+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Ноябрь 2020, 18:25

Туғыҙынсыларға - планшеттар

Ағымдағы йылдың мартында коронавирус киҙеүе таралыу сәбәпле, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Өйҙә уҡырға ярҙам ит!” хәйриә акцияһы старт алғайны. Уның сиктәрендә республика буйынса ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән сығарылыш класс (9, 11) уҡыусыларын планшеттар менән тәьмин итеү ҡаралған.

Билдәле булыуынса, әле тағы өлкән класс уҡыусылары (11-селәрҙән тыш) дистанциялы уҡыуға күсерелде. “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Салауат Йосопов билдәләүенсә, "Берҙәм Рәсәй"леләрҙең "Өйҙә уҡырға ярҙам ит!" акцияһына ярашлы, республика буйынса мохтаж ғаиләләрҙән йәнә 200 балаға гаджеттар тапшырылған. Был юлы беҙҙең районға 9 планшет бүленеп, район мәғариф бүлеге тарафынан әҙерләнгән исемлеккә ярашлы, тәү сиратта бындай ҡулайламаларҙы 9-сы класс уҡыусыларына таратыу күҙаллана.
18 ноябрҙә “Өйҙә уҡырға ярҙам ит!” акцияһы сиктәрендә район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов етәкселегендәге төркөм Үтәктә һәм Красноусолда йәшәүсе мохтаждар исемлегендәге 9-сы класс уҡыусылары булған ғаиләләргә планшеттар тапшырып сыҡты.
Үтәк ауылында Земфира менән Илшат Сатлыҡовтар, Альбина менән Илшат Арыҫлановтар 9-ар бала тәрбиәләйҙәр. Тап уларҙың ғаиләләре күмәк балалы һәм аҙ тәьмин ителгәндәр исемлегенә индерелгән. Ғаиләләрҙең икеһендә лә балаларының 5-һе мәктәптә уҡый.
Тәүгеһендә башланғыс кластарҙа уҡыусы Илүзә (1-се кл) менән Морат (3-сө кл) - Үтәктә, ә Зинира, Элина (5-се кл), Әҙил (9-сы кл) Яңғыҙҡайын мәктәбендә белем ала. Иң кесеһе – Илнар киләһе йылға уҡырға төшә. Ҡалғандары мәктәпте тамамлағандар. Ә икенсе ғаилә иһә үҙҙәренең ишле балалары янына тәрбиәгә балалар ҙа алғандар. Илзирә – 3-сө, Валя – 4-се, Розалина – 5-се, Данис – 7-се, Аделина 9-сы класта уҡый. Ә ҡалған балалары үҙҙәре яратҡан һөнәрҙәр бу-йынса колледжда уҡыйҙар, эшләйҙәр. Планшеттар ғаиләләрҙәге 9-сы класс уҡыусылары Әҙил менән Аделина бәхетенә яҙҙы.
Красноусолда иһә аҙ тәьмин ителгән һәм күмәк балалылар исемлегендәге яңғыҙы ғына 4 бала тәрбиәләгән Гөлназ Аҙнабаеваның 2-се мәктәптең 9-сы класында уҡыған улы Артёмға ла планшет тапшырылды. Бында иһә 3 бала (7-се класта уҡыусы Арианна менән финанс университеты студенткаһы Аделина) дистанциялы уҡыуҙа. Ошондай уҡ гаджеттарҙы Йөҙимән, Сәйетбаба, Рус Саскүле, Аҡкүл, Архангелка, Аҡташ (Белый камень) ауылдарынан уҡыусылар ҡабул итеп алды.
Әлбиттә, был Ғафури уҡыусылары өсөн ярҙамдың тәүгеһе генә түгел. Бығаса был акция сиктәрендә районға бүленгән 12 планшетты Ташлы, Ташбүкән, Табын, Игенйылға, Сәйетбаба, Байымбәт, Ҡолҡан, Яңғыҙҡайын, Һабай, Красноусол, Бурлы мәктәптәренең ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, айырыуса мохтажлыҡ кисергән 11-се класс уҡыусылары алып, ҙур ҡыуаныс кисергәйне.
-Әлбиттә мохтажлыҡ кисереүселәр күп, әммә беҙ планшеттарҙы бүлеүҙә ғәҙеллек һаҡлап, ишле балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең исемлеген төҙөүгә ентекле ҡараныҡ. Иң тәү сиратта айырыуса мохтаждарға таратылды. Шуға ла артабан да компьютер техникаһы йәнә килтерелеү менән мохтаждар исемлегендәге башҡаларҙы ла тәьмин итеү сараһын күрәсәкбеҙ, - тине Рауил Ғәбдрәшит улы.
Уҡыусыларҙың үҙҙәренә тәғәйен планшеттары булыуы дистанциялы уҡыуҙа тырышып шөғөлләнергә, имтихандарға етди әҙерләнеү өсөн ҙур ярҙам булыр, тигән теләктә ҡалды акцияны ойоштороусылар.

Читайте нас: