“Восход-СТ” ЯСЙ-е ауыл хужалығы предприятиеһында ла “икенсе ураҡ” - шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу һәм көнбағыш урып йыйыу эштәре дәррәү барып, тамамланыуға яҡынлаша. Быйыл хужалыҡта “татлы тамыр” 480 гектар майҙанды биләй. Әле 407 гектарындағы тамырҙар ҡаҙып алынып, өйөмдәргә һалынған, шәкәр заводына оҙатыла бара.
“Икенсе ураҡ”ҡа 20 сентябрҙә тотоноп, ҡаҙыуҙа ике юғары етештереүсәнле “AGRIFAC” шәкәр сөгөлдөрө комбайндары йәлеп ителгән. Уларҙа сменалап Мансаф Зәйнетдинов менән Дмитрий Михайлов, Илнур Ғазин менән Данис Рәхмәтуллин эшләй. Әлеге мәлдә сөгөлдөр баҫыуҙарының һуңғы гектарҙарындағы уңышты йыйып бөтөүҙә И.Ғәлин менән Д.Михайлов тир түгә, ә М.Зәйнетдинов көнбағыш урыуға күсерелгән.
Беҙ хужалыҡта булған көндө (19 октябрь) Цапаловка ауылы янындағы бер баҫыуҙа өйөмдәге “татлы тамыр”ҙарҙы “КамАЗ”ға тейәп, шәкәр заводына оҙатыу бара ине. Тейәгестә Сергей Михайлов эшләй. Арыраҡ икенсе баҫыуҙа И.Ғазин һуңғы гектарҙар уңышын йыя. Әммә был көндө ҡыҙыу эшкә ямғыр ҡамасаулап, уңыш йыйыуға тотҡарлыҡ яһаны.
Хужалыҡта шулай уҡ бер үк ваҡытта көнбағыш уңышын йыйыу ҙа алып барыла. Был майлы культура дөйөм 1337 гектар майҙанда үҫтерелһә, 744-енең уңышы йыйып алынған. “FENDT” комбайндарында Айнур Кәлимуллин менән Игорь Капус-тин, “Палессе GS-10” комбайндарында Мансаф Зәйнетдинов менән Валерий Долин эшләй. Уларға ситтән йәлеп ителгән ике “Нью-Холланд” ярҙамға килгән. Ә баҫыу-ырҙын табағы мар-шруты буйынса “КамАЗ”дарҙа водителдәр Олег Федоров менән Анатолий Долин уңыш ташыуҙа мәшғүл булған.
Хужалыҡтың баш агрономы Азамат Ғәлләмов менән һөйләшергә лә форсат сыҡты. Уның әйтеүенсә, уңыш насар түгел, сөнки культураларҙың баш ҡалҡытҡан һәм үҫкән ваҡытында ентекле эш алып барылған. Шәкәр сөгөлдөрө үҫентеләрен ҡоротҡостар һәм төрлө сирҙәрҙән һаҡлап, бер нисә тапҡыр гербицидтар һәм инсектицидтар менән эшкәрткәндәр. Артабан ашлама менән туҡландырылған. Шулай уҡ орлоҡто ла төрләндереп, төрлө фирмаларҙыҡын: “Галактика”, “Пионер”, “Сангена” (“П-63”, “Ле-10”, “ХМ-1820", “Геракл”, “Элион”, “Тальда” гибридтары) сәскәндәр.
Гибридтарҙың һуңғы икәүһен бында дүртенсе йыл сәсеп, тейешенсә уңыш алалар. Көнбағышҡа ла тейешенсә тәрбиә күрһәтеүгә өлгәшкәндәр. Был культураның уңышын йыйыуға тотонор алдынан бер аҙна алдан махсус препараттар менән десикация (уңыш йыйыуҙы еңеләйтеү өсөн ураҡ алдынан үҫемлектәрҙе киптереү) үткәргәндәр. Һөҙөмтә һәйбәт булған. Әммә ямғыр яуыу сәбәпле, эш ваҡытлыса туҡталған.
Уңыш йыйыу менән бер рәттән киләһеһе хаҡында ла хәстәрлек күрелә. Уңышы йыйып алынған баҫыуҙарҙа һәм пар участкаларында туңға һөрөү эштәре лә дауам итә. Был эштәр менән хужалыҡ механизаторҙары Марсель Рәхмәтуллин (“FENDT”-та) менән Раил Йәнбәков (“К-700”-ҙә) мәшғүл, ә Илшат Йәнбәков яңы “Версатайл” тракторында тәрән ер йомшартҡыс агрегаты менән ерҙәрҙе эшкәртә. Улар дөйөм көс менән 1550 гектар майҙанды туңға һөргән.
Баҫыу эшсәндәренә төшкө һәм киске ҡайнар аш ойошторолған. Предприятие ашханаһында аштарҙы ашнаҡсылар Зөлхизә Кәлимуллина менән Светлана Кожурова әҙерләһә, Людмила Теплова ярҙамлаша.
Көҙгө баҫыу эштәрен нисек башлаһалар, һауа торошо тотороҡланыу менән, шулай сифатлы теүәлләргә яҙһын “Восход-СТ” хужалығы эшсәндәренә.