Муниципаль ҡаҙна учреждениеһы начальнигы – баш бухгалтер Динара Әмир ҡыҙы Йәнешева. Коллективта 15 кеше эшләй. Үҙәкләштерелгән бухгалтерия үҙ эшмәкәрлеген башлаған көндән алып әйҙәүсе бухгалтер Земфира Әхмәр ҡыҙы Ҡолманова, бухгалтерҙар Ольга Юрьевна Кузнецова, Венера Марс ҡыҙы Смышляева, начальник урынбаҫары Ирина Ивановна Погорелова, күмәртәләп һатып алыуҙар буйынса баш белгес Екатерина Валерьевна Петровская уңышлы хеҙмәт итә, ә ҡалғандары яңы эш башлаусылар. Учреждение тарафынан район буйынса 18 предприятие (16 ауыл биләмәһе, район мәҙәниәт бүлеге, “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексы) бухгалтерияһы хеҙмәтләндерелә.