3 ноябрҙә Өфөлә Ауыл хужалығы эшсәндәре һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантаналы байрам сараһы үтте. Унда республикабыҙ алдынғылары тәбрикләнде.
Бүләкләнеүселәр араһында районыбыҙ ауыл хужалығы эшсәндәре лә бар. 2016 йылдан алдынғы механизаторҙарҙы дәртләндереү маҡсатында иң күп майҙандан иң күп ашлыҡ һуғып алыусы комбайнсылар автомобиль менән бүләкләнә килә. Ошоға ярашлы, иң ҙур бүләк - иң алдынғы 10 комбайнсы-механизаторға тапшырыла килеп, “Ураҡ батыры-2020” тигән яҙыулы “Шевроле-Нива” автомашинаһы асҡысының быйылғыһы Руслан Зәки улы Бакиров етәкселегендәге “Восход-СТ” АП ЯСЙ-е механизаторы Мансаф Зәйнетдиновтың өлөшөнә төшөүе районыбыҙ өсөн оло мәртәбә, ғорурлыҡ. Быйыл баҫыу батырҙарына 20 автомобиль тапшырылған.
Әйткәндәй, районыбыҙ тарихында тәү башлап ошондай маркалы автомашинаға 2017 йылда “Урожай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Альберт Тимербай улы Мөхәмәтҡолов лайыҡ булғайны. Уның ҡул арты еңел булды, тип әйтергә кәрәк. Былтыр уғата ҙур бүләкте “ШЭ Г.М.Тахтаров” хужалығы алдынғыһы Василий Николаевич Беляев ҡабул итеп алғайны.
Мансаф Йөҙимән ауылында йәшәүсе Ғәлиә менән Миңниәхмәт Зәйнетдиновтарҙың биш уллы ғаиләһендә тыуып үҫә. Бала саҡтан техникаға ылығыуы уны мәктәпте тамамлағас, 130-сы һанлы Красноусол һөнәрселек училищеһына алып килә. Киң профилле тракторсы-машинист һөнәренә эйә булған егет тәүге хеҙмәт юлын элекке Салауат исемендәге колхозда (рәйесе – Н.Н.Яхин) комбайнсы булып башлай. Йәш тип тормағандар, ышаныс күрһәтеп, комбайнға үҙаллы ултыртҡандар. Атайҙан күргән уҡ юнған, тигәндәй, бар ғүмерен механизатор һөнәренә бағышлап, тыуған хужалығында тир түккән атаһы улында техникаға һөйөү тәрбиәләгән дә инде. Армия хеҙмәтенә алынып, хәрби бурысын үтәп ҡайта. Өйләнә. Колхоз тарҡалғас, ауылда эш булмау сәбәпле, ғаиләһе менән Родина ауылына күсеп, “Родина” агрофирмаһында хеҙмәт юлын дауам итергә мәжбүр була, дөйөм ятаҡтан урын бирәләр. Был хужалыҡтың эшмәкәрлеге туҡталғас, “Восход-СТ” ЯСЙ-енә эшкә килә. Алтынсы йыл инде был хужалыҡҡа уңышлы хеҙмәт итә. Йылдар үтеү менән ҙур тәжрибә туплап, һәр төрлө техниканы биш бармағылай белгән механизатор техникаға һаҡсыл ҡарай, үҙендә ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләй, юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Һәм һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй, ниһайәт, “Ураҡ батыры” булып бар республикаға, районға данлана.
Бөгөн данлыҡлы ураҡ батыры Мансаф Миңниәхмәт улы Табын ауылында төпләнеп, тормош иптәше – Ерек ауылынан Раушания Рауил ҡыҙы менән 19 йыл инде дәүләт ярҙамы менән төҙөп кергән ике ҡатлы ағас йорттарында йәшәйҙәр. 4 балаға атай-әсәй булғандар. Улдары – Линар Өфөләге тимер юл техникумы, ҡыҙҙары – Әҙилә Стәрлетамаҡ физкультура колледжы студенттары. Элина Табын урта мәктәбендә – 7-се, Илмир 2-се класта уҡый. Атайҙарының ал-ял белмәгән хеҙмәте менән әсе тир түгеп яулап алған өр-яңы автомашинаһында ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көткән балалары күмәкләшеп ҡапҡа алдында уҡ ҡаршы алды. Үҙҙәренең тап ошондай маркалы еңел автомобилдәре лә бар. Хәйер, бер түгел ике ул үҫкән ғаиләлә бер ҙә артыҡ түгел.
Данлыҡлы механизаторҙы беҙ “Ғафури ТВ”һы төркөмө менән редакция бинаһы янында көтә инек. Ул өр-яңы “Шевроле-Нива”һында ҡатыны менән килде. Икеһенең дә шатлыҡтан йөҙҙәре ҡояштай балҡый.
Ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен һәр төрлө техника руле артында уҙғарып, хужалыҡтың универсалына әүерелгән М.Зәйнетдинов “Палессе GS-10” комбайнында иген игә, сит ил техникаһы - “Агрифак”ты ауыҙлыҡлап, шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙа, көнбағыш ура, ерҙәрҙе лә эшкәртә. Ниндәй генә техникаға ултырһа ла, бар тырышлығын, көсөн һалып эшләргә күнеккән ул.
“Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” ДБУ-һының баш инженеры Вячеслав Малых әйтеүенсә, республика буйынса бындай уңыштарға өлгәшеүҙәре “Восход-СТ” ЯСЙ-е АП-һы етәкселегенең эшмәкәрлекте, иҫәпте дөрөҫ һәм үҙ ваҡытында алып барыуының һөҙөмтәһе. Кадрҙар барыһын да хәл итә, тигәндәй, уларҙы һайлап алыуға етди ҡарай. Механизаторҙар юғары күрһәткестәргә өлгәшеп, ҙур наградаларға лайыҡ була икән, тимәк, етәксе уларҙың хеҙмәтен баһалай белә. Бының өсөн уға ҙур рәхмәт, - ти ул М.Зәйнетдинов менән бер тауыштан. Баҫыу батыры: “Мин ошондай ҙур наградаға лайыҡ булыуым менән сикһеҙ бәхетлемен. Башҡа механизаторҙар ҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшеп, ҙур бүләккә эйә булһындар”, - тигән теләктәрен дә еткерҙе.
Мансаф Зәйнетдинов республикала “Ураҡ батыры-2020” исеменә 647 гектарҙа иген культуралары урып йыйғаны (1,5 мең тонна иген) өсөн лайыҡ булған. Алдынғы механизаторға артабан да эшендә тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшеүен, ошондай көтөлмәгән бәхетле минуттарҙың йышыраҡ ҡабатланыуын теләйбеҙ.
Индира ИШКИНА.