-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 13:35

Файҙаһы күп, белегеҙ!

Лимон көндәлек тормошобоҙҙа күптән инде үҙ урынын алған. Уның сәләмәтлек өсөн файҙалы бик күп сифаттары бар. Ул күҙәнәклек, калий, магний, кальций, фолий кислотаһы һәм бета-каротин сығанағы булып тора.

Лимон көндәлек тормошобоҙҙа күптән инде үҙ урынын алған. Уның сәләмәтлек өсөн файҙалы бик күп сифаттары бар. Ул күҙәнәклек, калий, магний, кальций, фолий кислотаһы һәм бета-каротин сығанағы булып тора.
Лимонды карауатығыҙ эргәһенә һалһағыҙ, файҙаһын тағы ла күберәк тойорһоғоҙ. Бары тик лимонды дүрт тигеҙ өлөшкә бүлеп, өҫтөнә тоҙ һибергә һәм ултырғысҡа йәки тумбочка өҫтөнә ҡуйырға кәрәк.
Көсөргәнеш кәмер. Цитрус еҫе мейе көсөргәнешен кәметә. Бынан тыш, лимон нервы системаһын тынысландыра һәм ауыр эш көнөнән һуң көсөргәнеште бөтөрә.
Аҡыл һәләте арта. Лимон хәтерегеҙҙе яҡшырта һәм фекер тупларға ярҙам итә. Көн һайын уның еҫен һулап, кеше иғтибарлыраҡ була башлай, уның аҡыл һәләте һәм хәтере яҡшыра, көс һәм дәрт арта. Лимон еҫе мейене күберәк серотонин эшләп сығарырға мәжбүр итә, шуға күрә үҙегеҙҙе дәртлерәк тойорһоғоҙ.
Бөжәк инмәҫ. Ҡырмыҫҡалар, себендәр, серәкәйҙәр һәм башҡа бөжәктәр лимон еҫе булған өйгә инергә теләмәҫ. Һеҙгә бөжәктәргә ҡаршы махсус препараттар алырға кәрәкмәйәсәк.
Ҡан баҫымы яйланыр. Лимон гипертония (юғары ҡан баҫымы) менән яфаланыусыларға ярҙам итә. Уның еҫе ҡан баҫымын түбәнәйтә.
Һауа таҙара. Лимондың еҫе тәмле булыуҙан тыш, бактерияларға ҡаршы үҙенсәлектәргә эйә, бүлмәгеҙҙәге һауаны таҙарта.
Читайте нас: