+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 16:45

Вайымһыҙлыҡмы, әллә әсәлек хисен хәмер йыуғанмы?!

“Йәшел йылан” арҡаһында күп ғаиләләрҙең тарҡалыуы, аяныслы хәлдәргә юлығыуы, шул сәбәпле ауыр тормош хәлендә ҡалған сабыйҙарҙың яралы яҙмышы һәр саҡ хафаға һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙар районыбыҙҙың һәр ауыл биләмәһендә тиерлек осрай. Эскелек менән мауыҡҡан, балалары йөрәгенә уңалмаҫ яра һалған йәш әсәй-атайҙарҙы тура юлға тартыу, ауыр хәлдә ҡалған сабыйҙарҙың хоҡуғын яҡлау маҡсатында район хакимиәтендә махсус комиссия эшләп килә. Ҡарауһыҙ ҡалған сабыйҙар, ауыр хәлдә йәшәгән ғаиләләр һәр саҡ күҙ уңында тотола. Комиссия әленән-әле имен булмаған ғаиләләрҙә булып, балаларҙың ниндәй шарттарҙа йәшәүе менән танышып тора.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова етәкселегендә район хакимиәтенең Опека һәм попечителлек секторы, “Ғаилә” район-ара үҙәгенең Ғафури районындағы бүлексәһе, бәлиғ булмағандар эше буйынса комитет, мәғариф бүлеге, эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар эше буйынса белгесе, Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы Рифҡәт Әнүәр улы Мөхәррәмов, ауыл хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Р.И.Васильева, ауыл хакимиәте белгесе Е.О.Халиҡова, Аҡкүл мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары С.И.Герасимова сентябрь аҙағында Аҡкүл ауылында Профилактика көнө уҙғарҙы.
Комиссия алдында һөйләшеүгә 9 ғаилә саҡырылған булған. Әммә күбеһе төрлө сәбәптәр арҡаһында килмәгән. Иҫәптә торған ғаиләләрҙең һәр береһенең үҙ яҙмышы, үҙенә хас хәл-ваҡиғаһы, проблемаһы, ә шулай ҙа барыһын да бер нәмә – эскелек һәм яуапһыҙлыҡ, вайымһыҙлыҡ берләштерә.
Тәүгеләрҙән булып комиссия алдына Аҡкүл ауылынан О.П. саҡырылғайны. Биш бала әсәһе эскелек менән мауыҡҡан өсөн иҫәптә тора. Балаларының атаһы менән 4 йыл йәшәмәүҙәре, уның Ҡырымда төйәкләнеүен әйтте ҡатын. Әлеге ваҡытта ҡатын айыҡ тормош алып бара, С. исемле ир менән йәшәй башлағандар. Өйҙәшенең балаларҙы ҡыйырһытмауын, өйҙә аҙыҡ-түлек тә етерлек булыуын аңлатты ҡатын комиссия ағзаларына. Урындағы комиссиянан әйтеүҙәренсә, балалары ла мәктәпкә, балалар баҡсаһына тәрбиәле, даими йөрөүҙәре билдәле булды.
Болон ауылында йәшәүсе биш бала әсәһе Г.Х. балаларына өлгө булып, матур тәрбиә орлоҡтары сәсәһе урынға “йәшел йылан” менән дуҫлашып, ҡайҙалыр сығып китеп, юғалып ала торған ғәҙәтте үҙ иткән. Үҙе бер ҡайҙа ла эшләмәй, ире Стәрлетамаҡҡа йөрөп аҡса таба. Яҡын ғына йәшәгән ҡәйнәһе ейән-ейәнсәрҙәрен һәр саҡ үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырып, донъяларын ҡарашып килгән. Әлеге көндә бәлиғ булмаған өс балаһы приютҡа урынлаштырылған. Бер сабыйының ишетмәүе, тиҙерәк табиптарға күрһәтергә кәрәклеге лә әйтелде. Балалары барлығын “онотоп” хәмер менән мауыҡҡан ҡатын “быға тик-лем өс тапҡыр эсеүҙән дауаландым, файҙаһы теймәне, башҡаса эсмәҫкә һүҙ бирәм” тип аҡланды. Комиссия ағзалары уға тиҙ арала Стәрлетамаҡҡа дауаланырға барырға ҡуштылар һәм айыҡ тормош алып бармайынса балаларын да бирмәйәсәктәрен ентекләп аңлатып, фәһемле кәңәштәр бирҙеләр. “Шайтан һыуын” эсеп аңҡы-тиңке килеп йөрөгәнсе, балаларыңды бағып, үҙ өйөңдө нурландырып йәшәргә кәрәк тә бит…
Аҡкүл ауылынан 7 бала әсәһе М.Я. ла эсеү арҡаһында иҫәпкә ҡуйылған булған. Хәҙер иһә ҡатын ярты йыл самаһы хәмерҙе ауыҙына алмауын әйтеп үтте. Тәүбәгә килгән ҡатындың эсмәгәс, донъяһында яҡшы яҡҡа үҙгәреше лә күп. Балаларының әүҙем, тәрбиәле булыуын урындағы комиссия башҡаларға еткерҙе. Ыңғай һөҙөмтә булғас, ауыл хакимиәте лә, комиссиялағылар ҙа ҡулдан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙасаҡтарын әйттеләр.
Шул уҡ ауылдан 25 йәшлек Ю.Т.-ның ғаиләһе имен булмаған тип иҫәпләнеп, эскән һәм балаларына тейешле тәрбиә бирмәгән өсөн иҫәпкә ҡуйылған. 2018 йылда уларҙың өйө янып, янғында атаһы аяныслы вафат булған, Ю.Т.-ның әсәһе балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә һәйбәт өлгө күрһәтер урынға, йыш ҡына йәш ғаиләгә мәшәҡәт тыуҙырып, үҙе лә эскелек һаҙлығына батҡан. Ғаиләгә 10 фатирлы йорттан торлаҡ биргәндәр, әммә уны рәсмиләштермәгәндәр. Уларға тиҙ арала балаларына тыуыу тураһында таныҡлыҡтарын юллап алырға ҡушылды. Әлеге көндә ҡатын 28 йәшлек А. менән йәшәй, өсөнсөгә бала көтәләр. Ир эсеүҙән дауаланған, уның эшкә маһир булыуын да әйтеп китте урындағылар. Ҡатын балаларын балалар баҡсаһына урынлаштырыуҙы ла кәрәк тип тапмаған. “Уларһыҙ миңә өйҙә күңелһеҙ”, - тигән яуап бирҙе был һорауға ҡатын. Тейешле тәрбиә алһын өсөн балаларын балалар баҡсаһына урынлаштырырға кәрәк тигән ҡарарға килде комиссия ағзалары.
Бала тапҡас, баға ла бел, тигәндәй, балаларын ҡарап, һөйөп, наҙға күмеп ултырыр урынға, уларҙы шешәгә алыштырған әсәйҙәрҙең ҡылығын бер ни менән дә аңлатып булмай. Әллә уларҙа әсәлек хисе бөтөнләй юҡмы икән, тигән һорау ҙа тыуа. Бәлки, үҙҙәренә лә йүнле тәрбиә булмағандыр. Тәүге тәрбиәне ошондай мөхиттә алған балалар ҙа артабан ҡанына һеңгән ғәҙәттән арына алыр, улар ҙа ата-әсәһе юлынан китмәҫ тип бер кем дә әйтә алмай. Комиссияның биргән кәңәштәре, әйткәндәре бушҡа булмаҫ, профилактика эше үҙ һөҙөмтәһен дә бирмәй ҡалмаҫ. Вайымһыҙлыҡ упҡынына тәгәрәүселәр үҙ аңдарына килеп, балаларының киләсәге хаҡына насар ғәҙәттәрҙе артта ҡалдырып, яҡшы тормошҡа тиҙерәк аҙым яһаһындар ине.
Читайте нас: