+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Ноябрь 2020, 18:00

Этнографик диктант яҙҙылар

3 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған саралар сиктәрендә, “Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғрифәти акцияһы башланды. Ул бишенсе йыл рәттән үткәрелә һәм ошо йылдар дауамында унда 46 илдән 1 200 000 тирәһе кеше ҡатнашҡан.

Быйылғы диктант 3–8 ноябрь арауығында онлайн-алымда ойошторола. Ул халыҡтың этнографик, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар тураһында белем кимәлен баһаларға, киң ҡатлам йәмәғәтселектең иғтибарын милләт-ара татыулыҡ һәм берҙәмлек мәсьәләләренә йүнәлтергә булышлыҡ итә.
Диктант яҙыуҙа Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн рәсми сайтҡа (https://miretno.ru/) инеп, “Пройти Диктант” тигән бүлекте һайларға ғына кәрәк.
Быйыл диктанттың рәсми сайты инглиз һәм испан телдәренә тәржемә ителгән. Үтәлергә тейешле күнегеүҙәр https://miretno.ru/ сайтында баҫылған. Улар дөйөм федераль өлөшкә ҡағылышлы 20 һорауҙан һәм Рәсәйҙең һәр субъектына ҡағылышлы айырым 10 һорауҙан тора.
Диктантты үтәү өсөн 45 минут ваҡыт бирелә. Ошо ваҡыт үтеү менән һорауҙарға яуап биреп булмай. Барлыҡ эштәрҙе дөрөҫ башҡарып, иң күбе 100 балл йыйырға мөмкин.
Диктантты тамамлау менән ҡатнашыусыға электрон формалағы сертификат эшләнә, унда һөҙөмтә лә күрһәтелә. Быйыл дөрөҫ яуаптарҙы шунда уҡ ҡарап, сығанаҡтарға һылтанма менән тарихи белешмә алырға мөмкин.
Тесты үтеп бөткәндән һуң рәсми сайтта (https://miretno.ru) үҙ төбәгеңә ҡағылышлы гугл-форманы тултырырға, этнографик диктант яҙыуҙың датаһын һәм ваҡытын раҫларға кәрәк.
Диктантты ойоштороусылар эште башҡарған саҡта төшкән фотоларҙы социаль селтәргә #БольшойЭтнографическийДиктант хэштегы менән ҡуйғандар ҙа инде.
Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы коллективы ла был акцияға Йәмилә Рәжәп ҡыҙы Әбделмәнова ойоштороуында әүҙем ҡушылып, “Ҙур этнографик диктант”та үҙҙәрен һынап ҡараусылар сертификат алғандар ҙа инде. Уларҙың барыһы ла 100 балл йыйыуға өлгәшкән. Уҡытыусыларға “афарин” тиергә генә ҡала.

Әлфиә ВӘЛИЕВА.

Читайте нас: