Башҡортостан Республикаһының ҡап уртаһында урынлашҡан районыбыҙ донъя кимәлендә танылыу алған арҙаҡлы шәхестәре, тәбиғәтенең хозурлығы менән күңелдәрҙе арбаған билдәле урындары, бай күңелле, талантлы кешеләре менән дан тота. Сәйетбаба ауыл биләмәһендә булдырылған «Табын» Фонды районыбыҙ башҡорттарын берләштергән ырыу атамаһы һәм үҙенең ижад юлын Жәлил Табын имзаһы менән башлаған яҙыусы-ғалимыбыҙ исемен йөрөтә.
«Табын» социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фонды биләмәнең граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү маҡсатында ойошторолдо һәм мәҙәниәт, сәнғәт, фән, мәғариф, экология, сәләмәтлек һаҡлау, тән тәрбиәһе, спорт, рухи һәм башҡа матди булмаған ихтыяждар менән тәьмин итеү тармаҡтарында социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнә.
Яңы барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, Фонд байтаҡ тәжрибә туплап өлгөрҙө. Башҡортостан Республикаһында старт алған «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты сиктәрендә өлкән быуын кешеләре өсөн экскурсия-белем алыу турҙарын ойоштороп, Президент гранттары фонды ярҙамында бойомға ашырылыусы «Бергә атлау күңелле» проекты сиктәрендә саралар үткәреп, ҡунаҡтарҙы тыуған төйәгебеҙҙең хозурлығы, бай тарихы, мәҙәни мираҫы, үҙенсәлекле урындары һәм туристик объекттары менән таныштырҙы.
Тағы бер ыңғай тәжрибә – муниципалитетыбыҙҙағы «Башҡортостан йөрәге» халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыу. Проектта ҡатнашыу уны асыу тантанаһынан алып хәҙергәсә дауам итә: башҡорт тирмәләрен тамаша ҡылыусылар тере тарих, этнография өлгөләре менән таныша ала. Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған проект Ғафури ерендә башланыуы ҡунаҡтарҙа һәм йәш быуында милли кәсептәргә ҡыҙыҡһыныу уята.
Әйтергә кәрәк, был социаль проекттар Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса Дәүләт комитеты һәм Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабиров ҡушыуы буйынса ойошторола.
Бөгөнгө көндә «Табын» социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фонды Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды, Башҡортостан Республикаһының БашТау, BashAdventure һәм башҡа туриндустрия ойошмалары менән ышаныслы бәйләнештәр булдырҙы.
Конкурсҡа туристик йүнәлештең мәҙәниәт, шул иҫәптән мемориаль объекттарҙы, улар нигеҙендә төҙөлгән туристик маршруттарҙы үҙ эсенә алған йөкмәткеле проект тәҡдим иткән «Табын» Президент гранттары фонды ярҙамына дәғүә итә.
Яңыраҡ туризмды үҫтереү маҡсатында «Табын» Фондына Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Михайлович Жульков, Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Элина Винер ҡыҙы Ғатауллина, Инфраструктур үҫеш бүлеге начальнигы Раил Рәис улы Мөхәмәтйәнов һәм Инфраструктур үҫеш бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Йәзилә Рәсүл ҡыҙы Әхмәтова килде. Ҡунаҡтарҙы Ғафури районы хакимиәте башлығының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ирина Анатольевна Небогатова оҙатып йөрөнө.
Осрашыу барышында биләмәбеҙҙә, ғөмүмән, районыбыҙҙа туризмды үҫтереүгә бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Киләсәктә Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтарға ысын Башҡортостанды, башҡорт халҡының асылын, милли үҙенсәлектәрен күрһәтеү буйынса махсус программалар донъя кимәлендә популяр булған этнотуризмды ныҡлап үҫтерергә мөмкинлек бирер.
Быға районыбыҙҙың «Торатау» геопаркы өлөшө булған бай тәбиғәт ресурстары ла, иҫтәлекле урындары ла, навигация билдәләре лә ярҙам итә, эске һәм күсмә туризмды, аҙ ваҡытлы ял һәм экскурсияларҙы үҫтереүгә ҙур мөмкинлектәр аса.
Төп иғтибар – ул, әлбиттә, ҡабатланмаҫ милли мөхитебеҙ, кейемдәребеҙ, тирмәләребеҙ, сағыу биҙәктәребеҙ, аш-һыуыбыҙға. «Табын»дың туризмды үҫтереү өлкәһендәге бурысы туристарҙы донъяның бүтән бер мөйөшөндә лә табып булмаҫлыҡ үҙенсәлегебеҙ менән йәлеп итеү булһа, маҡсаты – туристарҙы башҡорт халҡының тарихы, этнографияһы менән таныштырып ҡалыу ғына түгел, уларҙы үҙҙәрен ошо милләт вәкиле итеп тойҙороу. Йола, фольклор һәм халыҡ кәсептәренә таянып төҙөлгән ҡыҙыҡлы проекттар, маршруттарҙа Табын еренә беренсе тапҡыр килгән һәр кеше үҙен аҫаба халыҡтың бер вәкиле итеп хис иттерер бай тарихы ла, мәҙәни мираҫы ла бар табындарҙың.