-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Ноябрь 2020, 19:45

Хеҙмәттәшеңдең хәле нисек, медицина инспекторы?

Билдәле булыуынса, коронавирус менән хәлдең ҡатмарлы булыуы менән бәйле БР Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республикала COVID-19 ҡаршы инспекторҙар институты булдырылды.

Ошоға ярашлы, районыбыҙ предприятие һәм ойошмаларында медицина инспекторҙары эш башланы. Был эшкә яуаплы хеҙмәткәрҙәр эш урындарында санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе контролдә тоторға тейеш. Шулай итеп, һәр предприятиела был яуаплы кеше көн һайын эшсе-хеҙмәткәрҙәрҙең тән температураһын үлсәй, битлек режимын үтәүҙе тикшерә һәм башҡа профилактик сараларҙы башҡарып, бар мәғлүмәтте махсус журналға теркәй. Быларҙың барыһы ла хеҙмәт урындарына инфекцияның үтеп инеүенә һәм таралыуына юл ҡуймау маҡсатында эшләнә. Медицина инспекторы өсөн махсус медицина белеме кәрәкмәй, бары тик Башҡортостан дәүләт медицина университеты белгестәре әҙерләп уҙғарған махсус онлайн-курстарҙы үтергә генә кәрәк.
Районыбыҙҙа ла район хакимиәте башлығының 15 октябрҙәге ҡарарына ярашлы, медицина инспекторҙарын тәғәйенләү буйынса тейешле эш башҡарылған. Район хакимиәтенең медицина инспекторы Юлай Нәзиров әйтеүенсә, бөгөн районыбыҙ предприятие-ойошмаларында 88 инспектор билдәләнгән. Уларҙың 47-һе (3150 хеҙмәткәрҙе үҙ эсенә ала) – ведомстволарға ҡараған учреждениеларҙа, 41-е – белем биреү ойошмаларында.
Ә республикала 4771 инспектор билдәләнгән. Уларҙың 122-һе – муниципаль берәмектәр хакимиәтендә, 72-һе – власть органдарында һәм 4573-ө – ведомстволарға ҡараған учреждениеларҙа. Бынан тыш, инспекторҙар ҙур сауҙа селтәрҙәрендә һәм сауҙа үҙәктәрендә лә бар.
Билдәләнгән ҡағиҙәләрҙең үтәлешен БР Башлығы Хакимиәтенең Контроль идаралығы күҙәтә.
Читайте нас: