+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Ноябрь 2020, 12:25

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

Тормошта бер-береңә изгелек ҡылып, ярҙам ҡулы һуҙып йәшәү һәр саҡ мөһим. Ауыр тормош хәлендә, етем ҡалған балалар айырыуса иғтибарға мохтаж. Ошо йәһәттән республикабыҙҙа лидерлыҡ программаһы сиктәрендә төҙөлгән инициатив төркөмдәр бағыусылар табыуҙа, уларҙы кәрәкле урындарға йүнәлтеүҙә ярҙам итә.

Дүшәмбе көнө “Ихлас” сауҙа үҙәгендә урынлашҡан “Планета” аяҡ һәм өҫ кейемдәре гипермаркетына “Активрост” тренинг үҙәгенең инициатив төркөм етәкселәре Табын социаль балалар приютындағы 8 һәм Петровский балалар йортондағы 14 тәрбиәләнеүсене ҡышҡы кейемдәр алып биреп шатландырҙы.
- Үҙебеҙ шундай эш башҡарырға ҡарар иттек. Ҡышҡы һыуыҡтар башланды, күптәренең ҡалын кейемдәре юҡ. Был ярҙамдан уларҙың күңеле лә, тәндәре лә йылынасаҡ бит. Бөгөн беҙҙең магазин хеҙмәткәрҙәре уларға кейем һайлашыуҙа кәңәш биреп, ярҙамлашасаҡ. Бөтәһе 50 мең һумлыҡ сумма ҡаралған, һәр балаға 2 мең самаһы тура килә. Әҙерәк артһа ла ҡаршы килмәйбеҙ, - ти “Планета” аяҡ һәм өҫ кейемдәре гипермаркеты директоры Хаҡбирҙе Махмаджан улы Сөләймәнов.
“Активрост” үҙәгенең етәксеһе булып Валентин Григорьевич Садаев тора. Әлеге инициатив төркөм 8 ноябрҙә барлыҡҡа килеп, 11-дә эш башлағандар ҙа инде. Бөтәһе 20 кеше төркөмдөң әүҙем ағзалары булып һанала. Улар “Балалар йорто”, “Яңы йыл мөғжизәһе” “Йортһоҙ өй хайуандары” проекты сиктәрендә эшләй. Әлеге акцияла тренинг ассистенттары Резида Рифҡәт ҡыҙы Зәйнәғәбдинова менән Елена Николаевна Полякова бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, изге эш башҡарҙылар. “Балалар беҙҙән изгелекте күреп үҫергә тейеш, үҙҙәре беҙгә алмашҡа килеүселәр бит”, - тиҙәр улар.
Һуңынан, кейем һайлап бер аҙ арыған балалар район мәҙәниәт һарайында урынлашҡан шәхси эшҡыуар Г.Ҡаҙаҡҡолованың “Әкиәт” кафеһында һыйланып, барыһына ла рәхмәттәр әйтеп ҡайтып киттеләр.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, тигән әйтемдәге кеүек, һин бөгөн кемгәлер ярҙам итһәң, киләсәктә үҙеңә меңләтә әйләнеп ҡайтыуы бар. Алда әйтеп киткән инициатив төркөмдәрҙең эше маҡтауға лайыҡ. Шуға ла эргә-тирәләгеләргә иғтибарлы, ихтирамлы, мәрхәмәтле булып, мохтаждарҙы ярҙамыбыҙҙан ҡалдырмайыҡ.
Читайте нас: