+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 12:05

Ярҙам итәйек! Сабый ғүмере ҡыл өҫтөндә...

Арыҫлан Йәнешев – башҡа балалар кеүек үк уйынсаҡ, көләкәс сабый. Әммә уның ғүмере ҡыл өҫтөндә генә тора.

Арыҫлан Йәнешев – башҡа балалар кеүек үк уйынсаҡ, көләкәс сабый. Әммә уның ғүмере ҡыл өҫтөндә генә тора.
Бер нисә айлыҡ ҡына сағында бала яңылыш марганцовка шыйыҡсаһы эсә һәм үңәсен бешерә. Ошо бешеүҙән һуң сабый үҙаллы тын ала алмай, операция ярҙамында тамағына урынлаштырылған пластик көпшә аша һулай. Был – трахеостома. Әммә ул йыш ҡына тығыла, әсәһе вакуумлы махсус аспиратор ярҙамында шайыҡты һурҙырып алып өлгөрмәһә, Арыҫлан тонсоға башлай. Һәм былар көнөнә бер нисә мәртәбә ҡабатлана. Балаңдың көнөнә әллә нисә тапҡыр тынһыҙ ҡалыуын күреү түҙеп торғоһоҙ.
Үҙебеҙҙең илдә балалағы көпшәне бер нисә тапҡыр алырға итәләр, әммә береһе лә уңышлы булмай. Арыҫланға тын юлын төҙәтеү буйынса үтә ҡатмарлы операция талап ителә, уны иһә Израилдә, Тель-Авив медицина үҙәгендә эшләргә әҙерҙәр.
Арыҫландың әсәһе Диана Атанғолова барлыҡ сабыйҙарҙың әсәләренә мөрәжәғәт итә: Сабыйҙарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Бындай ҡаза һәр ғаиләлә, һәр кем менән булырға мөмкин. Ғаиләгеҙҙә кескәй бала бар икән, барлыҡ дарыуҙарҙы, химик матдәләрҙе бала ҡулы етмәҫлек ергә йәшереп ҡуйығыҙ!
Израилдә яһаласаҡ операция хаҡын күтәрешергә ярҙам итһәгеҙсе! Операция үҙе, унда барыу, йәшәү сығымдары өсөн бөтәһе 95,000$, йәки 7,423.442.5 һум аҡса кәрәк. Раҫлаусы документтарҙы ошо һылтанма аша ҡарарға була: https://vk.com/docs-200020613.
Аҡсалата ярҙам ебәреү өсөн һаҡлыҡ банкы картаһы 5469060024712405 (әсәһе – Диана Хәбир ҡыҙы Атанғолова исемендә);
-Paypal кошелек https://www.paypal.me/arslandiana (әсәһе – Диана Хәбир ҡыҙы Атанғолованың картаһына тоташтырылған).
Читайте нас: