7 ноябрь – Рәсәйҙең хәрби дан көнөндә “Десант” хәрби-патриотик берекмәһенең 9 курсанты тантаналы шарттарҙа ант бирҙе.
Красноусолдағы Хәрби Дан аллеяһында үткән сараға тиклем үҫмерҙәргә етди һынау тоторға тура килгән. Өс ай һуҙымында улар физик күнекмәләр эшләгән, хәрби хеҙмәт нигеҙҙәрен өйрәнгән, ҡайһылары ололар ҙа үтәй алмаған ҡатмарлы нормативтар үтәгән.
Тантанала маҡсатҡа ирешеүҙә һәм еңеүгә ынтылышта ныҡышмалылыҡтары өсөн курсанттарға зәңгәр береттар тапшырылды. Ҡалғандарға өлгө булырлыҡ миҫал тураһында ла әйтергә кәрәк: йәш “десантсылар” араһында бер ҡыҙ ҙа бар.
Сара һуңында вафат булған яугир десантсылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалынды. Тантананан һуң курсанттар сәй өҫтәле артына йыйылды.
- Клуб өсөн был бик мөһим сара булды. Беҙҙең берекмәлә йәш десантсылар ҙур теләк менән шөғөлләнә. Төп маҡсатыбыҙ – тыуған ерен, илен, Ватанын һөйгән, физик һәм рухи яҡтан көслө йәш быуын тәрбиәләү. Сарала ҡатнашыусыларға һәм уны уҙғарыуҙа ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт, ә курсанттарға – хәйерле юл теләге килә, - тип шатлығы менән уртаҡлашты сараны ойоштороусы, “Десант” хәрби-патриотик берекмәһе эшләп килеүсе урындағы ДОСААФ бүлексәһе рәйесе Василий Калачигов.