+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Ноябрь 2020, 16:45

Күренекле яҡташтарыбыҙ Ғәйфулла Вәлиев

Ошо көндәрҙә күренекле яҡташыбыҙ, яҙыусы Ғәйфулла Вәлиевҡа 90 йәш тулған булыр ине. (1930 - 1963)

Ғ.Вәлиев әҫәрҙәре халыҡсанлығы, бай теле, мауыҡтырғыс сюжет һыҙығы менән уҡыусыларҙы йәлеп итә. Уларҙың һәр ҡайһыһында тыуған яҡ һулышы һиҙелә, ауылдаштары-яҡташтарының сифаттары күҙаллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙип арабыҙҙан бик иртә китеп барҙы, яҙылаһы әҫәрҙәре яҙылмай ҡалды...
Ғәйфулла Хәмит улы Вәлиев 1930 йылдың 6 ноябрендә Ғафури районының Имәнлек ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Иртә етем ҡала. Колхозда эшләй, аҙаҡ, ФЗО тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ сода комбинатын төҙөүҙә ҡатнаша. Комсомол путевкаһы менән “Башстрой” системаһындағы төҙөлөштәргә ебәрелә. Йөк ташыусы, ут яғыусы, балта оҫтаһы булып эшләгәндә, эшсе йәштәрҙең ете йыллыҡ киске мәктәбен тамамлай. Трестың комсомол комитеты секретары була.
1953 – 1957 йылдарҙа Өфө урман техникумында уҡый, уны тамамлағас, урман хужалығы предприятиеларында эшләй.
1957 йылда “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһына эшкә алына.
1958 – 1962 йылдарҙа Ленинградта юғары партия мәктәбендә уҡып ҡайтҡас та, матбуғат органдарында эшләүен дауам итә.
1965 -1968 йылдарҙа партияның Күгәрсен район комитеты секретары, совхоздың партком секретары вазифаларын башҡара. Һуңғы йылдарҙа ул Башҡортостан радио тапшырыуҙар комитетының баш мөхәррире булып эшләй.
Ғәйфулла Вәлиев журналис-тик эшен һәр ваҡыт әүҙем әҙәби ижад менән ҡуша белде.
“Торналар төйәге” тигән беренсе китабы 1974 йылда донъяға сыға. Уның ижады төҙөүселәр тормошон һәм эшселәрҙең хеҙмәт энтузиазмын, урман эшкәртеү, ағас әҙерләү предприятиеларында кешеләрҙең хеҙмәт батырлығын, төрлө характерҙағы совет кешеләренең үҙ-ара дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен тәрән психологик алымдарҙа һүрәтләй. “Өстамаҡ” повесы, әҙәбиәтебеҙҙә производство темаһын уңышлы сағылдырған китап булараҡ, популярлыҡ яуланы.
Ғәйфулла Вәлиев байтаҡ бер актлы пьесалар, Салауат театрында уңыш менән барған “Хыял көмөш” , “Иҫке күпер” кеүек сәхнә әҫәрҙәре лә ижад итте. Башҡорт әҙәбиәтен пропагандалауға күп көс һалғаны һәм әүҙем ижад эше өсөн уға 1980 йылда Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелә.
1953 йылдан КПСС ағзаһы, 1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы була.
Читайте нас: