+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 13:40

Ауылға ҡот, бәрәкәт өҫтәп Ибраһим ауылында мәсет ҡалҡа

Ирмен тигән ир уҙаманы фани донъялыҡта ул үҫтерергә, ағас ултыртырға, өй һалырға тейеш, тиҙәр. Борон-борондан хәлле йәшәгәндәре мәсет тә һалдырған.Ибраһим ауылында йәшәүсе оҫта умартасы Зиннур Әхмәт улы Төхвәтуллин алда атап киткән йолаларға тоғро ҡалып, әлеге көндә ауылында мәсет төҙөү ниәте менән янып йәшәй.

Ирмен тигән ир уҙаманы фани донъялыҡта ул үҫтерергә, ағас ултыртырға, өй һалырға тейеш, тиҙәр. Борон-борондан хәлле йәшәгәндәре мәсет тә һалдырған.
Ибраһим ауылында йәшәүсе оҫта умартасы Зиннур Әхмәт улы Төхвәтуллин алда атап киткән йолаларға тоғро ҡалып, әлеге көндә ауылында мәсет төҙөү ниәте менән янып йәшәй. Бөтәһе лә бер көндә генә хәл ителә торған эш түгел, был эшкә ул ауыл халҡы менән кәңәшләшеп, 2010 йылда уҡ тотонған булған. Ололарҙың ризалығын алып, урын да һайлап ҡуйғандар. Әммә аҡса мәсьәләһенә бәйле ҙур эштәр кисектереп торолған.
- Аллаһы Тәғәләгә ышанғас, уның ризалығы өсөн ошо эшкә тотондоҡ инде. Ауылдың өлкән кешеләре ниәт ҡылды. Бөтә кәрәкле материалдар алынған, эшләп бөтәһе генә ҡалды, - ти имам-хатип Зиннур Төхвәтуллин.
Әлбиттә, финанс сығымдары талап иткән был эшкә тотонорҙан алда ул иң беренсе ғаиләһе менән кәңәшләшә. Улар барыһы ла шатланып риза була. Тормош иптәше Гөлнара Салауат ҡалаһынан килен булып төшкән. Бөгөнгө көндә оло ҡыҙҙары Румынияла йәшәй. Сит илдә йәшәһә лә изге эштә ярҙам итеп тора. Улдары Еҙем-Ҡаранда 5-се класта уҡый. Ғаиләнең төп шөғөлө – умартасылыҡ. Уларҙың 300 башҡа яҡын умартаһы бар. Быйыл татлы бал уңышы мул булғас, ошо ниәтләгән эште атҡарып сығырға ҡарар иткәндәр. Зиннур Әхмәт улының 93 йәшлек әсәһе лә улының изге эшенә шатланып үҙ ризалығын биргән.
Мәсет төҙөүгә Ишембайҙағы төҙөүселәр бригадаһынан 4 кеше йәлеп ителгән. Әле манараһы ҡуйылып, башы ябылған. Эске һәм тәҙрә ҡуйыу, электр йылытыу ҡоролмаһын үткәреү кеүек мәшәҡәтле эштәрҙе атҡарып сығырға ҡалған. Ауылда мәсет төҙөлә башлағас, Рәүеф Рәхмәтуллин, имам-мәзин Камил Вәлиев, Рәсүл Садиҡов, ҡырҙа йәшәүсе Әбүзәр Төхвәтуллин, Мәҙинә Садиҡова тормош иптәше Хисмәт менән изге ғәмәлгә үҙ өлөшөн индерергә тырышып, ҡулдарынан килгәнсә аҡсалата ярҙам иткәндәр. Фәрит Рәхмәтуллин ҡул ярҙамы күрһәткән.
Иман йорто асылғас, ауылда иман юлына баҫыусылар ҙа ишәйер, мәсеттең эргә-тирәһен кәртәләп алыуҙа ауыл халҡы, ауыл биләмәһе ярҙамдарынан ташламаҫ, моғайын, тигән өмөттә изгелек юлында йөрөүсе ир-уҙаман.
Ауылға йәм, ҡот өҫтәп иман йорто ҡалҡып сыҡҡан. Изге эш ҡылыусы Зиннур Әхмәт улына, ғаиләһенә бәрәкәт, именлек насип булыуын, ниәт иткән эшегеҙҙе еңеллек менән аҙағына еткереп, иман йорто һәр кемде дөрөҫ юлға әйҙәп, йома намаҙҙарына саҡырып ултырһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Әлфиә ВӘЛИЕВА.

Читайте нас: