Ғафури районы хакимиәте башлығы призына “Мин – эшлекле!” бизнес проекттар конкурсы районда 2015 йылдан үткәрелеп килә. Уҡыусыларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүҙе, иҡтисади белемдәрен арттырыуҙы, хеҙмәткә йәлеп итеүҙе, эшҡыуарлыҡты популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған бәйге быйыл май айында иғлан ителгәйне. Конкурсты Муниципаль район хакимиәте, Мәғариф бүлеге һәм район Эшҡыуарҙар берләшмәһе уҙғарҙы.
Башҡа йылдарҙағынан айырмалы, быйыл бәйгелә райондың бөтә 19 мәктәбенән дә ҡатнашыусылар булды. Бөтәһе 50-нән ашыу проект эше ҡаралды. Уларҙың күпселеге ауыл хужалығы продукцияһын етештереүгә арналды. Проект-тар араһында йәшелсә һәм сәскә, бәшмәк үрсетмәләрен үҫтереү, шулай уҡ һыйыр малы, ҡаҙ, ҡуян, себеш һәм бал ҡорто үрсетеү буйынса бизнес-пландар булды. Эштәрҙең бер өлөшө хеҙмәттәр күрһәтеүгә арналып, уҡыусылар интернет клуб төҙөү, интеллектуаль клуб, автосервис, ветеринар клиника, ҡәһүәхана, маникюр бүлмәһе асыу буйынса проекттар тәҡдим итте. Шулай уҡ “казанши” техникаһында биҙәүестәр, изолондан декоратив сәскәләр эшләү, тәпешкәләр бәйләү, ашай торған гөлләмәләр эшләү проекттары ҡыҙыҡлы ине. Боланут сәйен, шифалы үләндәрҙән сәйҙәр, буҙа эшләү, утын әҙерләп һатыу бизнес-пландары ла перспективалы булды.
Конкурстың поло-жениеһына ярашлы комиссия иң яҡшы проекттарҙы һайлап алғандан һуң артабан бәйгелә 38 эш ҡатнашты. Улар араһында ҙур сығымдар талап иткәндәре лә, аҙ сығымдар талап итһә лә ярайһы уҡ ҙур килем алырҙайҙары ла бар ине. Һуңғы этапта ҡатнашыу өсөн уҡыусылар “Иң яҡшы видеоролик”, “Иң яҡшы иғлан”, “Бәйләнештә иң яҡшы төркөм”, “Иң яҡшы сайт” эшләне. Ҡатнашыусылар бәйгенең был һынауын ҙур теләк менән башҡарҙы. Комиссияға улар араһынан еңеүселәрҙе билдәләү бик үк еңелдән булманы. Еңеүселәр “Үҫемлекселек”, “Малсылыҡ”, “Етештереү”, “Хеҙмәттәр күрһәтеү”, “Технология” номинациялары буйынса билдәләнде.
15 октябрҙә дистанциялы “Zoom” платформаһы аша район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Рафаил улы Әхмәтов “Мин – эшлекле!” конкурсына йомғаҡ яһаны. Р.Әхмәтов ҡатнашыусыларға конкурсҡа етди ҡарашта булып ижади эшләүҙәре өсөн рәхмәт әйтте, өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмай, артабан да яңы конкурстарҙа ҡатнашырға, алдарына ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеүҙәрен теләне. Конференция һуңында 5 еңеүсе һәм 10 номинация призерҙары әйтелде. Шулай уҡ конкурстың 15 ҡатнашыусыһы һәм 9 иң әүҙем ҡатнашыусы билдәләп үтелде. Красноусолдағы 1-се мәктәп (8 проект ҡатнаша, 4 – призлы урын), Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты (5 проект, 2 – призлы урын), Ҡарағай урта мәктәбе (3 проект, 2 - призлы урын) конкурста әүҙем ҡатнашты. Призлы урындарҙы шулай уҡ Красноусолдағы 2-се, 3-сө, Табын, Еҙем-Ҡаран, Аҡкүл урта мәктәптәре, Мораҡ, Игенйылға дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары алды. “Үҫемлекселек” номинацияһында 1-се урынға Ирина Миндейәрова, 2-сегә – Кристина Колупаева (1-се мәктәп), 3-сө урынға Карина Мәҡсүтова (Игенйылға), “Малсылыҡ” номинацияһында 1-се урынға Розалина Ғәлина (1-се мәктәп), 2-сегә Елизавета Зайцева (Табын), 3-сө урынға Арсен Йомағолов (Еҙем-Ҡаран), “Етештереү” номинацияһында 1-се урынға Валерия Антонова (Аҡкүл), 2-сегә – Елисей Тимофеев (Мораҡ), 3-сө урынға Олеся Ломовцева (Ҡарағай), “Хеҙмәттәр күрһәтеү” номинацияһында – 1-се урынға Диана Рәхимова (КБГИ), 2-сегә – Динислам Басыров (КБГИ), 3-сө урынға Зарина Үтәгәнова (Ҡарағай), “Технология” номинацияһында 1-се урынға Алексей Фомин (1-се мәктәп), 2-сегә – Наҙгөл Юлмөхәмәтова (2-се мәктәп), 3-сө урынға Данил Түзбәков (3-сө мәктәп) лайыҡ тип билдәләнде. Пандемия шарттарында еңеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға Муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәрен 16 октябрҙә мәктәп директорҙары тапшырҙы.
Форсаттан файҙаланып, конкурс ярҙамында уҡыусыларҙа киләсәктә тормошта үҙ урындарын табыу һәм үҙ эштәрен асыу өсөн эшлеклелек сифаттарын, аҡса эшләү таҫыллығын тәрбиәләү мөмкинлеге биргән район хакимиәтенә, мәктәптәр етәкселегенә, уҡыусыларға һәм уларҙың проект етәкселәренә рәхмәт еткерге һәм уңыштар теләге килә. Киләһе йылда ла “Мин – эшлекле!” конкурсында көтөп ҡалабыҙ.
Рәшиҙә КИЛМӨХӘМӘТОВА,
Муниципаль методик
хеҙмәт мөдире.