+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Ноябрь 2020, 12:50

Дуҫлыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә йәшәйҙәр

Күп милләтле Рәсәй халҡы берлектәге фиҙаҡәр көрәше, ныҡышмалы хеҙмәте менән күп быуатлыҡ тарихында шаҡтай ҡаҙаныштарға өлгәште. Ошо бөйөк төшөнсәне кәүҙәләндергән байрам – Халыҡтар берҙәмлеге көнө беҙҙең гражданлыҡ тойғоларыбыҙҙы нығыта, Тыуған илгә булған һөйөү барыбыҙҙы ла берләштерә.

Ташлы ауылы - төрлө милләт кешеләре берҙәм һәм дуҫ йәшәүсе ҡатнаш ауылдарҙан иҫәпләнә. Хәҙер инде улар бер-береһе менән туғанлашып та бөткән, тиһәң дә була. Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан ошо ауылдың башҡа ауылдар менән сағыштырғанда үҙенсәлеген, йәшәйешен белеү маҡсатында шунда юлландыҡ.
Исеменән үк әйтеп тороуынса, ауылға кергән ерҙә үк ҡасандыр таш сығарылған карьер урыны күҙгә ташлана. Урамдарҙа ла таштар ятыуы, ауылға ошонан сығып Ташлы тип исем ҡушҡандарын әйтә төҫлө. Бында элек аҡбур, эзбиз дә етештерелеп, уны хатта башҡа яҡтарҙан да килеп алыуҙары билдәле.
Ауыл бик күркәм, матур ерҙә урынлашҡан. Сылтырап ағып ятҡан саф һыулы Ташлы йылғаһы ауылға йәм бирә. Ошо хозурлыҡты тағы ла ба-йытып, ауыл өҫтөндә йорт күгәрсендәренең талпынып осоп йөрөүе күҙгә ташланмай ҡалмай. (Күгәрсендәр тотоусы Владимир Воронцовҡа “афарин!” тиергә генә ҡала).
Беҙгә ауыл хакимиәтендә ауыл биләмәһе башлығы Ильяс Сәрүәр улы Хәсәнов, эштәргә идара итеүсе Рәшиҙә Миндулла ҡыҙы Рәхмәтуллина, белгес Гөлнур Миңлеәхмәт ҡыҙы Баймөхәмәтова ҡыҫҡаса ауыл менән таныштырып, мәғлүмәт менән дә ярҙам иттеләр.
Ташлыла тормош гөрләй
Бөгөнгө көндә ауылда барлығы 188 йорт хужалығы булып, унда 580 кеше мал тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап ғүмер итә. Шуларҙың 50 проценты башҡорттар, 31,3-е - урыҫтар, 13,7-һе – сыуаштар, 2,6-һы – татарҙар, 1,8-е
– украиндар иҫәпләнә. Газ, һыу үтеүе лә ауылдың үҫешенә йоғонто яһамай ҡалмай. Һәр ҡайҙағыса өйҙәр заманса материалдар менән биҙәлеп, яңы өй һалыусылар ҙа күренә. Һигеҙ өйҙә “дачниктар” йәшәй.
Ауылда 9 йыллыҡ мәктәп булып, ул элек-электән көслө уҡытыусылары, уҡыусылары менән дан тотҡан. Мәктәпкә Валентина Сергеевна Сорокотяга идара итә. Бөгөнгө көндә бында 52 бала белем ала. Мәктәп коллективында күпселек элекке көстәр эшләй, Айрат Миҙхәт улы Сөләймәнов ҡына быйылғы уҡыу йылынан инглиз теле уҡытыусыһы булып эшкә килгән. Шулай уҡ балалар баҡсаһы ла эшләп килә. Унда бер төркөмдә 25-кә яҡын бала йөрөй. Кескәйҙәрҙе тәрбиәсе Людмила Николаевна Логинова менән тәрбиәсе ярҙамсыһы Галина Александровна Шанина матур итеп ҡаршы алып, уларҙың көнө күңелле һәм файҙалы үтһен өсөн бар тырышлығын һалып эшләйҙәр. Айырым бай китапхана бинаһы ла булған, әммә янғын сығып ул юҡҡа сыҡҡан. Яңынан китап йыйып, әле китапхана мәктәп бинаһында урынлаштырылған. Унда китапханасы булып Евгения Сергеевна Флячинская эшләй. Үҙ фельдшер-акушерлыҡ пункттары ла бар. Һаулыҡ һағында Михринисо Ғәфүр ҡыҙы Ниғмәтуллина уяу тора. Ауыл халҡын гәзит-журналдарға яҙҙыртып, почта хеҙмәте менән Наталья Владимировна Батыршина хеҙмәтләндерә. 35 йыл стажлы ветеринар Рим Усманов ауыл малдары һаулығы һағында тора. Шәхси эшҡыуар Александр Викторович Узелков магазин асып, инде байтаҡ йылдар ауыл халҡын кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. Уларҙың ярҙамы менән Ололар көнөндә ауылдың оло быуын кешеләренә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ихтирам, хөрмәт тә күрһәтелгән. “Ташлы” ансамбле ауылдаштарын һәр саҡ үҙ сығыштары менән шатландыра. Әллә ҡайҙан сиркәүҙәре лә күренеп ултыра. Ауыл хакимиәте башлығы әйтеүенсә, Алла бирһә, мәсет төҙөргә лә уйлашалар. Балалар рәхәтләнеп уйнаһын өсөн ике майҙансыҡ бар. Сүп-сар йыйыу өсөн айырым урын булдырылған.
Күп балалы ғаиләләр
Ауылдың киләсәге балаларҙа, тигәндәй, Ташлы ауылында күп балалы ғаиләләр байтаҡ. Ауыл буйынса бөтәһе 18 ғаилә иҫәпләнә. Ирина менән Алексей Кудряшов, Марианна менән Владимир Орлов, Александра Пашина менән Илдар Батыршин, Валентина Багно менән Николай Курчевский бишәр бала, Евгения Назарова, Алена менән Сергей Иванов, Юлия менән Сергей Прощаев, Людмила Ищенко менән Наил Вәлиев, Евгения Абдрахманова, Әхмәд Уразбахтин, Ирина менән Дмит-рий Прощаев алда һанап китеүселәрҙән берәүгә генә ҡалышып, дүртәр бала тәрбиәләйҙәр. Өс балалы ғаиләләр ҙә күп кенә был ауылда.
Һәр эшкә өлгөрәләр
Бар яҡтан да өлгөр Клара менән Владимир Назаровтар матур итеп йәшәүсе күркәм ғаиләләрҙән һанала. Улар дүрт бала үҫтереп, хәҙер инде 32 йыл бергә йәшәйҙәр. Ошо йылдар эсендә өй һалып, уны төҙөкләндереп, йәм өҫтәгәндәр. Клара Рөфҡәт ҡыҙы килен булып төшкәндән бирле мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләһә, Владимир Леонидович лесхозда хеҙмәт юлы үткән. Иң оло балалары Татьяна Ташлыла йәшәй, ауыл клубында художество етәксеһе булып эшләй. Бер-бер артлы тыуған Алексей менән Виктор вахта ысулы менән Себерҙә эшләйҙәр. Кесе улдары Владимир Красноусолда йәшәп, эшләп йөрөй. Килендәре Анна менән ҡыҙ үҫтерәләр. Клара Рөфҡәт ҡыҙы урманға йөрөргә, көҙөн бәшмәк йыйырға, Владимир Леонидович балыҡ ҡармаҡларға ярата.
- Мин урманда яңғыҙ йөрөргә яратам. Үҙемдең һәр саҡ күреп йөрөгән яратҡан ағастарым да бар хатта. Улар менән һөйләшәм, аралашам,- ти хужабикә.
Клара Назарова аш-һыу оҫтаһы ла. Ул үҙҙәре үҫтергән уңышты, урманда йыйған бәшмәк, му-йылды булһынмы, телеңде йоторлоҡ итеп әҙерләүсе лә икән. 2019 йылда “Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы” номинацияһында еңеп, район етәксеһе Ф.Сыңғыҙов ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы алһа, 2020 йылда “Шәхси йорт алдын иң яҡшы биҙәүсе” номинацияһында еңеп, сертификат менән бүләкләнгән. Сәскәләр ҙә үҫтерергә ярата. Теплицаларына керетеп ҡуйған эре-эре ҡабаҡтарына көс етерлек түгел хатта. Ҡош-ҡорт тотмаһалар ҙа, 4 баш һыйыр, башмаҡ аҫрайҙар. Үҙҙәренең тракторы, сапҡысы, йыйғысы булғас, эш еңелерәк. Балалары ла эшләп үҫкәс, бар яҡлап та ярҙам итеп торалар. Ауыл ошондай матур йәшәүсе ғаиләләр менән күркәмләнә лә инде.
Ауыл зыяраты кәртәләнгән
Биләмә башлығының уң ҡулы, староста В.Н.Узелков айырым маҡтауға лайыҡ. Ауыл хакимиәте менән берлектә ул һәр ваҡыт халыҡты ойоштороп, эшләнәсәк эштәргә этәргес көс биреп йөрөүсе булып тора. Күптән түгел ауыл халҡы йыйылышып, өмә ойоштороп, ауыл зыяратын кәртәләп алғандар. Көрәк, лом кеүек кәрәк-яраҡтар ҡуйыу өсөн өй ҙә ултыртып ҡуйғандар. Виктор Николаевич Узелков әйтеүенсә, ауыл халҡынан ошо изге эш өсөн 230 мең һум аҡса йыйылған. П.Павлов, Б.Ниғмәтуллин, И.Дауытов иретеп-йәбештереүҙә, Р.Кәримов, З.Ғафаров, И.Ҡасимов, Н.Дорофеев һәм башҡалар төрлө эштә ярҙамлашһа, “Ташлы” карьерында эшләүсе Сергей Колесов транспорт менән ярҙам иткән. Уның ниндәйҙер эш башҡарғанда һәр саҡ ярҙамға килеүен ауыл хакимиәтендә лә маҡтап әйтеп үткәйнеләр.
Ауыл хакимиәте башлығы беҙҙе оҙатҡанда: “Дуҫлыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә беҙҙең көс. “Рождество”, “Масленица”, Ҡорбан, Ураҙа байрамдары булһынмы, шатлыҡта ла, ҡыйын ваҡытта ла бергәбеҙ”, - тип әйтеүе лә ауыл халҡының ойошоп, бер төптән булып, бер ғаилә кеүек йәшәүен дәлилләй. Староста рус кешеһе булһа ла, күп һүҙҙәрҙе башҡортса ҡыҫтырып һөйләүе уларҙы бер-береһенә яҡынайта, туғанлыҡ хисе ҡабындыра. Ташлыларға киләсәктә лә берҙәм һәм дуҫ булып йәшәүҙәрен теләп, һәр кем үҙ телендә һаубуллашып, ҡайтыр яҡҡа боролдоҡ. Ә ауыл өҫтөндә тыныслыҡ символы - күгәрсендәр зәңгәр күкте иңләп талпынып, елпенеп остолар ҙа, остолар...
Читайте нас: