-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Ноябрь 2020, 13:00

Һин беҙгә кәрәк тә, терәк тә

Тап бынан 50 йыл элек ноябрь айының күркәм бер көнөндә Ҡаранйылға ауылында Асия менән Марат Кинйәбаевтарҙың көтөп алған беренсе балалары булып Айрат донъяға ауаз һала. Беҙҙе – туғандары Сәүиә, Шәүрә, Миләүшә, Ринатты ҡарашып, үҙендә яуаплылыҡ тойоп үҫә ул. Спорт йәнле булғанлыҡтан, ҡатҡыллыҡ, һомғоллоҡ һыҙаттары уға бәләкәйҙән һалына.

Сәйетбаба урта мәктәбендә уҡығанда төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша, алдынғылар рәтендә килә. Мәктәптә уҡыуын тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы химия-технология техникумына уҡырға керә. Бында ла үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Төрлө ярыштарҙа үҙен һынап ҡарай, әүҙем студент була. Ҡулына диплом алғас, армия сафтарына алына. Ике йыл Украинала һауа-десант ғәскәрендә хеҙмәт итә. Әҙерлекле булғаны, яҡшы хеҙмәте өсөн Рәхмәт хатына лайыҡ була.
Армиянан ҡайтҡас район үҙәге Красноусолға юллана. Бик күп йылдар Красноусол быяла заводында эшләй, уны япҡас, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына эшкә урынлаша. Тынғыһыҙ эш менән бер рәттән ситтән тороп Эске эштәр министрлығының юридик факультетын да тамамлай. Ике тиҫтәнән ашыу йыл ошо эштә бөтә күңелен һалып эшләй, көн-төн тип тормай юлдағы тәртип өсөн көрәшә. Үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ, коллективта Айрат Марат улы иптәштәренең ихтирамын яулай. Күп тапҡырҙар Маҡтау грамоталарына лайыҡ була, миҙалдары ла бар. Әлеге ваҡытта өлкән лейтенант дәрәжәһендә хаҡлы ялда.
Тормош иптәше Фәнилә Әхәт ҡыҙы менән матур итеп, татыу донъя көтәләр. Донъялары әкиәт һарайы кеүек, йәй көнө күпләп ҡош-ҡорт үҫтерәләр, баҡсалары тулы емеш-еләк. Улдары Фәнил Өфө медицина университетының һуңғы курсында уҡып йөрөй. Буласаҡ терапевт.
Айрат Марат улы инәйебеҙ өсөн терәк-таяныс булһа, беҙгә атай кәңәшен бирер, һәр саҡ аҡыл менән эш итер кеше лә. Ул бер ваҡытта ла буш һүҙ һөйләп йөрөмәй, ғорурлығы Ҡаранйылға тауҙарынан күскәндер, күрәһең. Тыйнаҡ, тәрбиәле, әҙәпле лә. Беҙ, яҡындары, туғандары уны ихтирам итәбеҙ, уның кәңәштәренә, ярҙамына һәр саҡ мохтажбыҙ. Тормош булғас, төрлө ҡаршылыҡтар ҙа булғандыр, әммә ләкин ул төптән етди уйлап, сабыр ғына йырып сыға белә.
Һалҡын көндәрҙә тыуһа ла, уның күңеле ергә ятҡан яңы аҡ ҡар кеүек саф һәм йомшаҡ. Ир-егеттең аҫылы иллелә беленә, тигәндәй, һин үҙ тырышлығың менән күпкә өлгәшеп, матур юл ярғанһың. Беҙ барыбыҙ ҙа һинең менән ғорурланабыҙ һәм рәхмәтлебеҙ.
Улымды, ағайыбыҙҙы алтын юбилейы менән ҡотлап барлыҡ матур һүҙҙәрҙе еткерге килә. Яныбыҙҙа һинең кеүек шатлығыбыҙҙы уртаҡлашыр, борсолоуҙарыбыҙҙы бүлешергә әҙер торған ышаныслы кешебеҙ булғанға беҙ ҙә сикһеҙ бәхетлебеҙ. Был тормошта иң мөһиме – һаулыҡ. Шуға ла Хоҙай ҡоростай һаулыҡ, рух көсө насип итеп, әлеге кеүек ғаиләң, туғандарың солғанышында шатланып йәшәргә яҙһын.
Хөрмәт менән инәйең Асия, Йәрмиевтар, Ғәзизовтар,
Ишбулдиндар, Кинйәбаевтар ғаиләләре.
Читайте нас: