайын ауыл хакимиәте башлығы Ғаян Заһретдин улы Фәйезов, Әхмәтзәки Моратшин, Рәшит Хәсәнов, Рафиҡ Исхаҡов, Наил Алмаҡаев, Рафиҡ Баһауетдинов, Муса Кинйәбаев, Марсель, Илдус, Илмир, финанс яҡтан Динар Флүр улы, Артур Рәшит улы ярҙамы менән май айында нигеҙ һалғайныҡ, 2 ай эсендә күтәреп ҡуйҙыҡ. Һуңынан инде Рәмилә Уразаева, Зилара Исхаҡова, Зифа Баһауетдинова, Рәйес Баһауетдинов, Зилә, Тәнзилә, Илнур Кинйәбаевтар ярҙамлашты, - тип һәр кемгә рәхмәтен белдерҙе Флүр Ғәлихужа улы.
Ноябревка ауылына күңелдәрҙе иркәләп аҙан тауышы яңғыраны, ҡарағай еҫе аңҡып торған яңы мәсеттә тәүге тапҡыр намаҙ уҡылды. Йөҙҙәрҙә нур, күңелдәрҙә иман балҡый, көҙҙөң сағыу көнөндә изге йорт асылыуына һәр кем ҡәнәғәт, шат ине.
Ауылдың ҡото булып, изге нур таратып ултырған мәсеттең ишеге ябылмаһын, бында килеүселәргә юл таҡыр булһын. Киләсәктә был ауылға йәшәргә ҡайтыусылар артһын, күркәмләнһен, Алла бирһә. Һәр бер өй алдына ҡуйылған ҡош оялары ла бында йәшәү дауам итә тигәндәй, үҙенә саҡырып тора бит.