-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Октябрь 2020, 20:50

Музей – рухи аҙыҡ таратыусы усаҡ

Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән, илһам сығанағы таратыусы мәҙәни усаҡ ул. Унда тупланған экспонаттар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Был йорттоң тәғәйенләнеше лә тап тарихты һәм күренекле, данлыҡлы шәхестәрҙе сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыуҙан тора ла инде.

Шундайҙарҙың береһе -
Еҙем-Ҡаран ауылын-дағы Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры, башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре классигы, башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Мәжит Ғафуриҙың Йорт-музейы. Ә быйылғы йыл районыбыҙ өсөн өсләтә иҫтәлекле: августа М.Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулһа, 30 октябрь - М.Ғафуриҙың Йорт-музейының эшмәкәрлек башлауының 50 йыллыҡ алтын юбилей көнө. Ә 23 ноябрҙә беренсе халыҡ шағиры исемен мәңгеләштереү йөҙөнән Красноусол районын Ғафури районы итеп үҙгәртеүгә 80 йыл. Билдәле сәбәптәр менән бәйле, был иҫтәлекле даталарҙы билдәләү кисектерелде.
КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты бюроһының 1965 йылдың 30 октябрендәге ҡарарына ярашлы һәм Бөйөк Октябрь революцияһының 50 йыллығына әҙерлек айҡанлы Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы мәшһүр яҡташыбыҙ, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда Йорт-музей булдырыу хаҡында ҡарар сығара. Был тарихи әһәмиәтле ҡарар нигеҙендә элекке М.Ғафури исемендәге колхоз көсө менән музей бинаһы төҙөлөп, 1970 йылда тантаналы рәүештә файҙаланыуға тапшырыла һәм 50 йыл инде шағир иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән халыҡҡа хеҙмәт итә.
Йорт-музей үҙ ишектәрен асып, эшмәкәрлеге башланғас, етәксе итеп Рисәлә Рәүеф ҡыҙы Ҡадирова тәғәйенләнә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.Ҡадирова был эште йәмәғәт башланғысында алып барыуға ҡарамаҫтан, музейҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа, экспонаттар туплауҙа күп көс һала. Артабан уның эшен тормош иптәше Зөфәр Хәлим улы Әбделмәнов ҡабул итеп ала. Унан һуң бер аҙ Еҙем-Ҡаран мәктәбе уҡытыусыһы, ауыл хәбәрсеһе Нәжметдин Аллаяр улы Фәрхшатов эшләп ала.
1977 йылда музей директоры итеп Баҡраҡ ауылынан Әлфиә Шәмғун ҡыҙы Хужинаны (Рәхмәтуллина) тәғәйенләйҙәр. Ә.Хужина музейҙы үҫтереү, ба-йытыу эшенә бар тырышлығын, һәләтен һала. 1988 йылдан алып бер нисә йыл арауығында Ейәнсура районынан Сажиҙә Йәүит ҡыҙы Мәүлетова музейға етәкселек итә.
Йорт-музейҙың бөгөнгө директоры – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М.Ғафури исемендәге премия лауреаты Рәсилә Зиннәт ҡыҙы Нәжметдинова өс тиҫтә йылға яҡын ғүмерен бағышлаған. Был учреждение уның тырышлығы менән уңышлы эшләп килә. Музейҙы йыһазландырыуға ҙур көс һалып, ижади эшләй ул. Шағирҙың тормошон һәм ижади эшмәкәрлеген сағылдырған барлыҡ ҡиммәтле һәм ҡабатланмаҫ экспонаттар, материалдар, документтар, фотоһүрәттәр, альбомдар, әсбаптар – уның тынғыһыҙ хеҙмәт емеше. Барыһын да бөртөкләп йыйып туплау буйынса ҙур эш башҡарған һәм башҡара. Хәҙер экспонаттарҙың һаны меңдән ашып киткән. Булғандарын һаҡлап ҡына ҡалмай, киләһе быуындарға ҡомартҡы итеп ҡалдырырға тырышып, эҙләнә, әленән-әле экспонаттар менән тулыландырып, музей фондын байытыу менән дә шөғөлләнә. Экскурсияға килеүселәрҙе музей менән таныштыра, фонд, документация эшен дә башҡара. Ғөмүмән, Р.Нәжметдинова М.Ғафуриҙың ижади мираҫын йыйыу, һаҡлау һәм пропагандалау буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Шағирҙың Йорт-музейын республиканың мәҙәни усағы итеү йәһәтенән күп көс һала. Директорға һәр башланғыстарында музей хеҙмәткәре Исомудин Нәжметдинов ярҙам ҡулы һуҙа.
М.Ғафуриҙың Йорт-музейы ҡапҡаһын асып инеүгә һәр кемде әҙиптең һәйкәлдәге һыны ҡаршы ала. Музейҙың дүрт экспозиция залы булып, һәр береһе үҙенсәлекле һәм ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Залдарҙың береһендә шағир йәшәгән осор ҡомартҡылары - халҡыбыҙҙың боронғо тормош-көнкүрешен сағылдырған этнография мөйөшө ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ҡалғандарында яҙыусының тормошо һәм ижадына ҡағылған материалдар, әҙиптең күп томлыҡ китаптары, төрлө йылдарҙа нәшер ителгән әҫәрҙәренән күргәҙмә биләй, ҡыҫҡаһы, Мәжит Ғафуриҙың бала сағынан алып, уны һуңғы юлға оҙатҡанға тиклемге осор хронологик тәртиптә сағылдырылған. Стенала М.Ғафури портреты һәм әҫәрҙәренә ҡарата төшөрөлгән эскиздар урын алған, Рәсәй, респуб-
лика, районыбыҙ яҙыусылары, төрлө авторҙар, сит ил ҡунаҡтары тарафынан бүләк ителгән китаптар ҙа бар. Мәжит Ғафуриҙың бюсы урынлаштырылған.
Музей директоры әйтеүенсә, музей эшмәкәрлеге күренмәй торған ваҡ, тынғыһыҙ, ауыр хеҙмәтте үҙ эсенә ала: һаҡлау, күмәк кеше менән эшләү, аралашыу, эҙләнеү, материалдар туплау, ойоштороу – хужалыҡ эштәре лә инә. Бында һаҡланған материалдар күп кенә уҡыусылар, студенттар өсөн курс, диплом эштәрен башҡарыуҙа төп сығанаҡ булып тора.
Йылдың һәр миҙгелендә шағир төйәгенә - Йорт-музейға килеүселәрҙең һуҡмағы өҙөлмәй. Музей биләмәһендә хеҙмәткәрҙәр көсө менән әленән-әле төҙөкләндереү эштәре алып барыла, күркәмлеге, бөхтәлеге менән үҙенә тартып тора, бинаға реконструкция яһалып, заманса төҫ алған. М.Ғафуриҙың “Гөлдәр баҡсаһында” шиғырындағыса, яҙҙан көҙгәсә ихатаһы күҙҙең яуын алып, "нурҙарынан күҙҙәр ҡамашырлыҡ, нәфис төҫтәренә хайран ҡалырлыҡ, хуш еҫтәренән йән шатланған" сәскәләргә күмелә. Ошо йылдар арауығында республиканан ситтә лә билдәле музей менән кемдәр генә танышмаған да, кемдәр генә хайран ҡалмаған! Йыл һайын музейға әҙиптең талантын һәм ижадын һөйөүсе меңләгән кеше килеп, үҙенә рухи аҙыҡ, илһам сығанағы ала. Махсус альбом-кенәгәгә республикабыҙҙан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән, күрше өлкәләрҙән, шулай уҡ Эстониянан, Мордовиянан, Испания, Германия, Удмуртия, Украина, Әзербайжан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Татарстан, Сыуаш Республикаһынан, Ҡырымдан, Төркиә, Алжир һәм башҡа сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар рәхмәтле булып, изге теләктәрен, матур тәьҫораттарын яҙып ҡалдырған.
Музейҙа ололар менән бер рәттән балалар ҡатнашлығында Хәтер кисәләре, шиғриәт байрамдары һәм башҡа саралар уҙғарыла. 2004 йылда рес-публика кимәлендә тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе “Ғафури уҡыуҙары”на тап М.Ғафури музейы үҙенә йыйҙы. Был сараны юғары кимәлдә үткәргән өсөн музей БР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ була.
Музей республикала өлгөлөләр һәм алдынғылар иҫәбендә. Был хаҡта БР Мәҙәниәт министрлығы тарафынан бирелгән Дипломдар, “Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы” конкурсында Диплом менән бүләкләнеп, 100 мең һумлыҡ грант яулауы, БР Мәғариф министрлығының фәнни-ғәмәли республика семинары сертификаты, иҫәпһеҙ-һанһыҙ Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һөйләй.
Олуғ шәхес, халыҡ шағиры, мәғрифәтсе, әҙәбиәттең нигеҙ ташы М.Ғафури исемен йөрөткән музей тулы тормош һәм киләсәккә ҙур маҡсаттар менән йәшәй. Уның ишектәре йыл әйләнәһенә һәр кем өсөн асыҡ.
Читайте нас: