Красноусолда тыуып үҫкән 21 йәшлек Артём Матвеев хәрби бурысын армияның иң элиталы хәрби ғәскәрҙәре - Мәскәү өлкәһенең Балашиха ҡалаһындағы Дзержинский исемендәге 64-се махсус тәғәйенләнештәге “Витязь” оператив дивизияһында үтәп ҡайтҡан. Был ғәскәрҙәр даими хәрби әҙерлектә тороп, бурысы булып терроризм һәм экстремизмға ҡаршы көрәш тора. Тап ошо ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеү хыялы менән янған егет оҙаҡ йылдар үҙен ныҡышмал рәүештә физик яҡтан әҙерләгән: спорт менән даими шөғөлләнгән (1-се разрядлы футболсы), Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлаған. Әрме хеҙмәтенә саҡырылғас, комиссия тарафынан был ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итергә һәр йәһәттән тап килгәнлеге билдәләнгән, йәғни профстандарт буйынса иң юғары балға эйә булған һәм, ниһайәт, теләге тормошҡа ашҡан.
Ҡауарҙынан Илнур Зәйнуллин әрме хеҙмәтен тултырып, атай-әсәһе янына 25 октябрҙә ҡайтып төшкән. Ул Брянск өлкәһенең Клинцы ҡалаһындағы Александр Матросов исемендәге мотоуҡсылар полкында ил алдындағы бурысын үтәгән.
Егеттәр армия тормошо хаҡында бәйән иттеләр, буласаҡ һалдат сафына баҫыусыларға хеҙмәттән ҡурҡмаҫҡа, ил алдындағы бурысты намыҫ менән үтәп ҡайтыу кәңәшен еткерҙеләр. Илебеҙҙе һаҡлау – беҙҙең, ир-егеттәрҙең мөҡәддәс бурысы, тине улар.