Конкурстың маҡсаты – балалар, шул иҫәптән юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары менән эштең айырыуса файҙалы ысулдарын асыҡлау һәм популярлаштырыу, балаларҙы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүеф-һеҙлеген пропагандалауға йәлеп итеү, мәктәп уҡыусыларын юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары отрядтарына ылыҡтырыу.
Дистанциялы конкурс 4 һынауҙы үҙ эсенә алды: визит карточкаһы (“Мин грамоталы йәйәүле!” девизы аҫтында агитацион ижади видеосығыш); һүрәттәр конкурсы (команда юл хәрәкәтенә арналған һүрәт, плакат тәҡдим итте); челлендж# Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә арналған шиғырҙар (юлдарҙа хәүефһеҙлек хаҡындағы шиғырҙарҙы үҙенсәлекле итеп башҡарыу); капитандар араһында “ЮХХДИ инспекторы тигән мөһим һөнәр бар” тигән видео-конкурс.
Иң әүҙем ҡатнашыусылар булып Красноусолдың барлыҡ һәм Аҡкүл мәктәптәренең юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары торҙо.
Ниһайәт, конкурс тамам. Районыбыҙ ЮХХДИ-һы һәм йәмәғәтселек вәкилдәренән торған компетентлы жюри конкурсҡа йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе билдәләне.
Красноусолдағы 1-се һәм 3-сө мәктәп командалары – беренсе, 2-се мәктәп һәм башҡорт гимназия-интернаты командалары – икенсе, Аҡкүл мәктәбе командаһы өсөнсө урын яуланы.
Командаларҙың барыһы ла Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.