Суд приставтары хеҙмәте суд ҡарарҙарының теүәл үтәлешен, тимәк, бөтә суд системаһының уңышлы эшләүен тәьмин итеүсе иң йоғонтоло дәүләт органдарының береһе булып тора.
Бөгөн Федераль Суд приставтары хеҙмәте үҫеш осоро кисерә. Суд приставы һөнәренең абруйы ғына түгел, район халҡының ышанысы һәм ихтирамы ла һеҙҙең көндәлек хеҙмәтегеҙгә бәйле.
Байрам көнөндә йәмғиәттең һәм дәүләттең законлы мәнфәғәттәре һәм хоҡуҡтары һағында фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, һөнәрегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәре ҡабул итегеҙ. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләйем.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.