-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Ноябрь 2020, 19:30

Биҙәктәрҙән семәр үрә

Үҙ йортон булдырған һәр кем зауыҡлы, матур йәшәргә, йортон заманса әйберҙәр менән йыһазландырырға тырыша. Әммә күптәр магазинға барып, ундағы хаҡтарҙы күргәс, һоҡланып ҡайтыу менән сикләнә. Икенсенән, йыш ҡына сифаты ла шатландырмай һатып алыусыларҙы. Ҡулдан эшләнгән ағас өҫтәл, ултырғыс кеүек әйберҙәр элек-электән яратып ҡулланылған, күңелгә лә ятышлы. Әле лә ауылдарҙа ағас эше оҫталарының һирәк булһа ла булыуы һөйөндөрә, ә инде был шөғөлдө йәштәрҙең үҙ итеүе тағы ла шатлыҡлы.

Ҡауарҙы ауылында йәшәүсе Илгизәр Ринат улы Ғәлин өсөн ағас материалдарҙан төрлө әйберҙәр эшләү яратҡан шөғөлгә әйләнгән. Ул Ҡауарҙы мәктәбендә 8-се класты тамамлағас, 9-сыға Красноусол башҡорт гимназия-интернатына уҡырға килә. Һис тик торорға яратмаған егет бында ҡурайҙа уйнарға өйрәнә, бейеү түңәрәгенә лә яратып йөрөй, гармунда ла көй сығара башлай. Иптәштәре менән бергә гимназия, район мәҙәниәт һарайы сәхнәләрендә йыш сығыш яһай. Шулай ҙа уның өсөн хеҙмәт дәрестәрендә күк көмбәҙе асылған кеүек була. Ағастан семәрләп төрлө әйберҙәр эшләргә беренсе һабаҡ биреүсе Фәрүәт Миңнулла улы Ильясовтың дәрестәрен йотлоғоп тыңлап, өйрәнеп ҡалырға тырыша ул. Уҡытыусыһы ла уның һәләтен күреп, бәләкәйерәктәрҙең таҡтаға һыҙып эшләгән өкө, айыу кеүек эштәрен төҙәтергә биреп ҡалдыра. Ауылдыҡылар интернатта йәшәгәнлектән, Илгизәр буш ваҡытында ошо эш менән мәшғүл була. 11-се класты тамамлағанда инде һандыҡ эшләү оҫтаһы булып китә. Апайҙарына, туғандарына туйҙарға семәрләп һандыҡ эшләй. Хабаровский ҡалаһында танкист булып, һуңынан Амур өлкәһендә йыл ярым хеҙмәт бурысын да намыҫлы үтәй ул.
- Был һәләт атай-олатайҙарҙан киләлер тип уйлайым. Атайым Ринат Сәйетмырҙа улы колхозда пилорамсы булып эшләне. Киләсәктә оҫтаханамды иркенләп эшләү өсөн ҙурайтып, компьютер станогы алырға ла уйлайым. Минең өсөн донъя көтөү, мал-тыуар ҡарау көндәлек эш булһа, ағас эше яратҡан шөғөлөм, - ти Илгизәр Ғәлин.
Әлеге ваҡытта өйҙәрен ҙурайтып, төкөтөп һалыу эше менән дә буш ваҡыты бик юҡ уның. Өйҙәренә килеп инеү менән күңел нурҙарын һалып эшләгән кейем шкафы, мөйөш диваны (угловой) һәм башҡа әйберҙәр күҙгә ташлана. Барыбер үҙ ҡулдарың менән эшләгән әйбер ҡәҙерле була, һәр ҡайһыһының үҙ тәбиғи төҫө генә ни тора! Үҙенсәлекле биҙәктәре лә күҙҙәрҙе үҙенә тарта. Әйтерһең дә ағас таҡтаға селтәр үрелгән.
Күпселек ир-ат оҙон аҡса артынан Себер тарафтарына юлланғанда, Илгизәр тыуған ауылында ҡалып, гөрләтеп донъя көтә. Ҡауарҙы ауылы һылыуы Әлфиә менән сәстәрен-сәскә бәйләп 10 йыл бергә йәшәйҙәр. Мөхәббәт емештәре булған 8 йәшлек Ранис, етенсе йәшкә киткән Дилә, бер йәшен тултырған Асия өйҙәренә ҡот-бәрәкәт өҫтәп уйнап йөрөйҙәр. Әлфиә Наил ҡыҙы ауылда тәрбиәсе булып эшләп, әле бәләкәй ҡыҙҙары менән ялда. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында белем алырға ла өлгөрә йәш әсә. Быға тиклем педагогия колледжын тамамлаған. Балаларҙы ҡарашырға, йорт эштәрендә Илгизәрҙең әсәһе төп таяныстары. Улар күпләп ҡош-ҡорт, һарыҡ, мал-тыуар аҫрайҙар. Үҙҙәренең “МТЗ-80” тракторы, “ГАЗ-3307” йөк һәм еңел машиналары бар.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, киләсәктә гармунда ныҡлап уйнарға өйрәнергә лә теләге юҡ түгел Илгизәр Ринат улының. Ағас эшенә тотонғанда нәҫелдән килгән һәләткә класс етәксеһе Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипованың ижади эшкә ниндәй күҙлектән ҡарарға аңлатҡан кәңәштәрен, хеҙмәт уҡытыусыһы Фәрүәт Миңнулла улы Ильясовтың ағас йәнен тойорға, һыҙма тәртиптә семәрләп эшләргә өйрәтеүен туплап, ҡулдарын эшкә ҡуша. Яңы тыуған һоҡланғыс биҙәктәрҙән күңеле үҫеп, аяҡтары ла түҙмәй тыпырлап бейеп китә.
Һәләтле егеттең хыялдары ҙур, маҡсаттары киң. Киләсәктә лә йылы ғаилә усағының нурына төрөнөп, һаулыҡта, шатлыҡта барыһын да тормошҡа ашырырға яҙһын.
Читайте нас: