+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Октябрь 2020, 11:35

Һаулығыңды алдан хәстәрлә Ғафури районы халҡына грипҡа ҡаршы прививка эшләү ойошторолдо

29-30 октябрҙә 9.00-дән 13.00 сәғәткә тиклем Красноусол ауылындағы Күп функциялы үҙәк алдындағы майҙанға Үҙәк район дауаханаһының мобиль ФАП-ы килеп, 18 йәштән башлап өлкәнерәктәргә бушлай грипҡа ҡаршы вакцина эшләү ойошторолдо.

Халыҡ күпләп йөрөгән ергә алдан хәбәр итеп, прививка эшләү буйынса мобиль ФАП менән быйыл беренсе сығыуҙары. Үҙәк район дауаханаһының участка табип-терапевы Надежда Константиновна Машенцева прививка эшләр алдынан медицина тикшереүе үткәрә. Әгәр ҙә температураһы булһа, тамаҡ ауыртып, һыуыҡ тейеү күҙәтелһә прививка эшләнмәй. Табип рөхсәт биргәндән һуң медсестра Надежда Николаевна Шакайло “Совигрипп” вакцинаһын эшләй. Прививка эшләткән кешеләрҙең яҡынса 10% ғына грипп менән сирләй, әммә, эпидемиологтар әйтеүенсә, улар ауырыуҙы еңелерәк үткәрә.
- Ауылдарҙа прививка эшләүҙе үҙ фельдшер-акушерлыҡ үҙәктәрендә фельдшерҙар башҡара. Үҙәк район дауаханаһында эшләтергә теләүселәргә лә ҡаршы килмәйбеҙ. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаһында һәм ҡайһы ойошма заявка биргән, уларҙа грипҡа ҡаршы прививка эшләнек. Кисәге көнгә районда бөтәһе 576 кеше прививка эшләтһә, кесе йома көнө 49 кеше прививка эшләтте, - ти Надежда Константиновна.
Вакцина - миҙгелле киҙеүҙән һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ сараһы. Быйыл коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле прививка эшләтеү бигерәк тә мөһим. Вакцинаның һаҡлау көсө уны эшләткәндән һуң 10-15 көн үткәс башлана һәм яҡынса бер йылға етә. Вакцинацияла Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдимдәренә ярашлы Рәсәйҙә етештерелгән препараттар ҡулланыла. Бөтә препараттар ҙа дәүләт сертификацияһы үткән һәм тулыһынса хәүефһеҙ.
Үҙәк район дауаханаһының киҙеүгә ҡаршы прививка эшләүгә мобиль ФАП менән сығыуҙарына халыҡ та ҡәнәғәт. Красноусолдан прививка эшләтергә килгән Таңһылыу Бәхтийәрова: “Уңайлы ысул. Бөтә үҙәк район дауаханаһы табиптарына, хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт. Һаулығыңды алдан хәстәрләргә кәрәк инде ул”, - тип үҙ рәхмәтен дә еткерҙе.
Читайте нас: