+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Октябрь 2020, 13:30

Иң-иңдәргә – гранттар

Күптән түгел Өфөлә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында республиканың иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде.

Конкурс комиссияһы тарафынан 125 уҡытыусының эштәре ҡаралып, уларҙың 77-һе – башҡорт теле, 48-е рус теле уҡытыусыһы. Һөҙөмтәлә эше иң яҡшыһы тип табылған 50 уҡытыусы 50-шәр мең һум күләмендә аҡсалата премияға лайыҡ булды.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2007 йылдың 15 ғинуарындағы “Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларын аҡсалата бүләкләү тураһында”ғы ҡарары “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы, “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында”ғы БР Закондарына ярашлы булдырылып, дәүләт телдәрен уҡытыу сифатын яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
50 мең һумлыҡ аҡсалата бүләккә лайыҡ булыусылар араһында Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөһрә Айҙар ҡыҙы Исиргакова ла бар. БР мәғариф министры Айбулат Вәкил улы Хажин тантаналы шарттарҙа грант яулаусы – гимназияның тәжрибәле уҡытыусыларының береһе, 35 йыллыҡ педагогик хеҙмәт стажлы, “Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре” З.Исиргакованы республика конкурсы еңеүсеһе Дипломы һәм премия менән бүләкләне. Әйткәндәй, үҙ һөнәренең оҫтаһы, ижади эшләүсе Зөһрә Айҙар ҡыҙының гранттар конкурсында еңеүе тәүгеһе генә түгел – бынан биш йыл элек ошондай уҡ аҡсалата бүләккә лайыҡ булғайны. Ҡотлайбыҙ! Тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштар юлдаш булһын!
Әлнисә КӘРИМОВА,
БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Читайте нас: