+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 12:55

Үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙыра

“Ҡулдарынан нур тама” тигән һүҙҙәр тап Зөлфиә Йомағоловаға төбәп әйтелгән кеүек. Мәҡәләмдең геройы – алтын ҡуллы, ҡул эштәре оҫтаһы, Еҙем-Ҡаранда йәшәүсе ошо ауыл килене.

“Ҡулдарынан нур тама” тигән һүҙҙәр тап Зөлфиә Йомағоловаға төбәп әйтелгән кеүек. Мәҡәләмдең геройы – алтын ҡуллы, ҡул эштәре оҫтаһы, Еҙем-Ҡаранда йәшәүсе ошо ауыл килене.
Уның һәр төрлө ҡул эштәренә маһир булыуы хаҡында ишетеп белһәм дә, ижад өлгөләрен үҙ күҙҙәрем менән күргәс, бөтөнләй хайран ҡалдым. Бәйләнгән-сигелгән төрлө салфеткалар, ултырғыс-мендәрҙәргә япмалар, үҙенсәлекле ҡатын-ҡыҙ өҫ кейемдәре (үҙе жакет бәйләп кейгән) һәм башҡа әйберҙәр, диван-креслоларға төрлө сағыу төҫтәрҙе ҡушып биҙәкләп-нағышлап бәйләп түшәлгән күҙҙең яуын алып торған япмалар магазиндыҡынан айырылмай ҙа хатта. Тырышлығын ғына түгел, ә күҙ нурҙарын, йөрәк йылыһын да йәлләмәйенсә, бөтә күңелен һалып башҡарғанға ла шулай матур килеп сығалыр. Бәйләү менән бергә тегенгә лә маһир, өҫтәүенә, ҡулына ҡылҡәләм алып матур-матур картиналар ҙа ижад итә ул, ҡумталарҙы, төрлө ағас һауыттарҙы биҙәкләй (роспись). Былар менән генә сикләнмәй, үҙенә тағы ла яңы шөғөлдәр табып ҡына тора: рамда туҡыма киҫәктәренән, төҫлө полиэтелин шпагаттарҙан иҙәнгә бәләкәй балаҫтар үреүҙе үҙләштергән, Еҙем йылғаһынан матур, шыма таштар йыйып алып, уларҙы йәнләндереп, төрлө сағыу төҫлө буяуҙар менән һүрәттәр төшөрә: ана, төрлө йәнлектәр, эт-бесәйҙәр, арыраҡ әкиәт геройҙары Маша һәм Айыу, матрешкалар урын алып, ихатаға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәйҙәр.
Зөлфиә Йомағолова – нескә зауыҡлы ҡул эштәре оҫтаһы. Матур ҡул эштәре, рәсемдәр, ижад тик торғандан ғына тыумай икәнлеген яҡшы аңлай бәләкәйҙән мәҙәни мөхиттә тәрбиәләнгән, сәхнә туҙанын һулап үҫкән Кушнаренко ҡыҙы. Мәктәпкә уҡырға төшөп, уны тамамлағансы бейеү ансамбле солисткаһы була, йырларға ла тура килә уға. “Һүрәт төшөрә башлаһам, ҡул эштәренә тотонһам, бар донъямды онотам, ул күңелгә рәхәтлек, ял бирә”, - ти ул.
Еҙем-Ҡаранда күптән үҙ кешегә әйләнгән, ауылдаштары араһында алтын ҡуллы булып танылған Зөлфиә Әҡсән ҡыҙы үҙен яҡшы ойоштороусы, бухгалтер, эшҡыуар, өлгөр хужабикә, оҫта спортсы итеп тә танытҡан. Волейбол буйынса ғаилә командаһы ойоштороп, төрлө турнирҙарҙа ҡатнашалар.
Тормошта үҙ урынын тапҡан бәхетле ҡатын, ҡәйнәһенә изге күңелле килен, хәстәрлекле әни һәм бәхетле нәнәй ҙә ул бөгөн. Тормош иптәше Раил Рәйес улы менән ике ул – Рөстәм, Русланды тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар, өс ейән, бер ейәнсәрҙәре бар.
Йомағоловтарҙың йорто ауылды йәмләп, нур сәсеп ултыра. Нәфислеккә мөкиббән ҡатындың тырышлығы менән йорттоң эсе зауыҡлы ҡул эштәре, гөл-сәскәләр менән биҙәлгән.
Хужабикәнең, ғаилә фермер хужалығы менән шөғөлләнгән улына ярҙам иткән әсә кешенең мәшәҡәттәре бөтөрлөк түгел, әммә Зөлфиә Әҡсән ҡыҙы күңеленә ятҡан шөғөлдәренә ваҡыт таба. Үҙ эшенең оҫтаһы булған мәҡәләм геройына “Афарин!”, тип әйтергә генә ҡала.
Йәшәйеше ижад, нәфислек, наҙ, йылылыҡ менән мөлдөрәмә тулы Зөлфиә Әҡсән ҡыҙы ҡулына нәфис ептәр ала, ул ептәрҙән һоҡланғыс биҙәктәр теҙелә...

Индира ИШКИНА.

Читайте нас: