+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 13:20

Коронавирус: яңы хәүеф: Инспекторҙар эшкә тотондо

Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле барлыҡ предприятие, учреждение, ойошмаларҙа медицина инспекторҙары эшләй башланы. Күп функциялы үҙәктә был эште бүлексә мөдире Елена Хәкимова алып бара.

Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле барлыҡ предприятие, учреждение, ойошмаларҙа медицина инспекторҙары эшләй башланы. Күп функциялы үҙәктә был эште бүлексә мөдире Елена Хәкимова алып бара.
Медицина инспекторы хеҙмәткәрҙәрҙе ингән ерҙә үк ҡаршы алып, тән температураһын үлсәй, хәлен һораша, битлек, бирсәткәһе барлығын асыҡлай, ҡулдарҙы антисептиктар менән эшкәртеү, битлекте 2 сәғәт һайын алыштырып тороу тураһында иҫкәртә.
- Бар мәғлүмәттәрҙе махсус журналға тултырам. Хеҙмәткәрҙә сир билдәләре күренһә, уны поликлиникаға ебәрәм, - тип эше менән таныштыра Елена Ғәли ҡыҙы. – Һәр ике сәғәт һайын операциялар залы һәм эш урындары дезинфекция саралары менән эшкәртелә, елләтелә, бактерицидлы рециркулятор ярҙамында һауа зарарһыҙландырыла. Аҙна аҙағында генераль йыйыштырыу үтә.
Медицина инспекторы булыу өсөн Елена Хәкимова 2 сәғәтлек онлайн уҡыу уҙған. Методик тәҡдимдәр һәм презентация материалдары менән махсус бүлек Башҡорт дәүләт медицина университеты сайтында булдырылған. Бында ябай һәм аңлайышлы итеп төрлө хәлдәрҙә инспекторҙың эш алымдарын өйрәткәндәр.
Әлеге көндә Күп функциялы үҙәк документтарҙы 8 (347) 2-46-55-33, 8 (347) 402-13-21, 8 (927) 3333100 телефондарына шылтыратып йәки үҙәктең рәсми сайтында (mfcrb.ru), “Минең документтар” мобиль ҡушымтаһы аша йәки дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү порталында (gosuslugi.bahkortostan.ru) алдан яҙылыу буйынса ғына ҡабул итә. Ҡабул итеүгә килеүселәр бинаға битлек, бирсәткә менән генә үткәрелә. Бынан тыш, ингән ерҙә тән температураһы үлсәнә, залда килеүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн дә социаль арауыҡ һаҡлана.
Антиковид инспекторы әйтеүенсә, үрҙә һаналған талаптарҙы үтәргә теләмәүселәр ҙә бар.
- Был еңел булмаған осорҙа сир таралыу хәүефен иҫкәртеү сараларын аңлап эш итергә кәрәк, - ти Күп функциялы үҙәк мөдире.
Санитар талаптарҙы теүәл үтәү үҙ һөҙөмтәһен бирә – был ойошмала коронавирус менән сирләүселәр юҡ. Әгәр ҙә улар булһа, үҙәк карантинға ябылып, район халҡы башҡа тораҡ пункттарҙағы офистарға (Стәрлетамаҡ, Талбазы, Ишембай) мөрәжәғәт итергә мәжбүр буласаҡ.
- Бөгөнгө көндә предприятиеларҙы ябыу тураһында һүҙ йөрөтмәйбеҙ, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, - медицина инспекторҙары институты - әлеге хәлдә сиргә яуабыбыҙ булып тора.
Төбәк етәксеһе Башҡортостан Башлығы Контроль идаралығы республикала санитар-эпидемиологик нормаларҙың үтәлешен даими тикшереп торасағын белдерҙе.

Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.

Читайте нас: