+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Ноябрь 2020, 12:45

Кешелекле, кеселекле булды…

Ошо көндәрҙә заманында районыбыҙҙа яҡшы белгес, абруйлы етәксе булған Ғәли Тимерхан улы Кинйәбулатовтың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 40 көн була, шул айҡанлы бер аҙ хәтер яӊыртыу яҙыҡ булмаҫ тип уйлайым.

Ғәли Тимерхан улы Кинйәбулатов 1956 йылдыӊ 1 авгусында Ғафури районы Юлыҡ ауылында донъяға килә. 1963 йылда мәктәпкә бара. Бигерәк шуҡ, тиктормаҫ малай уҡыуға зирәк була, тиҫтерҙәрен спорт менән шөғөлләнеүгә, йәмғиәткә файҙалы эшкә йәлеп итеүсе лә ул була, юғары ойоштороу hәләте лә асыҡ күренә. 1971 йылда Юлыҡ hигеҙ йыллыҡ мәктәбен тик яҡшы билдәләргә тамамлап, күп hанлы грамоталарға эйә булған үҫмер, уҡыуын Ҡауарҙы урта мәктәбендә дауам итә. Ихлас, алсаҡ, аралашыусан уҡыусы яӊы коллективта ла баҙап ҡалмай: тиҫтерҙәре араhында лидерҙарҙыӊ береhе, уҡытыусыларҙыӊ таянысы булып таныла. Урта мәктәпте уӊышлы тамамлай. Үҙ хәтирәләрендә ул: «Бигерәк тә тарих дәрестәрен яраттым», - тип хәтерләй. Тарихҡа булған hөйөүен үҙ hөнәре итеп hайлаған булhа, асыҡ зиhенле, телгә маhир яҡташыбыҙ, бәлки, ҙур тарихсы булып китер ине… Әммә ауылда йәшәгәс, ата-әсәhенеӊ таянысы булараҡ, ул ауыл тормошона яраҡлы hөнәр hайлай. Уҡып бөткәс тә әрме хеҙмәтенә алынып, үҙ бурысын лайыҡлы үтәгән егет тыуған ауылында ҡала, «Мағаш» колхозыныӊ Юлыҡ hөтсөлөк фермаhында мал ҡараусы булып эшләй. Тап шул ваҡытта ул яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләргә, тигән уйға килә һәм 1977 йылда Ауыл хужалығы институтына уҡырға керә. Байтаҡ тормош тәжрибәhе туплаған егет студенттар араhында тиҙ арала танылыу яулай, бик күп матур башланғыстарға нигеҙ hала. Ғафури районы студенттары берлеге эшендә лә теләп ҡатнаша, группаларында староста, дөйөм ятаҡта иhә коменданттыӊ уӊ ҡулы була. Институтта уҡыу йылдарында Роза Хәмит ҡыҙын осратып, матур ғаилә ҡоралар, татыу ғаиләлә Светлана, Альбина, Линара исемле 3 ҡыҙ үҫтерәләр.
1982 йылда юғары белемле йәш белгесте, йүнәлтмә буйынса, Федоровка районына эшкә ебәрәләр. 2 йыл эшләгәндән hуӊ ул тыуған яғына ҡайтып, «Мағаш» колхозында зоотехник булып эш башлай. Ә инде 1986 йылда колхозсылар үҙҙәренеӊ рәйесе итеп hайлай. Беренсе көндән үк еӊ hыҙғанып эшкә тотона ул.
Был осорҙа колхоздыӊ экономик хәле яҡшыра, ауылдарҙа күп кенә хужалыҡ һәм социаль йүнәлештәге объекттар төҙөлә.
Еҙем аша күпер төҙөлөүе, ҡырсынташ юлдыӊ Ҡауарҙы ауылына тиклем hуҙылыуы, 1988 йылда Ҡауарҙыла урта мәктәптеӊ яӊы бинаhы төҙөлә башлап, 1989 йылда уны уӊышлы тамамлау ҙа тап ул эшләгән йылдарға тура килә.
Шуны ла әйтеп китеү дөрөҫ булыр тип уйлайым: Ғәли Тимерхан улыныӊ халҡыбыҙға хас эскерhеҙлеге, ябайлығы, ихлас аралашыуы, олоно – оло, кесене кесе итә белеүе, уға төрлө кимәлдәге етәкселәрҙе лә, коллегаларын, үҙ мөхите кешеләрен дә тартып торҙо, уларҙыӊ ышанысын яулау мөмкинселеген бирҙе. Ул осорҙа районыбыҙҙыӊ эшлекле, талапсан, шул уҡ ваҡытта ҡырыҫ та булып танылған етәксеhе Ринат Ғиниәт улы Тәминдәровта был төбәккә ыӊғай ҡараш тыуҙырыуҙа Ғәли ҡустыныӊ өлөшө ҙур булды. Райондыӊ иӊ төпкөл мөйөштәренә уйы ғына түгел, буйы ла еткән етәксебеҙ колхозсылар араhында йыш булды, үҙ кешегә әйләнеп бөттө. Ә бит, дөрөҫөн әйткәндә, ул осорҙа булған үҙгәрештәр район етәксеhенеӊ ыӊғай ҡарашы булмаhа мөмкин дә булмаҫ ине. Төбәк халҡы Ринат Ғиниәт улын ихтирам итте, ихлас яратты, әле лә уны тик яҡшы hүҙҙәр менән генә иҫкә алалар.
Тағы ла бер уйымды hеҙгә еткерергә теләйем: райондан ситкә сығып киткән беҙҙеӊ яҡташтар сит-ят ерҙә лә hис юғалып ҡалмайҙар, белемдәрен, hәләттәрен ҡулланып, тырышып эшләйҙәр, юғары вазифалар биләйҙәр, абруй яулайҙар, дан ҡаҙаналар, ундай миҫалдарҙы бик күп килтерергә булыр ине. Был районыбыҙҙыӊ данлы шәхестәр төйәге булыуынанмы, көслө «ғафури мәктәбе» hөҙөмтәhеме икән, әллә үҙебеҙҙең кадрҙарға ҡарата урында тейешле иғтибар hәм ихтирам булмауҙан микән?! Белмәйем…
Минеӊ ошо hығымтаны Ғәли Тимерхан улы яҙмышында ла асыҡ күрәбеҙ. «Мағаш» колхозынан тыш 2 йыл унан бүленгән «Алға» колхозын етәкләгәндән hуӊ ул райондан сығып китә, тәүҙә Көйөргәҙе (ул ваҡытта Күмертау) районында Күмертау совхозында төҙөлөүсе ит комбинаты директоры, эре мөгөҙлө малдар hимертеү комплексы начальнигы, совхоздыӊ баш зоотехнигы кеүек яуап-лы вазифаларҙа уӊышлы эшләне. 1999 йылда Благовещен районындағы «Благовещенская» ҡошсолоҡ фабрикаhына директор итеп күсерелде. 2003 йылда райондыӊ Салауат исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе итеп hайлана, hуӊынан ошо предприятие нигеҙендә, эргә-тирәләге хужалыҡтарҙы берләштереп, яуаплылығы сикләнгән «Салауат» йәмғиәтен төҙөүгә өлгәшә. Йәмғиәт Благовещен районында төп ауыл хужалығы предприятиеhына әүерелә hәм Ғәли Тимерхан улы уны 2017 йылда, 61 йәшендә хаҡлы ялға сыҡҡансы етәкләй, ҙур уӊыштарға өлгәшә.
Әйткәндәй, Ғәли Тимерхан улы ижтимағи тормошта ла ҙур әүҙемлек күрhәтте: hәр эшләгән hәм йәшәгән урынында ауыр, әммә яуаплы депутатлыҡ йөгөн дә төптән егелеп тартты, советтар эшенеӊ hөҙөмтәлелегенә hиҙелерлек йоғонто яhаны. Заманында иhә, «Мағаш» колхозына, Ҡауарҙы ауыл советына ҡараған ауылдарҙа йәшәүселәрҙеӊ Башҡортостандыӊ үҙаллылығы өсөн хәрәкәттеӊ алғы рәтендә барыуын да хәтергә төшөрhәк, бында алдынғы ҡарашлы етәксенеӊ эше айырыуса аныҡ күренә.
Благовещен ҡалаhы hәм районына килгәндә, Ғ.Т. Кинйәбулатов 2 саҡырылыш рәттән 2004-2012 йылдарҙа район Советы депутаты булды, төбәктеӊ үҫешенә, предприятие-ойошмаларҙыӊ hөҙөмтәле эшенә туранан-тура йоғонто яhарлыҡ мөhим ҡарарҙар ҡабул итеүгә hәм уларҙы бойомға ашырыуға күп көс hалды.
Уныӊ ҡаҙаныштары республикабыҙ етәкселеге тарафынан юғары баhаланды: 2003 йылда ул Башҡортостан Президентыныӊ Рәхмәт хаты менән бүләкләнhә, 2004 йылдыӊ октябрендә республикабыҙ Президенты Указы менән уға «Башҡортостан Республикаhыныӊ атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. 2006 йылда иhә Халыҡ-ара «Йөҙйыллыҡ меценаты» мәрхәмәтлек фонды тарафынан «Намыҫ hәм файҙа» миҙалы менән бүләкләнә, 2004 йылдан бирле ул хеҙмәт ветераны.
Миӊә үҙемә, ул мал hимертеү комплексы начальнигы булып эшләгән осорҙа, уныӊ эш урынын күрергә насип булды: ундағы тәртип hәм таҙалыҡ, малдарҙыӊ рационы – иҫ китерлек, ә хеҙмәткәрҙәр өсөн магазин, ашхана, ял бүлмәләре генә түгел, ҙур бассейнлы саунаға тиклем бар ине. Моғайын, ул былар тураhында үҙенеӊ «Мағаш»ында уҡ хыялланғандыр.
Һуӊғы ваҡыттарға хәтле беҙ уныӊ менән, hирәк-hаяҡ булhа ла, аралашып торҙоҡ. Ул hис бер үҙгәрмәне, hәр саҡ кешелекле hәм кеселекле булып ҡалды. Ауылын, ауылдаштарын ысын күӊелдән яратты, hәр кемгә ярҙам ҡулын hуҙырға әҙер булды. Юлыҡ мәктәбен, уҡытыусыларын ғына түгел, ҡауарҙыларҙы ла ихтирам итте, Ҡауарҙы мәктәбенеӊ 1998, 2018 йылғы юбилей тантаналарында әүҙем ҡатнашты, ҡулынан килгәнсә ярҙам күрhәтте. Бөгөн ошо яҙманы уҡыған hәр замандашы уныӊ аҫтына ҡул ҡуйыр, тағы ла әллә күпме йылы hүҙҙәр hәм тойғолар өҫтәр ине, моғайын.
Ғәлинур Ҡалмырҙин,
хеҙмәт ветераны, райондыӊ Табын ырыуы башҡорттары ойошмаhыныӊ идара рәйесе.
Читайте нас: