+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Ноябрь 2020, 17:55

Тыуған ергә ерегеп...

Яугилде ауылында йәшәүсе Валерий Йәғәфәр улы Миниязов булмышы менән ер кешеһе, тыуған төйәгенең тоғро улы – тыуып үҫкән ауылынан ситтә йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй. Ғаилә ҡороп, ошонда төпләнеп, ғүмер үрҙәренә артыла.

Һәр кеше бала саҡ, тыуған тупраҡ менән бәйле хәтирәләрҙе йөрәге түрендә һаҡлай. Валерий Йәғәфәр улы өсөн дә уға ғүмер бүләк иткән атай-инәһе, тыуған яғы ғәзиз. Яугилде ауы-лында алты балалы татыу һәм бәхетле ғаиләлә тәрбиәләнә. Бер-береһенә, балаларына алсаҡ мөнәсәбәтле инәһе Вәсилә апай менән атаһы Йәғәфәр ағай ҡыҙ-улдарын үҙҙәре өлгөһөндә эшкә өйрәтеп, эш һөйөүсән, тырыш һәм ауырлыҡҡа бирешмәй, маҡсатҡа ынтылыусан итеп үҫтергәндәр. Шуның өсөн рәхмәтле ул бөгөн ғәзиздәренә.
Тыуған Яугилде ауылы мәктәбенә уҡырға төшөп, артабан юғары кластарҙа Бурлы урта мәктәбендә белем алған, малай сағынан техникаға ылыҡҡан егет өлгөргәнлек аттестаты менән бергә тракторсы-машинист таныҡлығы ла алып сыға. Шуға ла ниндәй һөнәр алырға, тигән һорау борсомай уны, бәхет эҙләп ситкә сығып китеүҙе лә хуп күрмәй, ауылда ҡалырға ҡарар итә. Күп тә үтмәй, йәш егетте һалдат сафына алалар. Афғанстанда һуғыш ғәрәсәте эсендә хәрби бурысын үтәргә тура килә уға. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң, “тимер ат” штурвалы артына ултырып, “Ленинизм” колхозының Яугилде бригадаһында тракторсы булып эш башлай.
-Тәжрибәле механизаторҙар Рәжәп Ғәлиәхмәтов, Фәтих Юлбарисов, Фәрүәт Ғәлин, Мәғәфүр Хәсәновтан эшкә өйрәнеп, ярайһы ғына тәжрибә тупланым. Ә бына Мәҡсүд Ишмөхәмәтовты үҙемдең остазым тип әйтә алам, тракторсы һөнәренең барлыҡ нескәлектәрен һәм техниканың мөмкинлектәрен төшөндөрөүсе тап ул булды, - ти Валерий Йәғәфәр улы үткәндәрҙе иҫенә төшөрөп.
Заманында трактор штурвалы артында колхоз баҫыуҙарын иңләп-буйлап ер ҙә һөргән, игенен дә сәскән, шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыуҙа ла тир түккән, кәрәк икән, “Беларусь” руле артына ултырып, малсылыҡ фермаларына шәкәр заводынан сөгөлдөр һығынтыһы ла (жом) ташыған. Ниндәй генә эштәр булмаһын, һәр саҡ Валерийға ҡушалар, сөнки уның техникаһы гелән төҙөк хәлдә. Ныҡышмаллығы, тырышлығы менән айырылған, алдынғылар рәтендә булған В.Миниязовтың ал-ял белмәй эшләгән намыҫлы хеҙмәте төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланған. Юғары күрһәткестәргә өлгәшкән алдынғы механизатор “Район чемпионы” исеменә лә лайыҡ була.
- Райкомдың 1-се секретары булып Ғ.Тәминдаров эшләгән йылда “Район чемпионы” исемен яуланым, бүләккә бирелгән төрөк келәме һаман да шул йылдар иҫтәлеге булып һаҡлана, - ти ул ғорурланып.
Валерий Йәғәфәр улы хәстәр-лекле, бөтмөр ғаилә башлығы, балаларына өлгөлө атай, терәк-таяныс, ейәнсәр-ейәндәренә яратҡан олатай. Бәхетен дә тыуған яҡтарында тапҡан ул. Яугилде мәктәбенә балалар уҡытырға килгән Имәнлек ауылы һылыуы Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы менән бынан 40 йыл элек тормош ҡороп, татыулыҡта, өлгөлө ғаилә булып йәшәйҙәр. 2 ҡыҙ, бер улға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙҙары Фидалиә - Стәрлетамаҡ педагогия академияһын, Ғәлиә медицина колледжын тамамлаған, икеһе лә ғаиләле, өлкәне – бер ҡыҙ, кесеһе ике ул әсәһе. Себер тарафтарында, Лангепас ҡалаһында төпләнеп, үҙ фатирҙарында йәшәйҙәр. Улдары Фидан Яҡутстанда вахта ысулы менән эшләй, әлегә өйләнмәгән. Балаларын үҙҙәре кеүек хеҙмәт һөйөүсән итеп тәрбиәләүгә өлгәшкәндәр.
Бар ғүмерен уҡытыусы һөнәренә бағышлаған Лилиә Миниязова бөгөн хаҡлы ялда булһа ла, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай, ауылдың мәҙәни тормошон йәнләндереүгә күп көс һала. Ике уңған бергә тура килгән, тигәндәй, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, дәртләндереп, дәрт-дарман өҫтәп, һәр эште лә кәңәшләшеп, бергә, бер төптән булып эшләргә күнеккән улар. Үҙ көстәре менән иркен, матур йорт һалып ингәндәр, төкәтмә төҙөгәндәр.
Заманалар үҙгәреп, “Ленинизм” колхозы тарҡалғас, ғаилә башлығына яратҡан һөнәрен алыштырып, мәктәп ҡаҙанлығында оператор булып эшләп алырға ла тура килә. Шәхси хужалыҡтарында күпләп мал аҫрап, ғаилә бюджетын тулыландыралар. Төҙөүсе, балта оҫтаһы атаһынан оҫталыҡҡа өйрәнгән Валерий ағайға ағас эше лә ят түгел: уның оҫта ҡулдары йорттарының эсе-тышына йәм бирә, биҙәк өҫтәй, бөтә уңайлыҡтар булдыра. Ир-ат бурысын үтәп, өйөн дә һалған (берәү түгел икәүҙе), ул да үҫтергән, ағасын да ултыртҡан. Ихатала - еңел автомашина, “МТЗ” тракторы һатып алып, үҙҙәренән бушағанда ауылдаштарына ер, бесән һәм башҡа эштәрҙә ярҙам ҡулы һуҙырға ла өлгөрә. Умартасылыҡ менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Һүҙгә лә әүәҫ. Нишләп һеҙгә Валерий исемен ҡушҡандар, тип ҡыҙыҡһыныуыма ул: “Мин тыуғансы башҡорт исемдәре ҡалмаған да, шуға атайым урыҫ исеме ҡушҡан, - тип шаярта. - Летчик-космонавт Валерий Чкалов кеүек осоусы булһын улым, тигәндер, бәлки”, тип тә өҫтәй.
60-сы ғүмер байрамын Валерий Миниязов тормошонан ҡәнәғәт булып, лайыҡлы ҡаршылай. Ғаиләһендәге татыулыҡ, балалар, ейәнсәр-ейәндәр шатлығын күреү, яҡындарының, ауылдаштарының ҡәҙер-хөрмәте, ихтирамы уны бәхетле итә. Алдағы көндәрегеҙҙә ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, рух күтәренкелеге теләйбеҙ һеҙгә, хөрмәтле юбиляр!
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: